Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЛЕЧЕВ Владимир Вячеславович

ПЛЕЧЕВ Владимир Вячеславович (18.9.1949, Өфө), хирург. БР ФА акад. (2018), мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1999), РФ‑тың (2010) һәм БР‑ҙың (1995) атҡ. табибы, БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). Д.Н.Лазареваның улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972), 1976 й. алып шунда уҡ эшләй:...

ПЛЕЩЕЕВ Алексей Николаевич

ПЛЕЩЕЕВ Алексей Николаевич (22.11.1825, Кострома ҡ. — 26.9.1893, Париж, Мәскәүҙә ерләнгән), яҙыусы. “Ике карьера” (“Две карьеры”), “Дачалағы романдар” (“Дачные романы”, икеһе лә — 1860) повестары, “Бәхетле пар” (“Счастливая чета”, 1862), “Нимә йыш була” (“Что часто бывает”, 1864) пьесалары, “Алға!”...

ПЛОДОЯГОДНЫЙ, Баҡалы р-нындағы ауыл

ПЛОДОЯГОДНЫЙ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 6 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 78 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 111 кеше; 1989 — 180; 2002 — 202; 2010 — 189 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). П. — Баҡалы емеш үҫтереү с‑зының үҙәк усадьбаһы. 1939 й....

ПЛОТНИКОВ Дмитрий Павлович

ПЛОТНИКОВ Дмитрий Павлович (2.8.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән‑Петровск заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән а., — 4.9.2012, Пермь ҡ.), полк. (1955). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. В.М.Молотов ис. Ленинград офицерҙарҙың...

ПЛОТНИКОВ Иван Фёдорович

ПЛОТНИКОВ Иван Фёдорович [4.9.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Королёв а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) —13.7.2011, Екатеринбург ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1967), проф. (1968). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1947 й. алып Ҡариҙел...

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА, геол. теория, уға ярашлы Ер мантияһында ядро— мантия сигендә барлыҡҡа килгән плюмдар — еңелсә йылынған матдәнең конвектив ағымдары була (У. Морган, 1971). Плюмдар, Ер өҫтөнә күтәрелеп, ер ҡабығында һәм өҫкө мантияла иреү усаҡтары булдыра һәм билдәле геохимик типтағы вулканизм тыуҙыра,...

ПНЕВМОНИЯ

ПНЕВМОНИЯ (гр. pnéumon — үпкәләр), ү п к ә ш е ш е ү е, эске альвеоляр экссудация м‑н барған үпкәнең респиратор бүлектәренең сығанаҡ урыны зарарланыуы м‑н ҡылыҡһырланған ауырыуҙар төркөмө. Кеше П. Этиологияһына бәйле бактериаль, вируслы, микоплазмалы һ.б. П.; ҡатнаш (вируслы‑бактериаль), аллергик,...

ПОБОИЩЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл

ПОБОИЩЕ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Побоище а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 55 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 122 км алыҫлыҡта Ямашлы й. (Һаҡмар й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 192 кеше; 1920 — 369; 1939 — 577; 1959 — 782; 1989 — 284; 2002 — 247; 2010 — 194 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ПОВАРИСОВ Суфиян Шәмсетдин улы

ПОВАРИСОВ Суфиян Шәмсетдин улы [29.8.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Тыпый а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) – 3.7.2016, Өфө], яҙыусы, тел, әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2011), БР‑ҙың (1992) һәм ТР‑ҙың (2004) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү...

ПОВЕСТЬ

ПОВЕСТЬ, хикәйә м‑н роман араһындағы уртаса эпик жанр; төп персонаждың билдәле йәшәү дәүерен һүрәтләгән эпизодтар, бер йәки ике герой тирәләй ваҡиғаларҙы туплаған, бер нисә сюжет һыҙығы ҡулланылған проза әҫәре. Башҡорт әҙәбиәтендә П. көнсығыш жанрҙары — ҡисса һәм дастан традицияларында үҫешә. Тәү‑ ге...

ПОГОДИН Василий Николаевич

ПОГОДИН Василий Николаевич (11.7.1965, Өфө), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1998). “Ағиҙел” (ауыр атлетика б‑са тренеры Г.В.Кочкин), “Батыр” (Л.Н.Копнин) спорт клубтары, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (П.С.Горулёв) тәрбиәләнеүсеһе, 1996—98...

ПОГОДИН Василий Филиппович

ПОГОДИН Василий Филиппович (2.8.1913, Ырымбур ҡ. — ?), селекционер. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чкалов а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Ҡырғыҙ ССР‑ының “КокБель” с‑зында баш агроном. 1946 й. алып Көньяҡ‑Көнсығыш игенселек хужалығы ин‑тында (Һарытау ҡ.), 1948 й. — Ырымбур селекция ст. эшләй. 1957...

ПОГОРСКИЙҘАР

ПОГОРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Лаврентий (Шувалко) П., яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән. 16 б. аҙ. Кадом өйәҙенең Кадом ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Уның улдары: Андрей Лаврентьевич һәм Кондратий Лаврентьевич П. Болалы ваҡытта (16...

ПОДАЛИРИЙ

ПОДАЛИРИЙ (Iphiclides podalirius), күбәләктәр отрядының елкәнлеләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала, Алғы һәм Урта Азияла таралған. Ҡанатының ҡоласы 6—8 см, һарғылт аҡ төҫтә, арҡыры ҡара һыҙатлы. Артҡы ҡанаттарында эске (ҡара) һәм тышҡы (ярым ай формаһындағы зәңгәр таптар) ситтәре, аҫҡы өлөшөндә —...

ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович

ПОДБЕЛЬСКИЙ Александр Ипполитович (яҡынса 1856, Өфө — 1925, шунда уҡ), соц. гигиенист. Мед. д‑ры (1890). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1884) шунда уҡ эшләй. 1902 й. алып Өфөлә: губерна земство дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы), 1908—21 йй. земство ҡатын‑ҡыҙҙар акушер‑фельдшерлыҡ мәктәбенә...

ПОДВИНЦЕВТАР

ПОДВИНЦЕВТАР, алтын приискыһы хужалары, сауҙагәрҙәр. Билдәлеләре: Артамон Ермолаевич П., 2‑се гильдия сауҙагәре. Себерҙә алтын ятҡылыҡтарын тикшереү м‑н шөғөлләнгән. Екатеринбург алтын сәнәғәте компанияһы, Уралда һәм Себерҙә приискылар һәм рудниктар хужаларының береһе. Уның ҡустыһы Ермолай Ер‑ молаевич...

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич

ПОДВОЙСКИЙ Николай Ильич (16.2.1880, Чернигов губ. Кунашов‑ ка а. — 28.7.1948, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1901 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. окт. РСДРП(б) ҮК эргәһендәге Бөтә Рәсәй хәрби ойошмалар бюроһы рәйесе, Петроградтағы Октябрь ҡораллы күтәрелеше етәкселәренең береһе,...

ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович

ПОДГОРНЫЙ Адольф Павлович (7.4.1940, Өфө — 5.1.2005, шунда уҡ), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1993). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация‑спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.П.Марюткин, В.А.Станкевич). Билдәләнгән...

ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р-нындағы ауыл

ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Чапаев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 980 кеше; 1920 — 1621; 1939 — 1649; 1959 — 1309; 1989 — 663; 2002 — 638; 2010 — 566 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович

ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович (12.2.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Никольский ҡсб — 18.10.2000, Өфө ҡ.), өлкән лейтенант. Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. СССР ЭЭМ‑ының Ленинград хәрби‑сәйәси училищеһын тамамлаған (1948). 1941 й. алып Бәләбәй...