Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘНӘК, Краснокама р‑нындағы ауыл

МӘНӘК, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 64 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 373 кеше; 1920 — 478; 1939 — 692, 1959 — 657; 1989 — 308; 2002 — 309; 2010 — 281 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

МӘНӘҮЕЗ-МӘСКӘҮ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

МӘНӘҮЕЗ-МӘСКӘҮ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 47 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 698 кеше; 1920 — 769; 1939 — 742; 1959 — 586; 1989 — 298; 2002 — 296; 2010 — 261 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

МӘНӘҮЕЗ, йылға

МӘНӘҮЕЗ , О л о М ә н ә ү е з, йылға, Дим й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Заовражье а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Бәләбәй р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа табан аға, Бишбүләк р‑ны Ҡушйылға а. эргәһендә — көньяҡ-көнсығышҡа, Миәкә р‑ны Новомихайловка а. эргәһендә төньяҡ-көнсығышҡа борола һәм...

МӘНӘҮЕЗТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл

МӘНӘҮЕЗТАМАҠ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Мәнәүезтамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1810 кеше; 1920 — 1793; 1939 — 1944; 1959 — 1430; 1989 — 1013; 2002 — 1006; 2010 — 878 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

МӘНДӘН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

МӘНДӘН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Мәндән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Шафран т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта Манатман й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1073 кеше; 1920 — 1227; 1939 — 932; 1959 — 822; 1989 — 552; 2002 — 502; 2010 — 412 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

МӘНДӘР ҠАРАБАЕВ

МӘНДӘР ҠАРАБАЕВ (? — 3.6. 1740), башҡорт ихтилалдары (1735— 40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Дыуанай улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1735 й. Йосоп Арыҡов м‑н бергә Себер даруғаһындағы ихтилал башында тора. 1737 й. яҙында Урта йөҙ ҡаҙаҡтары м‑н ихтилалға ярҙам күрһәтеү т‑дағы һөйләшеүҙәрҙә...

МӘНДЕМ, Ғафури р‑нындағы ауыл

МӘНДЕМ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 30 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Мәндем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 329 кеше; 1989 — 601; 2002 — 325; 2010 — 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар....

МӘНДЕМ, йылға

МӘНДЕМ, йылға, Еҙем й. һул ҡушылдығы. Таҡаты һыртының көнбайыш битләүенән башлана. Ғафури р‑ны буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға һәм Еҙем й. (тамағынан 43 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 54 км, басс. майҙаны 660 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 6,9...

МӘНЕҮ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

МӘНЕҮ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Мәҫәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 770 кеше; 1920 — 826; 1939 — 676; 1959 — 669; 1989 — 434; 2002 — 373; 2010 — 360 кеше. Сыуаштар...

МӘҢГЕ ЙӘШЕЛ КОЛИЕЛЛА

МӘҢГЕ ЙӘШЕЛ КОЛИЕЛЛА (Koliella sempervirens), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтарҙың төрө. Күҙәнәктәре орсоҡ (бер осо киң йомро, икенсеһе яйлап тарая бара һәм осло), һирәгерәк цилиндр (ике осо ла йомро) формаһында, оҙонлоғо 4— 15 мкм, киңлеге 2—4 мкм, төрлөсә бөгөлгәндәр, 2—4 күҙәнәктән торған еңел таралыусан...

МӘРГӘН КИРӘЙ

МӘРГӘН КИРӘЙ [ысын исеме Кирәев Әхнәф Нурый улы (Нурмөхәмәт улы); 28.6.1912, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡыйғаҙытамаҡ а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 24.1.1984, Өфө], яҙыусы, фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1963), проф. (1966). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1940). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Нурмөхәмәт Йомраниҙың...

МӘРҘӘМШИН Айрат Ғәбиҙулла улы

МӘРҘӘМШИН Айрат Ғәбиҙулла улы (21.6.1955, Өфө — 20.2.2001, шунда уҡ), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (1981). 1976—82 йй. һәм 1985 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә: 1988 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең...

МӘРҘӘНОВ

МӘРҘӘНОВ Рөстәм Хәбиб улы (9.5. 1964, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1992). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2004). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә ғилми хеҙм‑р, 1992 й. алып БДУ‑ның производствоға идара итеү каф. өлкән уҡытыусыһы, каф. мөдире. 1995 й....

МӘРҘӘНШИН Ринат Мөҡәддәс улы

МӘРҘӘНШИН Ринат Мөҡәтдәс улы (24.12.1963, Октябрьский ҡ. — 19.1. 2005, шунда уҡ), спортсы. Спидвей б-са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1996). “Нефтсе” спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский; тренерҙары Р.М.Ғәтиәтов, Н.Л.Платонов). “Нефтсе” (Октябрьский,...

МӘРҘӘНШИНА Ләйлә Хәниф ҡыҙы

МӘРҘӘНШИНА Ләйлә Хәниф ҡыҙы [15.5.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Маншыр а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 10.9.2017, Октябрьский ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). 1944 й. алып Дүртөйлө р‑нында уҡытыусы. 1946—85 йй. “Туймазанефть” НГДУ‑һында эшләй:...

МӘРЖӘНИ Шиһабетдин

МӘРЖӘНИ Шиһабетдин (16.1.1818, Ҡазан губ. Ябынсы а. — 18.4.1889, Ҡазан), мосолман дине тәғлимәтсеһе, тарихсы. Ахун (1867). Мосолман реформаторлығы идеологы. Ҡазан губ. Ташкисеү а. мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң ш. уҡ уҡыта. 1838 й. алып Бохара һәм Сәмәрҡәнд ҡҡ. мосолман уҡыу йорттарында уҡый. 1850 й. —...

МӘРЙӘМҒОЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл

МӘРЙӘМҒОЛ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Арый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 520 кеше; 1920 — 613; 1939 — 312; 1959 — 361; 1989 — 222; 2002 — 220; 2010 — 231 кеше. Башҡорттар йәшәй...

МӘРЙЕН ҺЫМАҠ ГЕРИЦИЙ

МӘРЙЕН ҺЫМАҠ ГЕРИЦИЙ (Hericium coralloides), базидиомицеттар класының герицийҙар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Емешлек тәненең (йыл һайын барлыҡҡа килмәй) диам. 30—40 см, мәрйен һымаҡ, аҫҡа ҡараған ҡуйы мурт алһыу энә м‑н ҡапланған. Емешлек тәненең консистенцияһы...

МӘРЙЕНГҮҘ

МӘРЙЕНГҮҘ (Aythya nyroca), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала, Алғы Азияла һәм Ҡаҙағстанда таралған. Күсмә ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 38—42 см, ауырлығы 400—700 г, ҡанатының ҡоласы 63—67 см. Ҡауырһын ҡапламы көрән, башында, муйынында, күкрәгендә шәмәхә ялтырауығы бар. Арҡаһы һәм...

МӘРЙЕНТАМЫР

МӘРЙЕНТАМЫР (Corallorhiza), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда теленгән М. үҫә. 10—25 см бейеклектәге ҡыҫҡа тармаҡлы итләс тамыр һабаҡлы һарғылт көрән төҫтәге күп йыллыҡ...