Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЛЕСИН Василий Николаевич

ЛЕСИН Василий Николаевич (1.2. 1943, БАССР‑ҙың Благовар районы Васильцовка а. — 13.5.2020, Өфө ҡ.), график. РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2002) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). ӨАИ‑ны тамамлаған (1967). 20 б. 1970—90 йй. башлыса акварель техникаһында, 2000 йй. алып майлы буяулы рәсем сәнғәтендә...

ЛЕЩЕНКО Нина Ивановна

ЛЕЩЕНКО Нина Ивановна (12.3.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Община а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1984). РФ‑тың (1996) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. а.х. хеҙм‑ре, СССР‑ҙың (1986) һәм РФ‑тың (1999) уйлап табыусыһы. БАХИ‑ны тамамлаған (1965). 1962 й. алып Шишмә р‑нының Я.М.Свердлов ис. к‑зы агрономы. 1965 й....

ЛИАКУМОВИЧ Александр Григорьевич

ЛИАКУМОВИЧ Александр Григорьевич (5.3.1931, Бобруйск ҡ. – 16.12.2013, Ҡазан), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1966), проф. (1977), РФ‑тың (1997), ТАССР‑ҙың (1981) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы химигы (2003), СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1978). Мәскәү нескә химия технологияһы...

ЛИБЕРМАН Анна Борисовна

ЛИБЕРМАН Анна Борисовна (11.8. 1911, Киев – 20.8.1999, Өфө), пианист. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1971). Киев консерваторияһын тамамлаған. 1931—40 йй. Киев филармонияһының солист‑пианисы, 1942 й. алып Башҡ. музыка уч‑щеһында уҡыта, 1943—71 йй. Башҡ. филармонияһының пианисы һәм концертмейстеры. Л. башҡарыуы...

ЛИБРОВИЧ Леонид Сигизмундович

ЛИБРОВИЧ Леонид Сигизмундович (28.1.1891, Санкт‑Петербург — 14.12.1967, шунда уҡ), геолог, палеонтолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1938). Петроград тау институтын тамамлаған (1921). 1941—44 йй. Башҡортостан дәүләт геология идаралығының өлкән геологы. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ЛИЗИНГ

ЛИЗИНГ (ингл. leasing), мөлкәтте һатып алыу һәм уны эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнгән физик йәки юридик шәхестәргә оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреү б‑са инвестиция эшмәкәрлеге төрө. Ҡорамалдар, транспорт саралары, производство тәғәйенләнешле биналар, ҡоролмалар һәм башҡа файҙаланғандан кәмемәй торған...

ЛИКЁР-АРАҠЫ СӘНӘҒӘТЕ

ЛИКЁР-АРАҠЫ СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-тәм сәнәғәтенең араҡы һәм ликёр-араҡы изделиелары етештереү б‑са тармағы. Сеймал итеп аҙыҡ сеймалынан (иген культуралары ашлығы) алынған этил спирты, йомшартылған һыу, төрлө хуш еҫле һәм тәм биреүсе өҫтәмәләр (шәкәр, органик кислоталар, эфир майҙары, үләндәр һ.б.) файҙаланыла....

ЛИКОПОДИЕЛЛА

ЛИКОПОДИЕЛЛА (Licopodiella), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 18—20 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда һыубаҫар Л. үҫә. Күп йыллыҡ мәңге йәшел (көҙ көнө тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға, үренделәренең ҡалынайған остары ҡышлай) ер‑һыу үләне, бейеклеге 10 см тиклем....

ЛИМАСОВ Валерий Павлович

ЛИМАСОВ Валерий Павлович (5.12. 1955, Өфө), спортсы. Бокс б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1974), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1977). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). ӨАИ‑ны тамамлаған (1979). “Нефтсе” спорт комб‑ты тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Р.Ш.Вәлиуллин), 1976—79 йй. Үҙәк армия спорт...

ЛИМОН

ЛИМОН (Citrus limon), рут һымаҡтар ғаиләһенең цитрус төркөмөнә ҡараған мәңге йәшел ағас. Тыуған ере – Көньяҡ-Көнсығыш Азия. Ҡырағай рәүештә осрамай. Тропикта һәм субтропикта үҫтерелә. Башҡортостанда бүлмә шарттарында һәм ябыҡ грунтта үҫтерәләр. Бейеклеге 7 м тиклем. Сатыры тармаҡланған, яҡшы япраҡланған,...

