Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НАЗАР Хәсән Мөҙәрис улы

НАЗАР (Назаров) Хәсән Мөҙәрис улы (15.1.1942, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Түб. Мәмбәтша а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2017). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1975). 1966 й. алып “Таң” гәз. бүлек мөдире, 1968—2001 йй. (өҙөклөк м‑н) “Ағиҙел” ж. (1995 й. —...

НАЗАР, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

НАЗАР, В ә л и ш а, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңы Себенле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Ташлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 163 кеше; 1920 — 194; 1939 — 148; 1959 — 100; 1989 — 86; 2002 — 96; 2010 — 69 кеше. Башҡорттар...

НАЗАРКИН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

НАЗАРКИН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1130 кеше; 1920 — 581; 1939 — 1258; 1959 — 668; 1989 — 186; 2002 — 216; 2010...

НАЗАРОВ Айрат Әхмәт улы

НАЗАРОВ Айрат Әхмәт улы (1.10. 1959, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Байыш а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1999). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981), СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә эшләй, 1985 й. алып ӨНИ‑лә, 1986— 2004 йй. һәм 2007 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында:...

НАЗАРОВ Алексей Михайлович

НАЗАРОВ Алексей Михайлович (15.1.1964, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1986), Органик химия ин‑тында эшләй (1999 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). 2001 й. алып “БР ФА‑ның тәжрибә заводы” ДУП‑ының ғилми эш һәм етештереү б‑са дир., 2009 й. — ген. дир., 2011 й. — “Медфарм‑центр”...

НАЗАРОВ Василий Фёдорович

НАЗАРОВ Василий Фёдорович (23.5.1942, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Шемәк а. — 25.4.2019, Өфө), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1970). 1961 й. алып 40‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында, 1964 й. – 2‑се Дәүләт союз з‑дында (икеһе лә — Өфө), 1966 й. алып һәм 1981 й. –...

НАЗАРОВ Владимир Дмитриевич

НАЗАРОВ Владимир Дмитриевич (4.9.1940, Борисов ҡ.), инженер-электро-физик. Техник ф. д‑ры (1996), проф. (2008). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1999), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). Ленинград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964), Электро-физик аппаратура ҒТИ‑нда, 1967 й. алып...

НАЗАРОВ Михаил Алексеевич

НАЗАРОВ Михаил Алексеевич [24.5.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Ҡананикольский а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 29.8.2019, Өфө], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2002). Рәссамдар союзы ағзаһы (1981). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын (1951; педагогтары Б.Ф.Лалетин, А.Э.Тюлькин), Эстония художество ин‑тын (Таллин,...

НАЗАРОВ Николай Григорьевич

НАЗАРОВ Николай Григорьевич (8.8.1946, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Вознесенка а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1946 й. алып Учалы р‑нында эшләй: 1965 й. тиклем, 1968— 69 йй. һәм 1992 й. башлап мал ҡараусы, 1994 й. — “Поляковка” АХПК бригадиры, 2005—07 йй. “Кронос 16” ЯСЙ‑нда; 1969—92 йй. “Байрамғол” с‑зында:...

НАЗАРОВ Рәшит Сәйетбаттал улы

НАЗАРОВ Рәшит Сәйетбаттал улы (1.11.1944, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы 2‑се Төрөмбәт а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Төрөмбәт а., — 14.10. 2006, Ишембай ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 й. сыға. Н. шиғриәте өсөн ысынбарлыҡты...

НАЗАРОВА Ульяна Анатольевна

НАЗАРОВА Ульяна Анатольевна (24.12.1974, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997), ӨМЭПБ‑ла эшләй. 2002 й. алып Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 2008 й. алып йәмәғәтселек м‑н бәйләнеш һәм кадрҙағы резерв м‑н эш б‑са бүлек нач., 2013 й....

НАЙДЁНОВТАР

НАЙДЁНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Семён Н., 1638 й. Өфөлә яңы суҡындырылған хеҙмәтле кеше (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр). Уның улдары: Василий Семёнович Н. (1637—?), 1661 й. яңы суҡындырылған хеҙмәтле кешеләр исемлеге б‑са түләүле...

