Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЫСЫР, Мысыр Ғәрәп Республикаһы

МЫСЫР, М ы с ы р Ғ ә р ә п Р е с п у б л и к а һ ы, Африканың төньяҡ‑көнбайышындағы һәм Азияның Синай ярымутрауындағы дәүләт. Майҙаны — 1001,4 мең км2. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 80,9 млн кеше (2011), 90%‑ы — мысырҙар (М. ғәрәптәре). Рәсми тел — ғәрәп теле. Диндарҙарҙың...

МЫШКИН Владимир Александрович

МЫШКИН Владимир Александрович (29.8.1944, Дүшәмбе ҡ. — 22.10.2018, Өфө ҡ.), токсиколог. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987). БДМИ‑ны тамамлаған (1967), 1969 й. алып шунда уҡ эшләй (1987—97 йй. уҡыу-уҡытыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина...

МЫШЫ

МЫШЫ (Alces alces), ҡуш тояҡлылар отрядының боландар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 3 м тиклем, мундаһының бейеклеге 180 см, массаһы 400 кг тиклем. Төҫө ҡуңыр‑һоро, өҫкө ире‑ не, ҡорһағы һәм аяҡтары аҡ төҫтә. Башы ҙур, оҙонса, көмрө танаулы, ата мышыларҙың...

МЯСНИКОВТАР

МЯСНИКОВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәренән. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Семён М. Уның улдары: Иван Семёнович М. (?— 1780), И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) м‑н берлектә Архангел баҡыр иретеү заводын, Белорет заводын, Богоявленск заводын, Верхотор заводын, Воскресенка заводын, Йүрүҙән-Ивановка...

МЯЧИН Константин Алексеевич

МЯЧИН Константин Алексеевич [17.8.1886, Ырымбур губ. Ырымбур өйәҙе Михайловка а. (Ырымбур өлк.) — 16.9.1938, Мәскәү], революция хәрәкәте һәм Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Советттарҙың 2‑се Бөтә Рәсәй съезы делегаты (Мәскәү, 1917). 1907 й. башлап Өфө губернаһында хәрби ойошмалар...