Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПСТЫГО Иван Иванович

ПСТЫГО Иван Иванович [10.4.1918, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Сухополь а. (БР‑ҙың Архангел районы) — 23.2.2009, Мәскәү ҡ.], хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1978). СССР‑ҙың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1967). Авиация маршалы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа көстәренең Юғары командирҙар...

ПТАШКО Олег Анатольевич

ПТАШКО Олег Анатольевич (30.3. 1962, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивангород а.), химик. Химия ф. д‑ры (2007). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Салауат ҡ. эшләй: 8‑се (1986 й. тиклем) һәм 14‑се (1987) урта мәктәптәр уҡытыусыһы. 1988 й. башлап Органик химия ин‑тында, 1992—96 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында...

ПТЕРИДОЛОГИЯ

ПТЕРИДОЛОГИЯ (гр. pteris — абаға һәм ...логия), ботаниканың птеридофлораны (абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар) өйрәнгән бүлеге. Башҡортостан птеридофлораһы т‑да иң тәүге мәғлүмәттәр 1768—74 йй. Академик экспедицияларҙа ҡатнашҡан И.И.Георгиҙың (3 төр абаға һәм 2 төр көкөрт үләне...

ПТИЦИНА Анастасия Евстафьевна

ПТИЦИНА Анастасия Евстафьевна (13.6.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Михайловка а. — 23.5.1995, БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ольховка а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1934— 70 йй. Бишбүләк р‑нының “Дим” с‑зында эшләй: 1941 й. тиклем, 1942— 47 йй. һәм 1956—70 йй. быҙау ҡараусы, 1947—56 йй. бригадир. Юғары етештереү...

ПТОЛЕМЕЙ Клавдий

ПТОЛЕМЕЙ Клавдий (яҡынса 90 й. — 168 й. тирәһе), боронғо грек ғалимы, астроном. Александрия ҡ. (Мысыр) йәшәгән. “13 китапта астрономияның бөйөк математик төҙөлөшө” (“Великое математическое построение астрономии в 13 книгах”; ғәрәпсә исеме “Альмагест”) хеҙмәте авторы. “География буйынса ҡулланма” (“Руководство...

ПУБЛИЦИСТИКА

ПУБЛИЦИСТИКА (лат. publicus — йәмғиәт), әҙәбиәттең үҙендә художестволы һәм оратор прозаһы элементтарын берләштергән үҙенсәлекле төрө. Көнүҙәк соц., сәйәси, тарихи, әхлаҡи‑этик, экологик һ.б. проблемаларҙы яҡтырта. Уға экспрессивлыҡ һәм асыҡ тенденциозлыҡ хас. П. ысынбарлыҡты танып белеүҙең художестволы...

ПУГАЕВ Степан Александрович

ПУГАЕВ Степан Александрович (1.10.1910, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Иҫке Йүрүҙән ҡсб — 28.12.1944, Фелединце ҡ., Чехословакия), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—32 йй., 1936—41 йй. БАССР‑ҙың Белорет районы Тирлән ст. эшләй. 1932—36 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл армияла....

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович

ПУГАЧЁВ Валерий Вениаминович (5.6.1944, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Мәләүез ҡсб, хәҙ. Мәләүез ҡ.), журналистика теоретигы, китап эше белгесе. Филол. ф. д‑ры (2005). МДУ‑ны тамамлаған (1969). 1971—77 йй. “Ленинец” гәз. редакцияһында эшләй: әҙәби хеҙм‑р, бүлек мөдире, яуаплы секретарь. 1981 й. алып БДУ‑ла...

ПУГАЧЁВ Емельян Иванович

ПУГАЧЁВ Емельян Иванович [1740 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1742), Дон ғәскәре өлк. Зимовейская станицаһы — 10.1.1775, Мәскәү], Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) етәксеһе. Дон казагы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ, 1768—74 йй. рус‑төрөк һуғыштарында ҡатнашыусы. Хорунжий (1770). Яйыҡ казактарының 1772 й. ихтилалы баҫтырылғандан...

