Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРАСНОКАМА МАРИ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

КРАСНОКАМА МАРИ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1920 й. Бөрө уҡытыусылар семинарияһын (ҡара: Бөрө башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар мәктәбе) үҙгәртеп ҡорғандан һуң, 1921 й. мари пед. техникумы булараҡ нигеҙләнә. 1924 й. Бөрө татар‑башҡ. пед. техникумы (ҡара: Бөрө татар педагогия училищеһы) м‑н берләшә, 1930 й....

КРАСНОКАМА РАЙОНЫ

КРАСНОКАМА РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. Төньяҡта — Яңауыл, көнсығышта — Ҡалтасы, көньяҡта — Дүртөйлө һәм Илеш р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — ТР, төньяҡ‑көнбайышта Удмурт Респ. м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Николо‑Берёзовка р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары...

КРАСНОУСОЛ БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ

КРАСНОУСОЛ БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ. Ғафури р‑нында, Аҡкүл т. юл ст. 40 км һәм Красноусол а. Т.‑Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1957 й. асыла. Терәк‑хәрәкәт, аш һеңдереү, нервы системалары һәм тире...

КРАСНОУСОЛ БЫЯЛА ЗАВОДЫ

КРАСНОУСОЛ БЫЯЛА ЗАВОДЫ, төҫһөҙ быяланан быяла һауыт (20‑нән ашыу төр һыйышлыҡ) етештергән; ҡом, доломит, ҡырсынташ сығарған. 1924 й. Богоявленск заводы базаһында нигеҙ һалына, тәҙрә быялаһы сығарыуға махсуслашҡан, 1941—45 йй. завод терр‑яһында Белоруссиянан эвакуацияланған Гомель быяла з‑ды урынлашҡан....

КРАСНОУСОЛ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ

КРАСНОУСОЛ МИНЕРАЛЬ ҺЫУ СЫҒАНАҠТАРЫ, Тоҙйылға тоҙло шишмәләре, урғылыусы минераль һыу сығанаҡтары, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ғафури р‑ны Курорт а. эргәһендә урынлашҡан. Һыу сығанаҡтары (сөсө һыулылары м‑н бергә уларҙың һаны 250‑гә етә) 3 төркөмдән тора. 1‑се төркөм һыу сығанаҡтары Тоҙйылға й. карбон...

КРАСНОУСОЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1

КРАСНОУСОЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Ғафури р‑нында урынлашҡан. 1849 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына. 1912 й. — 4 класлы, 1913 й. — 5 класлы башланғыс мәктәп, 1918 й. — 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1925 й. фабрика‑завод ете йыллыҡ мәктәбе, 1928 й. тулы булмаған урта мәктәп (1934 й. — №1), 1943 й....

КРАСНОУСОЛ, ауыл, Ғафури р‑нының үҙәге

КРАСНОУСОЛ, Усолка, ауыл, Ғафури р‑нының (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Красноусол а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. табан 130 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 26 км алыҫлыҡта Тоҙйылға буйында, Талбазы—Красноусол, Архангел—Красноусол, Стәрлетамаҡ—Красноусол, Ишембай—Красноусол автомобиль юлдары буйында урынлашҡан....

КРАСНОУФИМСК ҠӘЛҒӘҺЕ

КРАСНОУФИМСК ҠӘЛҒӘҺЕ, Красноуфимск, 1736 й. Себер даруғаһы Һыҙғы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Өфө й. уң ярында Һарға й. килеп ҡойған урында полк. П.Мартаков һәм А.И.Тәвкилев хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һала. Тәүҙә Красноярск (Ҡыҙылъяр төбәге атамаһы б‑са) йәки Уфимск (Өфө й. б‑са) тип атап йөрөтөлә....

КРАСНОУФИМСК ӨЙӘҘЕ

КРАСНОУФИМСК ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының көньяҡ‑көнсығыш һәм Өфө провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Пермь губернаһы, 1919 й. — Екатеринбург губернаһы составында була. 19 б. аҙағында төньяҡ‑көнбайышта һәм төньяҡта —...

КРАСНОХОЛМСКИЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КРАСНОХОЛМСКИЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 4055 кеше; 1989 — 7271; 2002 — 8101; 2010 — 9799 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар...

КРАСНЫЙ ВОСХОД, Иглин р‑нындағы ауыл

КРАСНЫЙ ВОСХОД, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 85 км һәм Оло Теләк т. юл ст. Т. табан 12 км алыҫлыҡта Үрге Теләк й. (Эҫем й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 1309 кеше; 1989 — 1058; 2002 — 911; 2010 — 842 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта...

КРАСНЫЙ КЛИН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

КРАСНЫЙ КЛИН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Зелёный Клин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 171 кеше; 1959 — 310; 1989 — 219; 2002 — 245; 2010 — 238 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға...

КРАСНЫЙ КЛЮЧ, сығанаҡ

КРАСНЫЙ КЛЮЧ, Аҡ шишмә, донъяла иң ҙур карст сығанаҡтарынан һанала, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Нуриман р‑ны Ҡыҙыл шишмә а. ситендә урынлашҡан. К.К. күкһел йәшел төҫтәге 2 карст күленә (1‑сеһенең оҙонлоғо 190 м тиклем, киңлеге 170 м тиклем, тәрәнлеге 38 м тиклем; 2‑се күлдең оҙонлоғо 60 м тиклем) ағып...

КРАСНЫЙ МАЯК, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

КРАСНЫЙ МАЯК, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 42 км һәм Мораптал т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 153 кеше; 1959 — 191; 1989 — 137; 2002 — 129; 2010 — 169 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

КРАСНЫЙ ОКТЯБРЬ, Илеш р‑нындағы ауыл

КРАСНЫЙ ОКТЯБРЬ, Туҡмат, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫке Күктау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 118 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 170 кеше; 1959 — 209; 1989 — 171; 2002 — 156; 2010 — 154 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Күктау урта мәктәбе...

КРАСНЫЙ ПАХАРЬ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

КРАСНЫЙ ПАХАРЬ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Үтәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 12 км һәм Урғалы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 182 кеше; 1959 — 187; 1989 — 127; 2002 — 128; 2010 — 130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

КРАСНЫЙ ХОЛМ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КРАСНЫЙ ХОЛМ, Краснокут, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 884 кеше; 1920 — 1101; 1939 — 1041; 1959 — 897; 1989 — 325; 2002 — 283;...

КРАСОВСКИЙ Владимир Олегович

КРАСОВСКИЙ Владимир Олегович (11.12.1949, Архангельск ҡ.), санитар табип. Мед. ф. д‑ры (2002). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Ростов мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1974) Ҡалмыҡ АССР‑ының, Куйбышев өлк., Төрөкмән ССР‑ының санитария‑эпидемиология станцияларында эшләй. 1983 й. алып Өфөлә: БДМИ‑ла,...

КРАСЮКОВ Александр Фёдорович

КРАСЮКОВ Александр Фёдорович (1896 й. авг., Һарытау губ. Дубовка посады — 1988, Львов ҡ.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1967). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1943). Беренсе донъя һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленинград химия‑технология ин‑тын тамамлай (1936). 1912 й. алып Донецк күмер бассейны...

Краткое описание

Библиографическое описание Башкирская энциклопедия [Электронный ресурс]. — Уфа: НИК “Башкирская энциклопедия”, 2014 (башк.) Печатный аналог: Башкирская энциклопедия. — Уфа, Научное издательство “Башкирская энциклопедия”, 2005—11, в 7 тт; илл., карты (содержит около 17 тыс. статей)   Подробное описание...