Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НЕФТЕХИМИЯ ҺӘМ КАТАЛИЗ ИНСТИТУТЫ

НЕФТЕХИМИЯ ҺӘМ КАТАЛИЗ ИНСТИТУТЫ, 1992 й. НИИнефтехим нигеҙендә БР ФА‑ның Нефтехимия һәм катализ институты булараҡ ойошторола, 2004 й. алып Рәсәй фәндәр академияһына ҡарай. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: гомоген һәм гетероген катализ, металл комплекслы катализ, нефтехимия, органик һәм металорганик...

НЕФТЕХИМИЯ ЭШКӘРТЕҮ ИНСТИТУТЫ

НЕФТЕХИМИЯ ЭШКӘРТЕҮ ИНСТИТУТЫ, ДУП. 1956 й. Черниковск ҡ. (хәҙ. Өфө эсендә) Өфө ҒТИ‑ның нефть эшкәртеү бүлеге базаһында Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ булараҡ ойошторола, 1992 й. алып БР ФА‑ның Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑ты, 2001 й. — БР‑ҙың Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты, 2004 й. хәҙ. исемен ала. Эшмәкәрлегенең...

НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ КОМПЛЕКС

НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ КОМПЛЕКС, өҫтә һәм аҫта ятҡан тоҡомдарҙан литология яғынан айырылып торған, нефте һәм тәбиғи газы булған геол. киҫелештең бер өлөшө. Көньяҡ Татар көмбәҙендә, Башҡорт көмбәҙендә һәм Саҡмағош‑Өфө зонаһында юғары продуктлы ятыштарҙың күпселеге девон терриген Н.һ.г.к. горизонттарына тура...

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ, нефтте һыу, минераль тоҙҙар һәм механик ҡушылмаларҙан таҙартыу юлы м‑н уны артабан эшкәртеүгә әҙерләү. Ер аҫты ҡатламдары һыуҙары (массаһы б‑са 1‑ҙән кәмерәктән 80—90%‑ҡа тиклем) сығарылған нефттә эмульсия рәүешендә була. Уларҙың барлыҡҡа килеүенә һәм стабилләштереүенә...

НЕФТТЕҢ АЗОТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ АЗОТОРГАНИК БЕР- ЛӘШМӘЛӘРЕ, нефть составындағы бер, hирәгерәк 2 hәм унан да күберәк азот атомы булған органик берләшмәләр. Н.а.б. нейтраль (пирролдың бензол сығарылмалары),__ hелтеле (пиридин hәм уның сығарылмалары), аҙ hелтеле (амидтар, лактамдар) hәм металлы порфириндарға айыралар. Бөтә нефттәрҙә...

НЕФТТЕҢ КИСЛОРОДОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ, порфирин молекулаһының N—H группаһында бер йәки ике водород атомын металл катионына алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән берләшмәләр. Пирролдың дүрт порфин ҡулсаһынан төҙөлгән структураһы пор‑ фирин молекулаһының нигеҙе булып тора. Тәбиғи порфириндар алмаштырыусылары...

НЕФТТЕҢ КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

НЕФТТЕҢ КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, нефттә булған (0,01—10%) көкөрторганик берләшмәләр. Меркаптандарҙан, сульфидтарҙан, тиаарендарҙан, ҡуйыртылған гетероциклик берләшмәләрҙән һ.б. тора. Дарыуҙар, эластомерҙар, эреткестәр, экстрагенттар, пестицидтар, мал аҙығына өҫтәмәләр һ.б. етештереү өсөн ҡулланыла....

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ

НЕФТТЕҢ МЕТАЛЛ‑ПОРФИРИН КОМПЛЕКСТАРЫ, порфирин молекулаһының N—H группаһында бер йәки ике водород атомын металл катионына алмаштырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән берләшмәләр. Пирролдың дүрт порфин ҡулсаһынан төҙөлгән структураһы порфирин молекулаһының нигеҙе булып тора. Тәбиғи порфириндар алмаштырыусылары...

НЕФТТЕҢ ХИМИК МЕХАНИКА ҮҘӘГЕ

НЕФТТЕҢ ХИМИК МЕХАНИКА ҮҘӘГЕ, БР ФА‑ға ҡарай, 2002 й. Өфөлә “НИИнефтеотдача” ДУП‑ы базаһында асыла, 2009 й. алып Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть һәм газ биреүсәнлекте арттырыуҙың газ, гидродинамик, микробиол., термик, физик-химик ысулдарын ҡулланыуҙы...

НЕФТЬ

НЕФТЬ (фарс. нефт), шыйыҡ янар файҙалы ҡаҙылма. Үҙенсәлекле еҫле, төҫө аҡһыл көрәндән ҡуйы һороға тиклем булған майлы шыйыҡса, дисперслы система; т‑ра 50°C булғанда йәбешкәклеге 0,012—0,55 см2/с тигеҙ; тығыҙлығы 650—1050 кг/м3 сиктәрендә тирбәлә; оптик яҡтан актив берләшмә. Н. — төрлө органик берләшмәләр...

