Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КҮК КӨПШӘ

КҮК КӨПШӘ (Laser), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө билдәле — Европаның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, Кесе Азияла таралған өс айырсалы К.к. Күкһел‑йәшел күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, 60—175 см бейеклектә. Япрағы ике, дүрт бүлемле өсәрле, 1‑се тәртип...

КҮК КӨРТМӘЛЕ

КҮК КӨРТМӘЛЕ, күк еләк (Vaccinium uliginosum), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. 90 йылдан ашыу йәшәүсе ваҡ ҡыуаҡ. Һабағы төҙ, ботағы һорғолт‑ҡара төҫтә, бейеклеге 30—120 см. Япрағы бөтөн, кире йомортҡа формаһында, аҫҡа табан бөгөлгән бөтөн ситле, өҫ яҡтан йәшкелт‑ҡара,...

КҮК ҠАРҒА

КҮК ҠАРҒА (Coracias garrulus), күк ҡарға һымаҡтар отрядының күк ҡарғалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Африканың көньяҡ өлөшөндә, Көньяҡ Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 30—34 см, ауырлығы 100—190 г, ҡанатының ҡоласы 62—73 см. Ҡауырһын ҡапламы ҡаты, йәшкелт зәңгәр төҫтә, арҡаһы ерәнһыу...

КҮК ҠАРҒА ҺЫМАҠТАР

КҮК ҠАРҒА ҺЫМАҠТАР (Coraciiformes), ҡоштар отряды. 10 ғаиләһе, яҡынса 200 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 ғаиләгә ҡараған 4 төрө (күк ҡарға, балыҡсы турғай, йәшелғош һәм һөҙһөт) бар. Ваҡ (балыҡсы турғай, кәүҙә оҙонлоғо 19 см тиклем, ауырлығы 25—45 г) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (күк ҡарға 34 см тиклем, 100—190 г)...

КҮК ТҮБӘ

КҮК ТҮБӘ, неолит дәүеренең археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 6‑сы мең йыллыҡтың аҙ. — 5‑се мең йыллыҡтың башына ҡарай. Баймаҡ р‑ны Байыш а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ибраһим а. икенсе исеме (Күк Түбә) м‑н аталған, хәҙер ул ауыл юҡ. 1996 й. БР Мәҙәниәт министрлығы Ғилми-производство...

КҮК УМЫРЗАЯ

КҮК УМЫРЗАЯ (Pulsatilla), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған һәм арктик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда К.у. һәм урал К.у. үҫә. Ҡыҫҡа, күп башлы, көслө, ҡара‑көрән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ,...

КҮКӘНӘШТӘР

КҮКӘНӘШТӘР (Paridae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 7 заты, 50‑нән ашыу төрө билдәле, Көньяҡ Америка, Мадагаскар һәм Австралиянан башҡа, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Ултыраҡ ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 7—20 см, ауырлығы 23 г тиклем, ата ҡош сағыуыраҡ. Ҡауырһын ҡапламы...

КҮКҠУЯН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

КҮКҠУЯН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Күкҡуян а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 22 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 99 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1200 кеше; 1920 — 1353; 1939 — 1134; 1959 — 870; 1989 — 636; 2002 — 682; 2010 — 708 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта...

КҮКЛӘШЕВ Сәлихйән Бикташ улы

КҮКЛӘШЕВ Сәлихйән Бикташ улы (1.3.1811, Ырымбур ҡ. — 1878; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1863, шунда уҡ), тел белгесе, педагог‑мәғрифәтсе. Дворяндарҙан. Неплюев хәрби уч‑щеһын (1831, ҡара: Неплюев кадет корпусы), Ҡазан ун‑тын (1836) тамамлаған. 1836 й. алып Неплюев хәрби уч‑щеһында көнсығыш телдәре уҡытыусыһы,...

КҮКҺӘҮЕЛ

КҮКҺӘҮЕЛ (Chamaecytisus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, Көньяҡ Европала таралған. Башҡортостанда урыҫ К. һәм Цингер К. үҫә. Япраҡ ҡойоусы күп йыллыҡ ҡыуаҡлыҡтар, бейеклеге 0,4—2 м, бөгөлөп тороусы йәки күтәрелеүсән тура һабаҡлы, ҡара йәки һоро‑ҡуңыр ҡабыҡлы. Япраҡтары...

