Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРАУЗЕ Александр Сергеевич

КРАУЗЕ Александр Сергеевич (17.11.1947, Һарытау ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) ӨДАТУ‑ла, 2011 й. алып Молекулалар һәм кристалдар ин-тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре молекула-ара тәьҫир итешеүҙе, тирбәлеү спектроскопияһы алымдары м‑н шыйыҡлыҡтарҙағы яҡын динамик...

КРАУЗЕ Константин Павлович

КРАУЗЕ Константин Павлович (8.2.1877, Калуга губ. Ржавец а. — 9.9.1964, Өфө), педагог. Проф. (1930). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1904). 1905 й. алып 2‑се Өфө ҡыҙ балалар гимназияһында уҡыта, 1919—27 йй. 4‑се Совет мәктәбе мөдире, бер үк ваҡытта 1919—37 йй. Өфө физика ин‑ты дир., БАХИ‑ның (1930—55),...

КРАУН‑ЭФИРҘАР

КРАУН‑ЭФИРҘАР, циклы эсендә 12 йәки күберәк атом булған (уларҙың кәмендә 4‑һе — бер‑береһе м‑н этилен күперсектәре аша бәйләнгән гетероатомдар) синтетик макрогетероциклик полиэфирҙар. ИЮПАК номенклатураһы б‑са К.‑э. метилен төркөмдәре гетероатомдарға алыштырылған карбомакроциклдарҙың сығарылмалары итеп...

КРАХМАЛ

КРАХМАЛ (нем. Kraftmehl), (C6H10O5)n, үҫемлектәрҙең резервтағы төп углеводы. Төҫһөҙ аморф матдә, һалҡын һыуҙа, диэтил эфирында, этил спиртында эремәй; эҫе һыуҙа клейстер барлыҡҡа килтерә. Һыҙыҡлы (амилоза, 10—30%) һәм тармаҡланған (амилопектин, 70—90%) төҙөлөшлө 2 полисахарид ҡатнашмаһынан тора; мол....

КРАШЕНИННИКОВ Ипполит Михайлович

КРАШЕНИННИКОВ Ипполит Михайлович (1.10.1884, Силәбе ҡ. — 27.10.1947, Ленинград), геоботаник. Биол. ф. д‑ры (1934), проф. (1939). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1947). Император Мәскәү ун‑тын тамамлағандан һуң (1914) 1947 й. тиклем В.Л.Комаров ис. Ботаника ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Рәсәйҙең һәм...

КРАШЕНИННИКОВ Николай Александрович

КРАШЕНИННИКОВ Николай Александрович (14.11.1878, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Илек ҡ., хәҙ. Соль‑Илецк ҡ., — 11.10.1941, Өфө), яҙыусы. МДУ‑ның юридик ф‑тын тамамлаған (1905). 1905—07 йй. “Новое слово” (“Яңы һүҙ”; Мәскәү) ж. мөхәррир‑нәшер итеүсеһе. “Туташтар” (“Барышни”; 1911), “Сафлыҡ” (“Девственность”;...

КРАШЕНИННИКОВ Павел Ильич

КРАШЕНИННИКОВ Павел Ильич, Ставрополь ҡалмыҡ корпусының суҡындырылған ҡалмыҡтарынан Уложенный комиссия депутаты. Ставрополь провинцияһы ҡалмығы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы. Ставрополь ҡалмыҡ корпусында хеҙмәт итә, хорунжий. 1767 й. аҙ. уға И.Н.Дербетев тарафынан депутат хоҡуҡтары тапшырыла...

КРАШЕНИННИКОВ Фёдор Павлович

КРАШЕНИННИКОВ Фёдор Павлович [27.1.1898, Өфө губ. Өфө өйәҙе Кувыков а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) – 16.2.1979, Ленинград], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1949), БАССР‑ҙың халыҡ (1955) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Үҙәк театр сәнғәте техникумын (Мәскәү; 1926) тамамлағандан...

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ, а.х. производствоһы өлкәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеген бергә алып барған граждандар берекмәһе. К.(ф.)х. эшмәкәрлегенең төп төрҙәре: а.х. продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү, уны ташыу, һаҡлау һәм һатыу. К.(ф.)х. мөлкәте уның ағзаларының дөйөм милке булып тора, хужалыҡ эшҡыуарлыҡ...

КРӘҪТИӘН ЕР БАНКЫҺЫ

КРӘҪТИӘН ЕР БАНКЫҺЫ, 20 б. башы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Совет урамы, 14). Архитектор Друккер проекты б‑са 1906 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1908, 1912) төҙөлә. 2 ҡатлы кирбес бина тәүҙә симметрик (төп ишеккә һәм ихатаға табан һуҙылған төп өлөшөнә...