ПУГАЧЁВ РАЙОНЫ

ПУГАЧЁВ РАЙОНЫ, Һарытау өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1928 й. 23 июлендә ойошторолған. Майҙаны — 3826 км2. Адм. үҙәге — Пугачёв ҡалаһы. Районда 10 ауыл советы, 64 ауыл бар. Халҡы — 20,2 мең кеше (2010), ш. иҫ. 3,0% башҡорттар (ҡара: Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур...

ПУГАЧЁВ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ПУГАЧЁВ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 139 кеше; 1959 — 241; 1989 — 132; 2002 — 121; 2010 — 89 кеше. Сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ПУЗИН Юрий Иванович

ПУЗИН Юрий Иванович (11.10. 1955, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (1996), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. химигы (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләгән: 1988 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1997 й. — төп ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1997 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге радикаль...

ПУКРОКОВ Фёдор Пукрокович

ПУКРОКОВ Фёдор (Фатихян) Пукрокович (16.11.1937, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Вязовка а.), яҙыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Ижевск мед. ин‑тында уҡыта, 1974—75 йй. “Советская Удмуртия” (“Совет Удмуртияһы”) гәз., 1978 й. алып Удмурт китап нәшриәте, 1985— 86 йй. “Молот” (“Сүкеш”) ж., 1991—93 йй. “Инвожо”...

ПУЛЬКИН Григорий Степанович

ПУЛЬКИН Григорий Степанович [1916, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Петропавловка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 12.1.1945, Борак а., Польша], Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленин орденлы Артиллерия офицерҙарының Ҡыҙыл Байраҡлы юғары...

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ

ПУЛЬМОНОЛОГИЯ (лат. púlmo — үпкә һәм ...логия), терапия бүлеге, унда тын алыу ағзалары (үпкә һәм тын алыу юлдары) ауырыуҙарының этиологияһы, патогенезы, клиник формалары өйрәнелә, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә. Уларҙы өйрәнеү түбәндәге төрҙәргә бүленә: cпецифик булмаған...

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ

ПУЛЯ МЕНӘН АТЫУ, спортта атыуҙың бер төрө, ата торған һәм пневматик ҡоралдан сәпкә атыу. Башҡортостанда П.м.а. 20 б. 20‑се йй. аҙ. Башосоавиахимда (ҡара: Рәсәй армияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) үҫешә. 1931 й. П.м.а. “СССР‑ҙа хеҙмәткә һәм оборонаға º´ер” күпбәйге комплексына...

ПУНКТУАЦИЯ

ПУНКТУАЦИЯ (лат. рunctum — нөктә), 1) алфавитта булмаған график саралар системаһы, башлыса яҙма телмәрҙә ҡулланылған тыныш билдәләре (ҡара: Графика); 2) конкрет тел өсөн тарихи яҡтан формалашҡан, яҙма тексты төҙөгән пунктуация ҡағиҙәләре; 3) ошо системаның законлыҡтарын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. П....

ПУПЫКИНА Кира Александровна

ПУПЫКИНА Кира Александровна (29.4.1966, Өфө ҡ.), фармакогност. Фармацевтика фәндәре докторы (2009), профессор (2012). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2016). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан флораһының ҡырағай үҫкән һәм интродукцияланған дарыу үҫемлектәрен өйрәнеүгә,...

ПУРИК Эльза Эдуардовна

ПУРИК Эльза Эдуардовна (22.2.1961, Бөрө ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2003), проф. (2012). Дизайнерҙар союзы ағзаһы (2011). Э.Ш.Хәмитовтың ҡыҙы. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) — 45‑се урта мәктәп, 1984 й. алып 4‑се Респ. художество мәктәп-интернаты (икеһе лә — Өфө) уҡытыусыһы. 1986 й. башлап БДПУ‑ла...

ПУСТАРНАКОВ Владимир Павлович

ПУСТАРНАКОВ Владимир Павлович [7.11.1924, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Дедов а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 19.7.2000, Өфө], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү урта художество мәктәбе эргәһендәге курстарҙы тамамлаған (1947; педагогтары...