Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КҮП ЙЫЛЛЫҠҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

КҮП ЙЫЛЛЫҠ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, бер нисә йыл үҫкән һәм күп тапҡыр орлоҡ биргән ҡый үләндәре. Вегетатив юл һәм орлоҡтар ярҙамында үрсейҙәр. К.й.ҡ.ү. биол. төркөмдәре: үҙәк тамырлылар, суҡ тамырлылар, үрмәлеләр, һуғанбашлылар, бүлбелеләр, тамырһабаҡлы ҡый үләндәре һәм үренте тамырлы ҡый үләндәре. Үҙәк тамырлылар...

КҮП РӘТЛЕ АБАҒА

КҮП РӘТЛЕ АБАҒА (Polystichum), ҡалҡанут һымаҡтар ғаиләһенең ҡаҙаяҡ һымаҡтар заты. Яҡынса 175 төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда Браун К.р.а. үҫә. 15— 70 см бейеклектәге, ҡыҫҡа тамырһабаҡлы, йәйен дә, ҡышын да йәшел үлән. Япрағы (вайяһы) ҡуйы төк м‑н ҡапланған, көрән тәңкәле һаплы, розеткала,...

КҮП ТЕЛЛЕЛЕК

КҮП ТЕЛЛЕЛЕК, полилингвизм, кешенең (кешеләр төркөмөнөң) билдәле терр‑я йәки соц. берлек (күп милләтле дәүләт) сиктәрендә бер нисә телдә аралашыуы, телдәрҙе һайлау тел коммуникацияһының билдәле бер шарттарына ярашлы башҡарыла. К.т. социолингвистиканың өйрәнеү объекты булып тора. БР‑ҙа К.т. күренеше...

КҮП ТӨРЛӨЛӨК

КҮП ТӨРЛӨЛӨК, математиканың һыҙыҡ һәм өҫкө йөҙ төшөнсәләрен теләһә ниндәй үлсәм һанына дөйөмләштергән фундаменталь төшөнсәһе. Һандар арауығы кеүек төҙөлөшлө билдәле бер урындағы геом. объект булып тора, йәғни К.т. һәр нөктәһенең (геом. мәғәнәләге нөктә, тура һыҙыҡ, сфера, матрица, механик система торошо...

КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ

КҮП ФАЗАЛЫ СИСТЕМАЛАР МЕХАНИКАҺЫ, тотош мөхиттәр механикаһының төрлө физик шарттарҙа газ, шыйыҡ һәм ҡаты хәлдәге мөхит ҡатышмаларының макроскопик хәрәкәтен өйрәнә торған бүлеге. Күп фазалы (оҡшаш булмаған йәки гетероген) системалар — тороштары макроскопик эффекттарға һәм структура параметрҙарына бәйле...

КҮПЕР ТӨҘӨҮ ИДАРАЛЫҒЫ

КҮПЕР ТӨҘӨҮ ИДАРАЛЫҒЫ, ЯАЙ. Автоюл күперҙәрен һәм юл үткәргестәрҙе төҙөү, ремонтлау һәм ҡарау, сәнәғәт һәм граждан тәғәйенләнешле биналарҙы һ.б. объекттарҙы төҙөү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Баймаҡ (2006 й. нигеҙләнгән), Баҡалы, Белорет (икеһе лә — 2004), Күгәрсен, Стәрлебаш (икеһе лә —...

КҮПЕРБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл

КҮПЕРБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 42 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.-Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 57 кеше; 1920 — 81; 1939 — 156; 1959 — 161; 1989 — 106; 2002 — 107; 2010 — 95 кеше. Татарҙар,...

КҮПЕРҘӘР

КҮПЕРҘӘР, ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы (йылға, тарлауыҡ, юл һ.б.) үтеү өсөн эшләнгән архитектура‑төҙөлөш юл ҡоролмалары. К. тороҡ конструкциялары б‑са — балкалы, аркалы, аҫылмалы һ.б., материалдары б‑са — ҡорос, тимер‑бетон, ағас һ.б., тәғәйенләнеше б‑са т. юл, автоюл, йәйәүлеләр өсөн һ.б. төрҙәре айырыла....