КРӘҪТИӘН ЙӘШТӘРЕ МӘКТӘПТӘРЕ

КРӘҪТИӘН ЙӘШТӘРЕ МӘКТӘПТӘРЕ, СССР‑ҙа агрономик әҙерлек һәм а.х. производствоһын ойоштороу нигеҙҙәре тәрән өйрәтелгән дөйөм белем биреүсе тулы булмаған урта мәктәптәр. 1923 й. 1‑се баҫҡыс мәктәптәр нигеҙендә булдырылалар. 12—18 йәшлек йәштәр ҡабул ителә. Уҡыу курсы 3 йыл була. Уҡыу программаһына дөйөм...

КРӘҪТИӘН КОМИТЕТТАРЫ

КРӘҪТИӘН КОМИТЕТТАРЫ, крәҫтиән союздары, крәҫтиән йәмғиәттәре, революция (1905—07) һәм революция (1917) осоронда крәҫтиәндәрҙең ижт.-сәйәси ойошмалары. Бөтә Рәсәй крәҫтиәндәр союзы, Социал-революционерҙар партияһы һәм Дәүләт думаһының хеҙмәтсәндәр фракцияһы етәкселегендә ойошторола. Ерҙе национализациялау...

КРӘҪТИӘН РЕФОРМАҺЫ

КРӘҪТИӘН РЕФОРМАҺЫ, Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты бөтөргән реформа [ҡара: Реформалар (19 б. 60—80‑се йй.)]. 1861 й. 19 февр. “Крепостной бойондороҡлоҡтан ҡотолған крәҫтиәндәр тураһында положение” нигеҙендә үткәрелгән. Өфөлә реформа т‑да “Манифест” 1861 й. 15 мартында иғлан ителә. Алпауыт крәҫтиәндәре шәхси...

КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ

КРӘҪТИӘН ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә Крәҫтиән реформаһының төп положениеларын бойомға ашыуҙы күҙәткән урындағы дәүләт органдары. 1861 й. 19 февр. “Крәҫтиән эштәре буйынса губерна һәм өйәҙ учреждениелары тураһында”ғы положениеға ярашлы эш иткәндәр. Эске эштәр министрлығына буйһонғандар....

КРӘҪТИӘНДӘР

КРӘҪТИӘНДӘР, тәүтормош йәмғиәтенең тарҡалыуы (6—8 бб.) һәм шәхси хужалыҡтың бүленеп сығыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән соц. төркөм. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә К. — үҙҙәре етештереп, үҙ ғаиләһенең көсө м‑н шәхси хужалыҡ алып барған а.х. продукцияһы етештереүселәр, 20‑се б. 20—90‑сы йй. К. — етештереү...

КРӘҪТИӘНДӘР КҮТӘРЕЛЕШЕ (1918—21)

КРӘҪТИӘНДӘР КҮТӘРЕЛЕШЕ (1918—21), совет власы сәйәсәте м‑н риза булмаған крәҫтиәндәрҙең большевиктарға ҡаршы күмәк сығышы (ҡара: Хәрби коммунизм). Тәүге сығыштар 1918 й. март—апр. Бөрө өйәҙендә була (бында халыҡ игенде көсләп тартып алыуҙан айырыуса йонсой); мартта Борай а. ихтилал тоҡана (ҡара: Борай...

КРӘҪТИӘНДӘР ҺУҒЫШЫ (1773—75)

КРӘҪТИӘНДӘР ҺУҒЫШЫ (1773—75), Пугачёв ихтилалы, 1773—75 йй. Граждандар һуғышы, Рәсәйҙә Урта һәм Түб. Волга, Көньяҡ Урал һәм Көнбайыш Себер халыҡтарының көслө хәрәкәте. Крепостной иҙеүҙең көсәйеүе, илдең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә йәшәгән халҡының хоҡуҡтарын боҙоу, Башҡортостанды колониялаштырыу сәбәпсе...

КРЕДИТ

КРЕДИТ (лат. creditum — ссуда, бурыс), кире ҡайтарыу, ваҡытлыса бирелеү, тәьмин ителеү һәм түләүлелек шарттарында заёмщикҡа аҡса йәки тауар биреү. К. төп формалары: коммерция К. (һатыусы тарафынан алыусыға һатылған тауар өсөн аҡса түләүҙе кисектереү рәүешендә бирелә, вексель м‑н рәсмиләштерелә) һәм...

КРЕКОВ Фёдор Андреевич

КРЕКОВ Фёдор Андреевич (19.2.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Рождественский а. — 14.6.2007, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937—90 йй. Куйбышев т. юлының Башҡ‑н бүлексәһендә эшләй: кочегар, 1946 й. алып паровоз, 1955 й. — электровоз...

КРЕМЕНЧУГ МИНОМЁТ ПОЛКЫ

КРЕМЕНЧУГ МИНОМЁТ ПОЛКЫ, 1942 й. дек. БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Покровка һәм Таутөмән торама пункттарында 469‑сы айырым миномёт полкы булараҡ ойошторола. Полк составына 2 миномёт дивизионы ингән. Юғары Баш командование Ставкаһы резервында, 1943 й. майынан алып Воронеж фронтының 6‑сы гвардия армияһы, сент. —...