НАҠАҪБАШ ЗАКАЗНИГЫ

НАҠАҪБАШ ЗАКАЗНИГЫ. 1969 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙер өсөн зоол. заказник булараҡ ойошторола. Күмертау ҡ. көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта Керәүле (Ағиҙел й. басс.) һәм Наҡаҫ (Һаҡмар й. басс.) йй. араһында, Күгәрсен м‑н Көйөргәҙе р‑ндары терр‑яһында урынлашҡан. Майҙаны 23,8 мең га, терр‑яның...

НАЛИВКИН Василий Дмитриевич

НАЛИВКИН Василий Дмитриевич (30.4.1915, Петроград — 5.11.2000, С.‑Петербург), геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1968), БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1964). СССР‑ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1958). Д.В.Наливкиндың улы. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1938)....

НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич

НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич (25.8.1889, С.‑Петербург — 3.3.1982, Ленинград), геолог, палеонтолог. СССР ФА акад. (1946), Төрөкмән ССР‑ы ФА‑ның (1951), Чехословакия ФА‑ның (1962), Сербия фән һәм сәнғәт акад. (1965) почётлы ағзаһы, геол.‑минералогия ф. д‑ры (1936), проф. (1924). Соц. Хеҙмәт Геройы (1963)....

НАМАҘ

НАМАҘ (фарс. доға), исламда көн һайын биш тапҡыр доға ҡылыу. Н. алдынан тәһәрәт алына, Намаҙ ваҡытында Аллаға табынғанлыҡты раҫлаған хәрәкәттәр яһала (руҡут, сәждә). Кейемдең һәм урындың таҙа булыуы шарт, шәриғәт ҡушҡан ваҡытта уҡыла: таңда — иртәнге Н., төш уртаһында — өйлә Н., төштән һуң — икенде...

НАМАҘЛЫҠ

НАМАҘЛЫҠ, намаҙ уҡығанда иҙәнгә йәйә торған келәм. Н. нәфис өлгөләре биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре булып тора. Н. бәрхәттән, эслек ҡуйып, йоҡа туҡыманан тегәләр, һирәкләп һуғып эшләйҙәр (ҡара: Балаҫ һуғыу), нағыш һалалар (ҡара: Сигеү). Ғәҙәттә, Н. композицияһы орнаменттан (ҡайһы берҙә мосолман каллиграфияһы...

НАМЕСТНИКЛЫҠ

НАМЕСТНИКЛЫҠ, 1775— 97 йй. Рәсәйҙәге адм.‑терр. берәмек. 1775 й. Императрица Екатерина II губ. реформалары нигеҙендә ойошторола. Н. губерналар урынына индерелә, өлкәләргә һәм өйәҙҙәргә бүленә. 2—3 Н. секретарь һәм адъютанттары булған ген.‑губернатор (наместник) етәкс. иткән ген.-губернаторлыҡтарға берләшә....

НАМЁТКИН Сергей Семёнович

НАМЁТКИН Сергей Семёнович (21.6.1876, Ҡазан — 5.8.1950, Мәскәү), химик‑органик. СССР ФА акад. (1939), химия ф. д‑ры (1935). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1947). Фәнни хеҙмәттәре нефть химияһы һәм технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Н. тарафынан СССР нефте м‑н тәбиғи газының...

НАНОСТРУКТУР МАТЕРИАЛДАР

НАНОСТРУКТУР МАТЕРИАЛДАР к ү л ә м л е, бөртөктәренең йәки башҡа структура берәмектәренең уртаса үлсәмдәре 100 нм кәм булған поликристаллик материалдар. Н.м. аҫтан өҫкә (наноүлсәмле өлөшсәләрҙе атомлап йыйып йәки туплап) йәки өҫтән аҫҡа табан (структураны бүлеп йәки тиң булмаған ҡаты аморф иретмәнән...