ЛИМОНИТ

ЛИМОНИТ (грекса léimṓn — болон), көрән тимер мәғдәне, тимерҙең тәбиғи окси‑гидрооксидтарының дөйөм атамаһы. Гётит, гидрогётит, лепидо-крокит һәм гидрогематит ҡатышмаларынан тороуы мөмкин. Балсыҡлы һәм онтаҡ массалар, жеодтар, конкрециялар, оолиттар, кристалдар барлыҡҡа килтерә; агрегаттары үҙәктән ситкә...

ЛИМУЗИН, һыйыр малы тоҡомо

ЛИМУЗИН, һыйыр малының ит йүнәлешле тоҡомо. Францияның көнбайыш һәм үҙәк райондарында үрсетелгән урындағы аквитан малынан сыҡҡан, 19 б. аҙ. алып билдәле. Лимузен (Limousin) тарихи провинция исеме м‑н аталған. Рәсәйгә беренсе тапҡыр 1961 й., Башҡортостанға — 1978 й. ҡатнаш тоҡомдоң ит биреүен арттырыу...

ЛИНГВИСТИК ГЕОГРАФИЯ

ЛИНГВИСТИК ГЕОГРАФИЯ, д и а л е к т о г р а ф и я, тел күренештәренең таралыу терр‑яһын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Диалектологиянан 19 б. аҙ. айырылып сыға. Башҡорт теленең Л.г. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. “Башҡорт теленең диалектологик атласын” төҙөгән ваҡытта башланып китә. Атлас башҡорт теленең...

ЛИНДА, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ЛИНДА, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 228 кеше; 1959 — 205; 1989 — 132; 2002 — 119; 2010 — 116 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡырым урта мәктәбе филиалы) бар. Ауылға 1930 й. Әлшәй...

ЛИННИК Виктор Николаевич

ЛИННИК Виктор Николаевич (2.7. 1942, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Шафран ҡсб), муз.‑йәмәғәт эшмәкәре, педагог‑методист, дирижёр. РФ‑тың (1993) һәм БАССР‑ҙың (1978) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Музыка уч‑щеһын (Ҡурған ҡ., 1965; И.И.Кошкин класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү, 1971; В.Ф.Беляков класы) тамамлаған....

ЛИНОЛЕУМ

ЛИНОЛЕУМ (лат. linum — етен, киндер туҡыма һәм oleum — май), иҙән ҡаплау өсөн рулонлы полимер материал. Төп сеймалына ҡарап тәбиғи (бәйләүес сифатында үҫемлектәрҙән алынған ыҫмалалар һәм майҙар файҙаланыла), поливинилхлорид, глифталь (алкидлы ыҫмалалар нигеҙендә), коллоксилин (нитроцеллюлоза нигеҙендә)...

ЛИПАЕВ Николай Филиппович

ЛИПАЕВ Николай Филиппович [26.4.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Озерковка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 1.11.1994, Ишембай ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. төҙөүсеһе (1992), БАССР торлаҡ-коммуналь хужалығының атҡ. хеҙм‑ре (1984). 1942 й. алып Ишембай НЭЗ‑ында эшләй: слесарь, 1951 й. башлап ҡулайлама нач.,...

ЛИПАРИС

ЛИПАРИС, лосняк (Liparis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, башлыса Евразияның тропик бүлкәтендә, һирәгерәк Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, шулай уҡ Көньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда Лёзель Л. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы үлән, бейеклеге...

ЛИПАТОВ Олег Николаевич

ЛИПАТОВ Олег Николаевич (28.7. 1965, Өфө), онколог. Мед. ф. д‑ры (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1992) Респ. клиник онкология диспансерында эшләй, бер үк ваҡытта 1994 й. алып БДМУ‑ла (2002 й. башлап Дипломдан һуң белем биреү ин-тының онкология һәм патологик анатомия курсы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ЛИПИДТАР

ЛИПИДТАР (гр. lipos — май), барлыҡ тере күҙәнәктәрҙең дә составына ингән майға оҡшаш матдәләр. Ябай (майлы к‑таларҙың ҡалдыҡтарынан, ҡайһы берҙә улар урынына альдегидтарҙан һәм спирттарҙан тора) һәм ҡатмарлы (майлы к‑таларҙың эфирҙарынан, күп атомлы спирттарҙың ҡалдыҡтарынан һәм шәкәрҙәрҙең ҡалдыҡтарынан —...