КҮПЕРЛЕ КАРСТ КҮПЕРЕ

КҮПЕРЛЕ КАРСТ КҮПЕРЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965—2014). Мәләүез р‑нындағы Күперле й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) тар тәрән үҙәнлегендә, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Күпер 2 тороҡло (оҙонлоғо 35 м, киңлеге 4 м, бейеклеге 20 м). Карслы мәмерйәнең түбәһе ишелеп төшөүҙән килеп сыға, карбон эзбизташтарынан...

КҮПСӘНӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

КҮПСӘНӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Күпсәнәй й. (Рә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 668 кеше; 1920 — 727; 1939 — 691; 1959 — 586; 1989 — 459; 2002 — 449; 2010 — 445 кеше. Удмурттар...

КҮРӘН

КҮРӘН (Carex), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 1500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 90‑дан ашыу төрө үҫә. Күп йыллыҡ, ғәҙәттә бер өйлө тамырһабаҡлы, кәҫлектәр йәки түңгәктәр барлыҡҡа килтереүсе үләндәр. Һабаҡтары 5—150 см бейеклектә, ябай, һирәгерәк тармаҡлы,...

КҮРӘН ҺЫМАҠТАР

КҮРӘН ҺЫМАҠТАР (Cyperaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 120 заты, 4000‑дән ашыу төрө билдәле. Бөтә Ер шарында таралған. Үлән йәки ағас рәүешле үҫемлектәр. Башҡортостанда 11 заттан 98 төр үҫә. Күп йәки бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, ябай, ғәҙәттә өс ҡырлы, япраҡлы йәки япраҡһыҙ. Япраҡтары...

КҮРӘНҮЛӘН

КҮРӘНҮЛӘН (Rhynchospora), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Башҡортостанда аҡ К. үҫә. Күп йыллыҡ кәүшәк ҡыуаҡлы үлән. Һабаҡтары төҙ, өс ҡырлы, бейеклеге 15—40 см. Япраҡтары таҫма, улаҡлы. Башаҡтары һабаҡ осонда йәки өҫкө япраҡ ҡуйындарында...

КҮРГӘҘМӘЛӘР

КҮРГӘҘМӘЛӘР, кешенең матди һәм рухи эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтеү. Ойоштороу маҡсаты б‑са — сауҙа, аң‑белем таратыу‑танып белеү (һынлы сәнғәт күргәҙмәләре, фәнни‑техник ҡаҙаныштар һ.б.); ваҡыты б‑са — даими үткәрелеп торған, һәр ваҡыт эшләүсе һ.б.; күрһәтелгән экспонаттары б‑са – универсаль...

КҮРКӘТАУ, йылға

КҮРКӘТАУ, йылға, Ҡана й. уң ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Ишей а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Үрге ағымында — Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, уртаһында — Йылайыр р‑ны буйлап төньяҡ‑көнбайышҡа, түбәнге ағымында көнбайышҡа табан аға. Ҡана й. (тамағынан...

КҮРПӘС БЕЙ

КҮРПӘС БЕЙ (1500—1575), табын ырыуының кесе табын аймағы башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, табындарҙың Рәсәй дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң, рус подданныйлығын ҡабул итеүҙе раҫлаған жалованный грамота...

КҮРСӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

КҮРСӘЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Бозор а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 760; 1939 — 6306; 1959 — 488; 1989 — 262; 2002 — 278; 2010 — 245 кеше. Керәшендәр йәшәй...

КҮСӘБАЕВА Хәҙисә Оморҙаҡ ҡыҙы

КҮСӘБАЕВА Хәҙисә Оморҙаҡ ҡыҙы [1902, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Мулдаш а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 1970 й. һуң, Миәс ҡ.], әкиәтсе. Репертуары бай һәм төрлө. Башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыларын: “Ҡисса-и-Йософ”, “Әл‑ҡисса Буҙйегет”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, билдәле йырау һәм сәсәндәр т‑да, ҡаҙаҡ аҡындары...

КҮСӘКӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл

КҮСӘКӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Күсәкәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 580 кеше; 1920 — 874; 1939 — 1049; 1959 — 632; 1989 — 499; 2002 — 495; 2010 — 504 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

КҮСӘКӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

КҮСӘКӘЙ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 88 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1542 кеше; 1920 — 1566; 1939 — 997; 1959 — 654; 1989 — 325; 2002 — 387; 2010 — 349 кеше. Татарҙар...