Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МӘРМӘР ҠУҢЫҘ

МӘРМӘР ҠУҢЫҘ, сыбар европа ҡуңыҙы, июль ҡуңыҙы (Polyphylla fullo), ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған ҡуңыҙ. Урта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо — 38 мм тиклем. Кәүҙәһе ҙур, төҫө көрәнһыу ҡаранан алып ҡуңырт көрәнгә тиклем. Өҫкө ҡанаты аҡ тәңкәләрҙән торған...

МӘРМӘР, тау тоҡомо

МӘРМӘР (гр. maјrmaros — ялтыр таш), метаморфик тау тоҡомо. Кальцит йәки доломиттан һәм кварц, слюда, ялан шпаты, амфибол ҡушылмаларынан тора. Структураһы тулыһынса кристаллы; текстураһы массивтан алып һыҙыҡлы һәм таплыға тиклем. Төрлө төҫлө. Эзбизташ һәм доломиттың яңынан кристаллашыуы ваҡытында төбәк...

МӘРҪИӘ, поэзия жанры

МӘРҪИӘ (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтарының поэзия жанры, ҡайғылы ҡасидә. М., ғәҙәттә, вафат булған күренекле кеше хөрмәтләп иҫкә алына; һыҡтау мотивтары йыш ҡына фәлс. уйланыуҙар м‑н бәйләнеп килә. М. моноримик формалы, һирәкләп парлы рифмаларҙа осрай. М. классик өлгөләрен Рудаки ижад иткән....

МӘРҮӘР

МӘРҮӘР (Sambucus), өсҡат һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда себер М. үҫә. Япраҡ ҡойған, күп олонло, тармаҡлы, бейеклеге 2—4 м, ҡыҙғылт‑көрән төҫтәге буй йыйырсыҡлы ботаҡтары һәм асыҡ-көрән төҫтәге...

МӘСӘҒҮТ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ

МӘСӘҒҮТ АЙЫРТЫЛҒАН ҠОРО ҺӨТ КОМБИНАТЫ, 1948 й. Дыуан р‑нында Мәсәғүт май з‑ды булараҡ ойошторола, 1968 й. “Анастасия” кинотеатры алып М.а.ҡ.һ.к., 1996 й. — ААЙ, 2012 й. ябыла. Составына айыртылмаған һөт продукцияһы, ҡоро һөт етештереү, май цехтары ингән. 2007 й. 220 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм...

МӘСӘҒҮТ КАНТОНЫ

МӘСӘҒҮТ КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. Дыуан‑Ҡошсо кантонының — 20, Златоуст өйәҙенең — 12, Өфө өйәҙенең 1 улусынан БАССР составында ойошторола. Төньяҡта — Пермь губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Силәбе губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Өфө кантоны, көнбайышта...

МӘСӘҒҮТ ЛИЦЕЙЫ

МӘСӘҒҮТ ЛИЦЕЙЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1875 й. 1 класлы ир балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1931 й. — 7 йыллыҡ, 1939 й. — урта мәктәп (1990 й. — 1‑се мәктәп), 1999 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Арый, Иҫке Хәлил, Яңы Хәлил аа. филиалдары эшләй. Китапханаһы, тыуған...

МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

МӘСӘҒҮТ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, Дыуан р‑нында урынлашҡан. 1929 й. Мәсәғүт башҡ. пед.__ техникумы булараҡ асыла, 1936 й. алып башҡ. пед. уч‑щеһы, 1949 й. — уҡытыусылар ин‑ты (ҡара: Уҡытыусылар институттары), 1956 й. — пед. уч‑щеһы, 1997 й. — хәҙ. статусын йөрөтә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә...

МӘСӘҒҮТ ТОРАҺЫ

МӘСӘҒҮТ ТОРАҺЫ, Суртанды мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағына ҡарай. Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. төньяҡ- көнбайышҡа табан 0,6 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм 1969 й., 1972 й., 1980 й. өйрәнелә. 92 м2 ер ҡаҙылған. Керамика ауыҙҙары...