КҮЛ‑ҠУҢКАҪ, Миәкә р‑нындағы ауыл

КҮЛ‑ҠУҢКАҪ, Күл, Миәкә р‑нындағы ауыл, Ҡаран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 38 км алыҫлыҡта Күл-Ҡуңҡаҫ күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 353 кеше; 1920 — 248; 1939 — 244; 1959 — 265; 1989 — 207; 2002 — 243; 2010 — 209 кеше. Башҡорттар...

КҮЛБАЕВ Мөсәлим Георгий улы

КҮЛБАЕВ Мөсәлим Георгий улы (8.8.1969, Ҡабарҙы‑Балҡар АССР‑ы Советский ҡсб), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011). Ҡабарҙы- Балҡар ун‑тын (Нальчик, 1993), Б.В. Щукин ис. театр уч‑щеһын (Мәскәү, 1997; А.М.Поламишев курсы) тамамлаған. 1999—2010 йй. һәм 2011 й. алып БР Милли Йәштәр театрында урыҫ...

КҮЛДӘР

КҮЛДӘР, ағым, төрлө йүнәлештәге ел иҫеү арҡаһында барлыҡҡа килгән яр зонаһы киҫелеше булған һәм һыу алмашыныуы аҡрын барған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары. Соҡороноң барлыҡҡа килеүе б‑са — тектоник, вулкан, гидроген (карслы, һыубаҫар, иҫке үҙән һ.б.), гляциоген, эол, органоген һәм антропоген К. (М.А.Первухин...

КҮЛДӘРҘЕ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

КҮЛДӘРҘЕ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, лимнология, ҡоро ер гидрологияһы бүлеге, һыу алмашыныу аҡрын барған һыу ятҡылыҡтарында (күлдәр, һыуһаҡлағыстар һ.б.) бер‑береһе м‑н бәйле физик, химик, биол. процестар комплексын өйрәнә. Физик‑геогр., гидрологик, метеорологик, геоботаник, гидробиол., геохимик, геоморфол. һ.б....

КҮЛЙОРТТАМАҠ МӘМЕРЙӘҺЕ

КҮЛЙОРТТАМАҠ МӘМЕРЙӘҺЕ, Космонавтар мәмерйәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Бөрйән р‑ны Ғәҙелгәрәй а. көньяҡҡа табан 8 км алыҫлыҡта Күлйорттамаҡ сағылының һул битләүендә, Шүлгәнташ ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Карслы мәмерйә, өҫкө девон һәм аҫҡы карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш,...

КҮЛЛӘР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

КҮЛЛӘР, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 404; 1939 — 509; 1959 —255; 1989 — 116; 2002 — 195; 2010 й. — 148 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Нуғай...

КҮЛЛЕҠУЛ, Благовар р‑нындағы ауыл

КҮЛЛЕҠУЛ, Благовар р‑нындағы ауыл, Өйҙөрәкбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Благовар т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡурай й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 428 кеше; 1959 — 323; 1989 — 122; 2002 — 148; 2010 — 153 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер- акушерлыҡ...

КҮЛТАБАН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КҮЛТАБАН,Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Күлтабан күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 35 кеше; 1920 — 105; 1939 — 97; 1959 — 350; 1989 — 420; 2002 — 369; 2010 — 364 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Сосновка...

КҮЛТАБАН, күл

КҮЛТАБАН, Я у г ү л, Урал й. басс. күл. Сибай ҡ. көньяҡҡа табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 7,2 км2, оҙонлоғо 3,2 км, уртаса киңлеге 2,2 км, уртаса тәрәнлеге 4,2 м (макс. – 5,1 м), һыу күләме 30,2 млн м3; һыу йыйыу майҙаны 88,5 км2. Тектоник күл, олотау свитаһы тоҡомдарында (андезибазальттар...

КҮЛТӘГИНГӘ АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

КҮЛТӘГИНГӘ АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәтеәҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатына нигеҙ һалған Илтереш ҡағандың улы, ғәскәр башлығы Күлтәгин хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы (Оло һәм Кесе яҙмалары бар). Улан‑Баторҙан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярындағы...