Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПОЛИЦИЯ УРЯДНИКТАРЫ МӘКТӘБЕ

ПОЛИЦИЯ УРЯДНИКТАРЫ МӘКТӘБЕ, хоҡуҡ һаҡлау системаһының түбәнге чиндарын әҙерләгән башланғыс проф. уҡыу йорто. 1913 й. П.П.Башилов инициативаһы б‑са ул раҫлаған “Өфө ҡ. полиция һағы урядниктары мәктәбе тураһында положение”ға ярашлы Өфө полиция урядниктары мәктәбе булараҡ асыла. ЭЭМ ҡарамағында була....

ПОЛИЭЛЕКТРОЛИТТАР

ПОЛИЭЛЕКТРОЛИТТАР, макромолекулаларында ионоген төркөмдәр булған полимерҙар. Эретмәләрҙә полииондарға һәм түбән молекуляр противоиондарға тарҡала. Химик тәбиғәте б‑са поликислоталар (полиакрил, полиэтиленсульфокислота һ.б.), полинигеҙҙәр (поли‑4‑винилпиридин, полиэтиленполиаминдар һ.б.) һәм полиамфолиттар...

ПОЛИЭТИЛЕН

ПОЛИЭТИЛЕН, [—CH2—CH2—]n, этилен полимеры. Юғары (мол. м. 30—40 мең), урта һәм түбән (мол. м. 50 мең—1 млн) баҫымлы П. бүләләр, улар тармаҡланыу, кристаллашыу (60‑тан 90%‑ҡа тиклем), иреү т‑раһы м‑н айырыла. Аҡ төҫтәге термопласт, ағыулы түгел, 80°С юғарыраҡ т‑рала алифатик, ароматик углеводородтарҙа...

ПОЛИЭТИЛЕНОКСИД

ПОЛИЭТИЛЕНОКСИД, полиоксиэтилен, (—О—СН2—СН2—)n, этилен окисы полимеры. Түбән (мол. м. 200—40000; полиэтиленгликоль, карбовакс), юғары (мол. м. 100 мең — 10 млн; полиокс, алкокс) молекуляр П. айырыла. Йәбешкәк шыйыҡлыҡ (мол. м. 400‑гә тиклем), балауыҙға оҡшаш матдәләр, термопластар (2 мең һәм юғарыраҡ);...

ПОЛИЭТИЛЕНПОЛИАМИНДАР

ПОЛИЭТИЛЕНПОЛИАМИНДАР, диэтилентриамин, триэтилентетрамин, тетраэтиленпентамин, пентаэтилен‑ гексамин һ.б., ш. уҡ пиперазин һәм уның сығарылмаларынан торған H2N(C2H4NH)nH уртаҡ формулалы берләшмәләр ҡатышмаһы. Түбән (n=2—6), юғары (n=250—1500) молекуляр П. айырыла. Түбән молекуляр П. — шыйыҡлыҡ, төҫө...

ПОЛИЭТИЛЕНТЕРЕФТАЛАТ

ПОЛИЭТИЛЕНТЕРЕФТАЛАТ, (—ОСОС6Н4СОО—С2Н4—)n, термопласт, терефталат к‑таһы м‑н этиленгликолдең ҡатмарлы полиэфиры. Аморф (үтә күренмәле һорғолт һары), кристалл (төҫһөҙ, үтә күренмәй) П. айырыла. Мол. м. 20—40 мең, кристаллашыу дәрәжәһе йүнәлешһеҙ 40— 45%, йүнәлешле 60—65%, тығыҙлығы 1380—1400 кг/м3,...

ПОЛЛИНОЗ

ПОЛЛИНОЗ (лат. рollen — һеркә), б е с ә н б и ҙ г ә г е, организмдың аллерген үҙенсәлектәре булған үҫемлектәр һеркәһенә артыҡ ныҡ һиҙгерлеге арҡаһында тыуған аллергик ауырыу. Шундай үҫемлектәр сәскә атҡан осорҙа барлыҡҡа килә. Төп симптомдары: сөскөрөү, тымаулау, күҙҙән йәш ағыу, яҡтыға күҙ сағылыу,...

ПОЛОЖЕНЦЕВ Пётр Артемьевич

ПОЛОЖЕНЦЕВ Пётр Артемьевич (16.10.1900, Һамар губернаһы Ҡарабай а. — 30.8.1982, Воронеж ҡ.), зоолог. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1944). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945). Ленинград урман институтын тамамлағандан һуң (1926) 1934 й. тиклем Бор тәжрибә урмансылығында (Калуга өлкәһе), Һамар урман...

