Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КЕРҘӘШТӘР

КЕРҘӘШТӘР, ебәрелмеш, килмешәк, әтәмбәй, башҡ. йәмғиәтенең социаль структураһында башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен (ҡара: Аҫабалыҡ) керҙәшлеккә алыу нигеҙендә формалашҡан халыҡ категорияһы. Теге йәки был ҡылыҡтары, ш. иҫ. башҡорт ихтилалдарында (17—18 бб.) ҡатнашҡаны өсөн ергә аҫабалыҡ хоҡуғын (ҡара: Башҡорттарҙың...

КЕРПЕКЛЕ СЕЛӘҮСЕНДӘР

КЕРПЕКЛЕ СЕЛӘҮСЕНДӘР, төклө селәүсендәр (Turbellaria), яҫы ҡорттар класы. 12 отряды, 3,5 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Оҙонлоғо миллиметрҙан алып бер нисә см тиклем, кәүҙәһе яҫы, оҙон, керпекле эпителий м‑н ҡапланған; төҫө һары, йәшел, ал,...

КЕРПЕКЛЕ ФАБРОНИЯ

КЕРПЕКЛЕ ФАБРОНИЯ (Fabronia ciliaris), мүк һымаҡтар төрө. Аҡһыл йәшел төҫтәге ҡуйы йоҡа кәҫлек барлыҡҡа килтергән ян-яҡ емешле күп йыллыҡ бер өйлө мүк. Һабағы йәйенке, оҙонлоғо 1 см әҙерәк. Япрағы йомортҡа формаһында, ҡырҡа тарайған, оҙон осло, сите эре киртләсле. Епсәһе нескә, япраҡтың урта тирәһендә...

КЕСЕ АЛЛАҒЫУАТ, ауыл, Салауат ҡ. эсендә

КЕСЕ АЛЛАҒЫУАТ, ауыл, 1978 й. алып Салауат ҡ. эсендә. Ауылға 1926—27 йй. Стәрлетамаҡ кантонында ш. уҡ кантондың Аллағыуат а. кешеләре нигеҙ һала. Халҡы: 1939 й. — 655; 1959 — 1229 кеше. 1978 й. Стәрлетамаҡ р‑нының Наумовка а/с ҡараған. Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

КЕСЕ АРҠА, һырт

КЕСЕ АРҠА, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап Өпәй һәм Һарғай йй. (Рәүҙәк й. ҡушылдыҡтары) араһында меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 9 км, киңлеге 2—4 км, абс. бейеклеге 609 м. 5 түбәһе айырылып тора. Рельефы тигеҙ, уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған. Төньяҡ өлөшөндә 10 м тәрәнлектәге...

КЕСЕ БАЙЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл

КЕСЕ БАЙЫҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Салауат т. юл ст. Көнс. табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 137 кеше; 1920 — 183; 1939 — 174; 1959 — 140; 1989 — 95; 2002 — 104; 2010 — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 19 б. уртаһында...

КЕСЕ БӘЛӘБӘЙ, ауыл, Бәләбәй ҡалаһы эсендә

КЕСЕ БӘЛӘБӘЙ, ауыл, 1982 й. алып Бәләбәй ҡалаһы эсендә. Бәләбәй өйәҙендә Бәләбәй кешеләре тарафынан 19 б. 1‑се ярт. нигеҙ һалына. 1865 й. 21 йортта 142 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. грамота мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше, 1920 — 392, 1939 —...

КЕСЕ БИРЙӘН, һырт

КЕСЕ БИРЙӘН, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Оло Бирйән һырты армыты. Белорет р‑ны буйлап Бәҙәреш й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) тамағы киңлегенән алып Оло Осарлы й. (Инйәр й. басс.) тамағына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км яҡын, киңлеге 3—4 км, абс. бейеклеге 811 м. Елмәрҙәк...

КЕСЕ БИШҠУРАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

КЕСЕ БИШҠУРАЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 104 км алыҫлыҡта Биәтьяҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 157 кеше; 1920 — 1666 (Бишҡурай а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 516; 1959 — 326; 1989 —...

