Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы

КҮСӘКОВ Сабир Мөхәмәтғәле улы [20.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яңыбай а. (БР‑ҙың Ейәнсура р-ны) — 9.8.1994, ш. уҡ р‑ндың Иҙелбәк а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940—86 йй. “Ейәнсура” с‑зында эшләй: 1943 й. алып һарыҡ көтөүсеһе, 1951 й. — өлкән һарыҡ көтөүсеһе. Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә...

КҮСӘН, Асҡын р‑нындағы ауыл

КҮСӘН, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ключи а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 248 кеше; 1920 — 294; 1939 — 290; 1959 — 283; 1989 — 201; 2002 — 175; 2010 — 127 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

КҮСӘРБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КҮСӘРБАЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Рязановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 336 кеше; 1920 — 510; 1939 — 292; 1959 — 379; 1989 — 268; 2002 — 278; 2010 — 332 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

КҮСӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

КҮСӘШ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 40 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Иҫәнбай й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 929 кеше; 1920 — 947; 1939 — 774; 1959 — 657; 1989 — 356; 2002 — 334; 2010 — 252 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

КҮСЕЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

КҮСЕЙ, Бикҡужа, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Күсей а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 84 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Ҡараһаҙ й. (Оло Ҡыҙыл й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 529 кеше; 1920 — 646; 1939 — 738; 1959 — 372; 1989 — 462; 2002 — 516; 2010 — 450 кеше. Башҡорттар йәшәй...

КҮСЕМ

КҮСЕМ (? — яҡынса 1598), Себер ханлығы хакимы (1563 й. алып). Сыңғыҙхан тоҡомонан, Күсем нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Себер ханы Мортазаның улы. К. — Әхмәт-Гәрәйҙең ағаһы. 1550 йй. уртаһынан Тайбуғалар династияһынан Себер ханы Йәҙгәр м‑н көрәшә. Тәхеткә ултырғас, Себер ханлығы м‑н Рәсәй араһындағы яһаҡ мөнәсәбәттәрен...

КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ

КҮСЕМ НӘҪЕЛЕ, 17—18 бб. Себер һәм Ҡарағалпаҡ хакимдары династияһы. Сыңғыҙхан тоҡомона ҡарай. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсем. Улдары араһында киң билдәлеләре: Ғәли (?—1618, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1647), Себер ханы, атаман Ермак Тимофеевич һәм урыҫ воеводалары ғәскәрҙәре м‑н алышта ҡатнаша, 1608 й....

КҮСЕМ РУДНИГЫ

КҮСЕМ РУДНИГЫ, марганец мәғдәндәре сығарған. Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. Мәғдәндең тәүге партияһы 1916 й. алына. Рудник 1930 й. алып асыҡ ысул м‑н, 1935 й. — шахта ысулы м‑н эшкәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 350‑гә яҡын кеше эшләгән, айына 4—5‑әр мең т мәғдән сығарылған. 1957 й. К.р. ябыла. Продукцияһы...

КҮСЕМ РУДНИГЫ АУЫЛЫ, Әбйәлил р‑нында

КҮСЕМ РУДНИГЫ АУЫЛЫ, Әбйәлил р‑нында, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Мауыҙҙы һәм Сабаҡты күлдәре буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 811 кеше; 1959 — 1296; 1989 — 735; 2002 — 352; 2010 — 342 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002)....

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ

КҮСЕМ ТҮЛӘКӘЕВ, башҡорт ихтилалы (1704—11) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорто. Батыр. Аҡай Күсемовтың атаһы. К.Т. керҙәшлек хоҡуғында Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттары ерҙәрен файҙалана. 1707 й. Алдар м‑н берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғалары баш күтәреүселәренә етәкселек...

КҮСЕМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

КҮСЕМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 44 км һәм Ташбулат т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 398 кеше; 1920 — 516; 1939 — 362; 1959 — 270; 1989 — 430; 2002 — 309; 2010 — 419 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат...

КҮСЕМ, Шишмә р‑нындағы ауыл

КҮСЕМ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шишмә а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 443; 1939 — 189; 1959 — 336; 1989 — 175; 2002 — 157; 2010 — 116 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Ауылға...

КҮСЕМЛЕЛЕК‑КҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

КҮСЕМЛЕЛЕК‑КҮСЕМҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, һөйләмдә тура тултырыусы функцияһын башҡарған, объектҡа йүнәлтелгән хәрәкәтте аңлатҡан ҡылымдарҙың синтаксик үҙенсәлеген (күсемлелек), йәки объектҡа мөнәсәбәте булмаған хәрәкәтте (күсемһеҙлек) сағылдырған грамматик категория. К.‑к.к. грамматик күрһәткестәре булмай,...

КҮСЕМОВ Рәшит Йәмғетдин улы

КҮСЕМОВ Рәшит Йәмғетдин улы (8.10.1946, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Яңы Ҡатай а.), математик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1992). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1998), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2003), Төмән өлк. почётлы нефтсеһе...

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы (8.3.1942, Кировабад ҡ.), инженер‑электрик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), техник ф. канд. (1971), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (бөтәһе лә — 2002). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Т.Т.Күсемовтың...

КҮСЕМОВ Т.Т. МУЗЕЙЫ

КҮСЕМОВ Т.Т. МУЗЕЙЫ, Әбйәлил р‑ны Күсем а. урынлашҡан. 1975 й. Хәрби дан музейы булараҡ ойошторола, 1985 й. Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы тип үҙгәртелә, 1993—2006 йй. Милли музей филиалы, 1994 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Музей фондында 600‑ҙән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Т.Т.Күсемовтың шәхси әйберҙәре...

КҮСЕМОВ Таһир Тайып улы

КҮСЕМОВ Таһир Тайып улы [14.2.1909, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Күсем а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 10.5.1986, Өфө], кавалерист, ген.-майор (1969). Советтар Союзы Геройы (1944). 1941 й. Иран походында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (1947) һәм К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад....

КҮСЕМОВА Суфия Ғилман ҡыҙы

КҮСЕМОВА Суфия Ғилман ҡыҙы (5.3.1944, Өфө), театр белгесе, театр эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1974), проф. (1997). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1984), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1999). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Ғ.В. Ниғмәтйәновтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1966; Б.И.Ростоцкий...

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ

КҮСКЕНСЕЛЕК ХӘРӘКӘТЕ, күскенселек, Рәсәйҙә 16 б. уртаһы — 20 б. башында иҡт. йәки сәйәси факторҙар арҡаһында халыҡтың хөкүмәт тарафынан ойошторолған йәки тәбиғи күсеүе. Халыҡ миграцияһының бер төрө һәм эске колониялаштырыуҙың төп сараһы. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, башлыса Волга буйынан...

КҮСМӘ ТОРМОШ

КҮСМӘ ТОРМОШ, номадизм, халыҡ м‑н малдың миҙгелгә ҡарап күсеп йөрөүенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү формаһы. К.т. Евразияның тау‑дала ҡәбиләләре араһында б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта барлыҡҡа килә. Төбәктең физик‑геогр. һәм тәбиғәт‑климат шарттары Көньяҡ Урал терр‑яһында иртә тимер быуатта К.т. таралыуына булышлыҡ...