ПОЛОЦК ҺӘМ СМОЛЕНСК ШЛЯХТАҺЫ

ПОЛОЦК ҺӘМ СМОЛЕНСК ШЛЯХТАҺЫ, 17 б. 1‑се ярт. Речь Посполитаяның Полоцк һәм Смо‑ ленск ҡҡ. гарнизондарында хеҙмәт иткән өҫтөнлөклө поляк ҡатламы вәкилдәре. 1654—67 йй. рус‑поляк һуғышы ваҡытында рус ғәскәрҙәре Смоленскиҙы (1654) һәм Полоцкиҙы (1655) алғандан һуң, хәрби әсирлеккә төшкән (ҡара: Хәрби...

ПОЛТОРАЦКИЙ Пётр Алексеевич

ПОЛТОРАЦКИЙ Пётр Алексеевич (24.1.1842, Тверь ҡ. — 3.7.1909, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1891). Дворяндарҙан. Паж корпусын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1860) Хәрби министрлыҡта, 1867 й. алып ЭЭМ‑да хеҙмәт итә. 1874 й. башлап Новгород вице‑губернаторы, 1882 й. — Архангельск,...

ПОЛУНИН Иван Александрович

ПОЛУНИН Иван Александрович [25.8.1912, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подлуб а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡа‑ лы р‑ны) — 2.6.1990, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Профсоюздар хәрәкәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949). 1930—39 йй. БАССР‑ҙың...

ПОЛУЭКТОВ Степан Михайлович

ПОЛУЭКТОВ Степан Михайлович (1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Тирлән заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., — 14.1.1945, Вильковицы ҡсб, Польша), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. мартынан башлап Үҙәк, Белоруссия, 1‑се Белоруссия...

ПОЛУЯНОВ Виктор Трофимович

ПОЛУЯНОВ Виктор Трофимович (13.11.1913, Царицын ҡ. — 26.10.1979, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1963). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Волгоград механика ин‑тын тамамлағандан һуң (1938) Урал турбомоторҙар з‑дында эшләй, бер үк ваҡытта 1958—63 йй....

ПОЛЬША

ПОЛЬША, П о л ь ш а  Р е с п у б л и к а һ ы, Көнсығыш Европалағы дәүләт. Майҙаны — 312,7 мең км2. Баш ҡалаһы — Варшава. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 38,2 млн кеше (2002): поляктар (96,7%), немецтар (0,4%), белорустар (0,1%), украиндар (0,1%) һ.б. Рәсми тел — поляк теле. Диндарҙарҙың күпселеге...

ПОЛЬША ПОХОДЫ (1771—73)

ПОЛЬША ПОХОДЫ (1771—73), Речь Посполитаяла Барск конфедерацияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнашҡан башҡ. ғәскәре экспедицияһы. Башында старшиналар торған 10 башҡ. командаһы (3111 кеше) көсө м‑н атҡарылған. 1771 й. 18 дек. Өфөнән тәүге төркөм, 1772 й. 4 ғин. һуңғыһы сығып китә. Ғәскәр ген.‑поручик А.И.Бибиков...

ПОЛЯКОВ Василий Николаевич

ПОЛЯКОВ Василий Николаевич (6.2.1928, Һамар губ. Матвеевка а. — 14.4.1999, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1950) Куйбышев өлк. “Кинәле” с‑зында, 1952—53 йй. Ырымбур өлк. Боғорослан МТС‑ында өлкән ветеринар врач. 1956 й. алып Боғорослан мед....

ПОЛЯКОВ Владимир Андреевич

ПОЛЯКОВ Владимир Андреевич (16.2.1945, Өфө), йырсы (баритон). РФ‑тың атҡ. артисы (1995). Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). ӨАИ‑ны (1968), ӨДСИ‑не (1977; М.Ғ.Мортазина класы) тамамлаған. 1968—73 йй. “Гидравлика” Өфө агрегат берекмәһе инженеры, 1977 й. алып СССР‑ҙың Ҙур театры, 1983—2004...

ПОЛЯКОВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл

ПОЛЯКОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 291 кеше; 1920 — 246; 1939 — 227; 1959 — 478; 1989 — 374; 2002 — 393; 2010 — 384 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Вперёд урта мәктәбе филиалы),...

ПОЛЯКОВКА, Учалы р-нындағы ауыл

ПОЛЯКОВКА, Учалы р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 55 км һәм Ҡорама т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Уй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1615 кеше; 1920 — 2632; 1939 — 2636; 1959 — 1522; 1989 — 869; 2002 — 794; 2010 — 677 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ПОЛЯКОВСКИЙ Иосиф Болеславович

ПОЛЯКОВСКИЙ Иосиф Болеславович (14.9.1925, Украина ССР‑ы Липовка а. — 26.5.1981, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976). 1945 й. алып “Туймазабурнефть” тресы быраулаусыһы, 1953 й. — быраулау мастеры, 1967 й. — участка нач.; 1970 й. башлап...