МӘСӘҒҮТ, Дыуан р‑нындағы ауыл

МӘСӘҒҮТ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Дыуан р‑нының (1965 й. алып) һәм Мәсәғүт а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. 233 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Әй й. буйында, Кропачёво (Силәбе өлк.)—Мәсәғүт—Әшит автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,7; 1920 — 3,6 (Зарека,...

МӘСӘҒҮТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

МӘСӘҒҮТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 435; 1939 — 434; 1959 — 265; 1989 — 228; 2002 — 209; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ямаҙы урта мәктәбе...

МӘСӘҒҮТОВ Радик Миҙхәт улы

МӘСӘҒҮТОВ Радик Миҙхәт улы (24.8.1965, Өфө), психиатр. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2005). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1988). 1990 й. алып Өфөлә эшләй: ҡала психо‑неврология диспансерында, 1993 й. башлап “Үҫмер” мед.‑пед. үҙәгендә, 1996 й. — БДМУ‑ла. Фәнни эшмәкәрлеге балалар...

МӘСӘҒҮТОВ Рәфҡәт Мәжит улы

МӘСӘҒҮТОВ Рәфҡәт Мәжит улы [27.7.1928, Урта Волга өлкәһе Дүсмәт а. (Ырымбур өлкәһе Пономарёвка районы) — 10.12.2020, Өфө], химик‑технолог. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1975). РСФСР‑ҙың (1989), БАССР‑ҙың (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы...

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы (20.8.1946, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Исмаил а.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), геология‑минералогия фәндәре докторы (2006), профессор (2008). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың (2000) атҡаҙанған геологы, Рәсәйҙең почётлы таусыһы (2011), ятҡылыҡты беренсе асыусы...

МӘСӘК, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

МӘСӘК, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Ҡыйғы й. ҡушыл‑ дығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 476; 1939 — 404; 1959 — 311; 1989 — 199; 2002 — 213; 2010 — 225 кеше. Башҡорттар...

МӘСӘЛИМОВ Азат Тимербулат улы

МӘСӘЛИМОВ Азат Тимербулат улы (2.4.1962, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка ҡсб), спортсы. Дельтаплан спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005) һәм республика категориялы судья (1999), үтә еңел авиация спорты буйынса бөтә Рәсәй категориялы судья (2017). РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү...

МӘСӘЛИМОВ Тәлғәт Хәсән улы

МӘСӘЛИМОВ Тәлғәт Хәсән улы (27.1.1958, БАССР‑ҙың Миәкә районы Шатмантамаҡ а.), график. РФ‑тың (2022) һәм БР‑ҙың (2012) атҡаҙанған рәссамы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Рәссамдар союзы (1991), Рәсәй дизайнерҙар союзы (2002) ағзаһы....

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы

МӘСӘЛИМОВ Урал Тимербулат улы (21.1.1959, БАССР‑ҙыңӘлшәй р‑ны Раевка ҡсб), график. Рәссамдар союзы ағзаһы (1992). А.Т.Мәсәлимовтың ағаһы. Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлаған (1988; педагогы М.П.Митурич). 1989 й. алып Башҡ‑н “Китап” нәшриәтендә эшләй, 1992—95 йй. БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары...

МӘСҒҮТ Ғ.

МӘСҒҮТ Ғ. [ысын исеме Ғәлиуллин Мәсғүт Нәбиулла улы; 22.6.1907, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Нөрлө а. (БР‑ҙың Өфө р‑ны) — 1944 й. ғин., Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1927 й. алып илдең төрлө пр‑тиеларында эшләй. 1937 й. башлап “Сталинсы” (ҡара: “Родник плюс”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре. “Ауыл ғишыҡтары”...

МӘСЕМ ХАН

МӘСЕМ ХАН, 15 б. 2‑се ярт. Ете башҡорт ырыуы берләшмәһе ханы. Фольклор сығанаҡтары, айырыуса “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосы, б‑са билдәле. Башҡ. риүәйәттәренә ярашлы, М.х. ставкаһы Мәсем тауы итәгендә (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. янында) урынлашҡан була. Ҡана й. (Ағиҙел й. һул ҡушылдығы) тамағында...