НЕФТЬ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

НЕФТЬ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, нефть сығарыу, эшкәртеү, нефтехимия, газ сәнәғәттәре өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы; проф. һәм өҫтәлмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Н.б.б.б. 1932 й. Стәрлетамаҡ ҡ. Көнсығыш нефть техникумы (Стәрлетамаҡ нефть техникумы итеп үҙгәртелгән,...

НЕФТЬ ҠЫУЫУ

НЕФТЬ ҠЫУЫУ, н е ф т т е д и с т и л л я ц и я л а у, нефть продукттарын, уларҙың компоненттарын алыу өсөн нефтте төрлө т‑рала ҡайнаған фракцияларға (дистилляттар) бүлеү. Сеймалдың ректификация м‑н парға әйләнеүенең күп баҫҡыслы (нефть массаһының 80—90%‑ты 30—550°С интервалда ҡайнаған ҡатмарлы углеводород...

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫ

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫ, нефтте, газ конденсатын һәм углеводород газдарын эшкәртеү процесында йәки нефть фракцияларын һәм уларҙың компоненттарын компаундлағанда (ҡатыштырыу) алынған углеводород ҡатышмалары һәм индивидуаль химик берләшмәләр. Н.п. төркөмдәргә бүләләр: яғыулыҡтар (углеводород газдар, бензин,...

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ТАҘАРТЫУ

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ТАҘАРТЫУ, нефть продукттарынан (дистилляттарҙы һәм нефть ҡыуыу ҡалдыҡтарын) көкөрт һәм азот берләшмәләрен, асфальтлы‑ыҫмалалы матдәләрҙе һ.б яғыулыҡ һәм майҙарҙың эксплуатация үҙенсәлектәрен насарайтҡан компоненттарҙы алыу. Сәнәғәттә химик, физик‑химик һәм каталитик ысулдар ҡулланалар....

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫН ҮТКӘРГЕСТӘР, нефть продукттарын ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, тармаҡлы, айырғыс, килтергес, блокировка һәм технологик Н.п.ү. айыралар. Магистраль Н.п.ү. нефть продукттарын баш һурҙырыу станцияһынан һуңғы пунктҡа тиклем ҡыуыу өсөн тәғәйенләнгән. Тармаҡлылары...

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ

НЕФТЬ ПРОДУКТТАРЫНЫҢ ХИМИК СОСТАВЫ. Нефть продукттарының сифатын, эксплуатация һәм һаҡлау шарттарын билдәләгән элемент, төркөм һәм индивидуаль составтары айырыла. Нефть продукттарының төп элементтары булып углерод (83—90% һәм унан юғарыраҡ), водород (8—15%), көкөрт (0,01—7,5; бензиндә 0—1,8; дизель...

НЕФТЬ СЫҒАРЫУ СӘНӘҒӘТЕ

НЕФТЬ СЫҒАРЫУ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәте тармағы. Нефть ятҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау, сығарыу һәм эксплуатациялау эштәрен башҡара. Башҡортостанда Н.с.с. барлыҡҡа килеүе 1929 й. “Уралнефть” тресының (1930 й. алып “Востокнефть”) нефткә геология‑разведка эштәрен ойоштороуына һәм 1932 й. Стәрлетамаҡ...

НЕФТЬ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ

НЕФТЬ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ, 1943 й. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тының (1930 й. нигеҙләнгән) Өфө филиалы булараҡ асыла, 1941 й. окт. Өфөгә эвакуациялана. 1948 й. алып Өфө нефть ин‑ты, 1993 й. — Өфө дәүләт нефть техник ун‑ты. Составына 9 ф‑т (производство процестарын автоматлаштырыу, архитектура‑төҙөлөш,...

НЕФТЬ ТЕХНИКУМЫ

НЕФТЬ ТЕХНИКУМЫ, Өфөлә урынлашҡан, 1946 й. Черниковск ҡ. (хәҙ. Өфө эсендә) асылған. 2003 й. Яғыулыҡ‑энергетика колледжы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: етештереү процестарын автоматлаштырыу, нефть һәм газ эшкәртеү, органик синтез...

НЕФТЬ ҮТКӘРГЕСТӘР

НЕФТЬ ҮТКӘРГЕС, нефть ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, алып килгән, ҡабул иткән, сығарып ебәргән һәм технологик Н.ү. айыралар. Магистраль Н.ү. төп һурҙырып ҡыуыу станцияларынан, ер аҫты, һыу аҫты, ерҙәге, ер өҫтөндәге үткәргес торбаларҙан һ.б. объекттарҙан тора, нефтте ҡабул итеү...