КЕСЕ ГӘЙНӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл

КЕСЕ ГӘЙНӘ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай‑Семёновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 38 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 176 кеше; 1920 — 248; 1939 — 249; 1959 — 250; 1989 — 132; 2002 — 96; 2010 — 62 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

КЕСЕ ИБРАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

КЕСЕ ИБРАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 432; 1939 — 592; 1959 — 355; 1989 — 145; 2002 — 125; 2010 — 127 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1794 й. Стәрлетамаҡ...

КЕСЕ ИНЙӘР, йылға

КЕСЕ ИНЙӘР, йылға, Инйәр й. уң ҡушылдығы. Нәре һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға, Мәнәү й. тамағында йүнәлешен төньяҡ- көнбайышҡа үҙгәртә һәм Инйәр й. (тамағынан 137 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 96 км, басс. майҙаны 1060 км2. Башлыса...

КЕСЕ ИРӘНДЕК, һырт

КЕСЕ ИРӘНДЕК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р‑ны буйлап Краснохта й. (Уй й. ҡушылдығы) тамағынан Ирәндек һыртына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 4,5 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса 1,5 км, көньяҡ өлөшөнөкө яҡынса 2,5 км, абс. бейеклеге 651 м. Битләүҙәре текә,...

КЕСЕ КӘРКӘЛЕ, Миәкә р‑нындағы ауыл

КЕСЕ КӘРКӘЛЕ, Кәркәлетамаҡ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Оло Кәркәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Кәркәле й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 648; 1939 — 630; 1959 — 581; 1989 — 310; 2002 — 268; 2010 —...

КЕСЕ КӘШӘНӘ

КЕСЕ КӘШӘНӘ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Шишмә р‑ны Түбәнге Тирмә а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Р.Г.Игнатьев, В.С.Юматов тарафынан тасуирлана, 20 б. 50‑се йй. Б.Ғ.Кәлимуллин, 1985 й. Г.Н.Гарустович өйрәнә. Кәшәнә дүрткел нигеҙле...

КЕСЕ КОСТАРЕВ, ауыл, Дим эшселәр ҡасабаһы эсендә

КЕСЕ КОСТАРЕВ, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан Дим эшселәр ҡасабаһы эсендә. Ауылға 1876 й. Өфө өйәҙендә ер биләүсе Програнскаянан һатып алынған ерҙәрҙә Костарев‑Жуков ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына (1774 й. алып билдәле булған элекке Костарев а. урынында). 1920 й. К.К. ауылы булараҡ иҫәпкә алына. Халҡы:...

КЕСЕ ҠОРОЛТАЙ

КЕСЕ ҠОРОЛТАЙ, предпарламент. 1917 й. 10 дек. Ырымбурҙа 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайында ойошторола. 22 ағзанан (башлыса Башҡорт мәркәз шураһынан) һәм съезда һайланған 3 К.ҡ. ағзалығына кандидаттан торған. К.ҡ. төп функциялары: авт. Башҡортостан хөкүмәтен булдырыу, съезда ҡабул ителгән закондарҙы эшләп...

КЕСЕ ҠЫҘЫЛ, йылға

КЕСЕ ҠЫҘЫЛ, йылға, Урал й. уң ҡушылдығы. Әбйәлил р‑ны Салауат-совхоз утары эргәһендә Уралтау һәм Ҡырҡтытау һырттары араһындағы уйпатлыҡта башлана. Әбйәлил р‑ны терр‑яһы буйлап көньяҡтан төньяҡ-көнсығышҡа табан аға, Белорет р‑ны Абҙаҡ а. эргәһендә көньяҡ‑көнсығышҡа борола һәм БР‑ҙың Белорет, Әбйәлил...

КЕСЕ МӘҠСҮТ, Ишембай р‑нындағы ауыл

КЕСЕ МӘҠСҮТ, Ҡарҙар, Ишембай р‑нындағы ауыл, Һайран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 22 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Һәләүек й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 166 кеше; 1920 — 288; 1939 — 292; 1959 — 313; 1989 — 211; 2002 — 215; 2010 — 207 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

КЕСЕ МӘНӘҮЕЗ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

КЕСЕ МӘНӘҮЕЗ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 44 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Кесе Мәнәүез й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 647 кеше; 1920 — 784; 1939 — 537; 1959 — 400; 1989 — 229; 2002 — 194; 2010 — 180 кеше....