Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАЛЫШЕВ Юрий Михайлович

МАЛЫШЕВ Юрий Михайлович (11.4.1931, Төньяҡ Кавказ крайы Яңы Щербинов станицаһы — 7.3. 2015, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1970), проф. (1972). РСФСР‑ҙың (1981), БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре. Һарытау иҡт. ин‑тын тамамлаған (1953). 1957 й. алып СССР ФА БФ‑та эшләй (1962 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р)....

МАЛЬВА

МАЛЬВА 1) г ө л н ә ф и с (Malva), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: мавритания М., таҡыялы М., ябай М., тәпәш М. Бер, ике йәки күп йыллыҡ төклө үләндәр. Һабаҡтарының бейеклеге...

МАЛЬКОВ Павел Васильевич

МАЛЬКОВ Павел Васильевич (1901—1953), рәссам. Башҡортостан һынлы сәнғәтенең оло вәкилдәренең береһе. Һан яғынан күп булмаған, әммә үҙенсәлекле эштәре коллекцияһы Нестеров М.В. исемендәге художество музейында һаҡлана. Айырыуса билдәле эштәре: “Архиерейка башҡорттары” (1924; фанер, майлы буяу) — Өфөнөң...

МАЛЬХАНОВ Владимир Борисович

МАЛЬХАНОВ Владимир Борисович (24.5.1946, Өфө), офтальмолог. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2010). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй (1974—2013 йй. бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге күреү ағзаһының инфекцион, аллергик, аутоиммун һ.б. шешеү...

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич (10.7.1910, Дон ғәскәре өлкәһе Сельское а. — 19.10.1972, Ырымбур ҡ.), геолог‑нефтсе. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1966). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1937). 1940—49 йй. “Туймазанефть” тресының геология бүлеге начальнигы булып эшләй. Фәнни‑производство...

МАЛЬЦЕВ Михаил Еремеевич

МАЛЬЦЕВ Михаил Еремеевич (1748 — 1774 й. майы, Көңгөр ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Красноуфимск ҡәлғәһе казагы. Ырымбур казак ғәскәрендә, 1765 й. алып Красноуфимск станица йортонда писарь булып хеҙмәт итә. 1774 й. ғин. башында ихтилалға ҡушыла. 15 ғин. башлап...

МАЛЮШИН Валерий Иванович

МАЛЮШИН Валерий Иванович (19.2.1950, Украина ССР‑ы Михайловка а.), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Ленинград театр, музыка һәм кинематография ин‑тын (1971; В.С.Андрушкевич курсы) тамамлағандан һуң Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры,...

МАМАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл

МАМАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Мамаҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 659 кеше; 1920 — 642; 1939 — 488; 1959 — 474; 1989 — 366; 2002 — 367; 2010 — 339 кеше. Удмурттар йәшәй...

МАМИН-СИБИРЯК Дмитрий Наркисович

МАМИН-СИБИРЯК (Мамин) Дмитрий Наркисович (25.10.1852, Пермь губ. Висимо‑Шайтан з‑ды – 2.11. 1912, С.‑Петербург), урыҫ яҙыусыһы. Урал һәм Себерҙең тау сәнәғәте тормошона арналған “Тау ояһы” (“Горное гнездо”), “Ҡырағай бәхет” (“Дикое счастье”; икеһе лә – 1884), “Өс тамамланыш” (“Три конца”; 1890), “Алтын”...

МАМЛЫГИН Конон Наумович

МАМЛЫГИН Конон Наумович (1724—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Озерки а. йәшәгән дәүләт крәҫтиәндәренән. Ихтилалға 1774 й. ғин. ҡушыла. Көңгөр ҡ. ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Яҙын атаман И.Г.Васев отряды м‑н Исәт провинцияһына...

МАМЫҒҮЛӘН

МАМЫҒҮЛӘН (Puccinellia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: Гаупт М., гигант М., оҙонтәңкә М., аралы М. һәм нескә М. Күп йыллыҡ үләндәр, ярайһы уҡ тығыҙ булған кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә....

МАМЫҠБАШ КҮРӘН

МАМЫҠБАШ КҮРӘН (Eriophorum), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫлектәр һәм түңгәктәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында...

МАНАПОВ Илдар Илдус улы

МАНАПОВ Илдар Илдус улы (19.5.1983, Прага), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡ. (2008) артисы. Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (2001; педагогы Ю.Г.Ушанов) БДОБТ солисы. М. сәнғәтенә сағыу индивидуаллек, юғары һәм күтәренке рухлы башҡарыу оҫталығы, партнёрын нескә тойоу...

МАНАПОВ Ирек Усман улы

МАНАПОВ Ирек Усман улы (7.5. 1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а.), инженер- механик. РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2005). ӨАИ‑ны тамамлаған (1972). 1966 й. алып ӨМЭПБ‑ла: 1970 й. башлап инженер-технолог, 1976 й. — цех нач. урынбаҫары, 1981 й. — нач., 1988 й. — баш технолог, 2002 й. —...

МАНАТОВ Шәриф Әхмәт улы

МАНАТОВ Шәриф Әхмәт улы (Шәрифйән Әхмәтйән улы) [20.10. 1893, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1892, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Манат а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 1936, Силәбе өлк. Смородиновка а., БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк а. ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте һәм дәүләт эшмәкәре. 1918 й. алып РКП(б) ағзаһы....

МАНЗУРОВ Сергей Марксович

МАНЗУРОВ Сергей Марксович (1.9.1960, Күмертау ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1986 й. алып “Сибайский рабочий” гәз. хеҙм‑ре: 1993 й. — мөхәррир урынбаҫары, 2001 й. — бүлек мөдире; 2003—04 йй. “Уральский проект” (“Урал проекты”) гәз. баш мөхәррире; 2006—09 йй....

МАННАНОВ Ирек Нәғим улы

МАННАНОВ Ирек Нәғим улы (15.8.1970, Бәләбәй ҡ.), спортсы. Саңғы ярышы (2002) һәм биатлон (2006) б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мас‑ теры. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Бәләбәй, тренеры Н.И.Савельев), 1998—2010 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.Ә.Ғүмәров,...

МАННАНОВ Шакир Фәтих улы

МАННАНОВ Шакир Фәтих улы [1.10.1917, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡыяуыҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 23.4.1973, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Стәрлетамаҡ с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. шул уҡ р‑ндың Октябрьский а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып һәм 1945—54 йй. Ишембай...

МАННАНОВА Флора Фәтих ҡыҙы

МАННАНОВА Флора Фәтих ҡыҙы (19.9.1946, Галле ҡ., Германия), стоматолог. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1998), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1986). Ҡазан медицина институтын тамамлағандан һуң (1974) 1979 й. тиклем Өфө ҡ. 1‑се стоматология поликлиникаһында...

МАННАПОВ Әлфир Ғабдулла улы

МАННАПОВ Әлфир Ғабдулла улы (24.2.1954, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Иҫке Боғаҙы а.), зооинженер. Биол. ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. бе‑ лем биреү хеҙм‑ре (2013). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1981 й. тиклем һәм 1986—2006 йй. шунда уҡ (1991—96...