Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РАДИОСПОРТ

РАДИОСПОРТ, ҡыҫҡа һәм ультраҡыҫҡа тулҡындарҙа радиоэлемтә булдырыу, спорт радиопеленгацияһы (“төлкөгә һунар”), тиҙләтелгән радиотелеграфтар һәм радиокүпбәйге б‑са ярыштар. Тура һәм ситтән тороп ҡатнашыу формаларын айыралар. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. башынан үҫешә. 1924 й. Е.Н.Грибанов, К.П.Краузе...

РАДИОСТАЦИЯ

РАДИОСТАНЦИЯ, мәғлүмәтте радиотулҡындар ярҙамында тапшырыу һәм (йәки) уны ҡабул итеү өсөн ҡоролмалар комплексы. Радиохеҙмәттең төрө б‑са билдәләнгән (билдәле пункттар араһында) һәм күсмә элемтә хеҙмәттәре (күсмә һәм хәрәкәтһеҙ йәки бер нисә күсмә объекттар араһында), радиотапшырыу (ҡара: Радио), радионавигация...

РАДИОТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ ҮҘӘГЕ

РАДИОТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ ҮҘӘГЕ. Телевизион һәм радиотапшырыуҙар программаларын эфирҙа трансляциялау б‑са хеҙмәттәр күрһәтә, БР терр‑яһында телефон каналдары һәм халыҡ‑ара телефон станцияларына тракттар бирә. Өфөлә урынлашҡан. Составына Өфө, Салауат (икеһе лә 1959 й. нигеҙләнгән), Бәләбәй (1963), Борай...

РАДИОТЕХНИКА

РАДИОТЕХНИКА, фән һәм техниканың төрлө техника тармаҡтарында мәғлүмәтте тапшырыу, һаҡлау һәм үҙгәртеү өсөн файҙаланылған электромагнит тулҡындарын һәм радио диапазоны тулҡындарын генерациялау, көсәйтеү, таратыу, тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм принциптарын өйрәнгән өлкәһе; радиофизика һәм радиоэлектрониканы...

РАДИОФИЗИКА

РАДИОФИЗИКА, физиканың радиотехник системалар эшләүенең физик нигеҙҙәрен өйрәнгән бүлеге. Р. тикшеренеү өлкәләре: электр сигналдарын генерациялау һәм үҙгәртеү; электромагнит тулҡындарҙың сәселеү, ҡабул итеү, таралыуын һәм характеристикаларын үлсәү; радиотехник системаларҙағы, электронлы приборҙарҙағы...

РАДИОХИМИЯ

РАДИОХИМИЯ, радиоактив элементтарҙың, уларҙың изотоптарының, берләшмәләренең, радионуклидтарҙың үҙенсәлектәрен (ш. иҫ. радиоактив булмаған элементтарҙың радиоактив изотоптарын), уларҙа ядро әүерелеү закондарын һәм ошо әүерелеү м‑н бергә барған физик‑химик процестарҙы өйрәнгән химия бүлеге. Р. геохимия,...

РАДИОЭЛЕКТРОНИКА

РАДИОЭЛЕКТРОНИКА, радиотехник системаларҙың төп элементтары булған төрлө электрон приборҙарҙың төҙөлөшөн, эшләү һәм ҡулланылыу принциптарын өйрәнә. Төп бүлектәре: электровакуум техникаһы, ярымүткәргестәр электроникаһы, оптоэлектроника, микроэлектроника һ.б. Башҡортостанда Р. 20 б. 60‑сы йй. үҫеш ала....

РАДИОЭЛЕКТРОНИКА КОЛЛЕДЖЫ

РАДИОЭЛЕКТРОНИКА КОЛЛЕДЖЫ, 1943 й. элемтә электротехникаһы техникумы булараҡ асыла, 1944 й. алып электр‑механика, 1966 й. — радиотехника, 1985 й. — радиоэлектрон приборҙар эшләү техникумы, 1990 й. — Өфө радиоэлектроника колледжы, 2015 й. алып Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы....

РАДИОЭЛЕМТӘ

РАДИОЭЛЕМТӘ, радиотулҡындар (30 кГц—300 ГГц) ярҙамында булдырылған электр элемтәһе. Радиосигналдар (йөрөткән йышлыҡтың амплитудаһы, йышлығы йәки фазаһы б‑са бирелгән мәғлүмәткә ярашлы итеп модуляцияланған электромагнит тирбәлеүҙәре) тапшырыу антеннаһы тарафынан тирә‑яҡ мөхиткә таратыла, ҡабул итеү антеннаһына...

РАДЛОВ Василий Васильевич

РАДЛОВ Василий Васильевич (Фридрих Вильгельм) (5.1.1837, Берлин — 12.5.1918, Петроград), төркиәтсе. Петербург ФА‑ның ординар акад. (1884), Рәсәй ФА акад. (1917), филос. д‑ры (1858). Берлин ун‑тын тамамлағандан һуң (1858) Округ тау уч‑щеһында уҡытыусы__булып эшләй (Барнаул ҡ.). 1871 й. алып Ҡазан уҡытыу...

РАЕВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

РАЕВ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Раев а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Ярыш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 109 кеше; 1920 — 448; 1939 — 304; 1959 — 114; 1989 — 274; 2002 — 314; 2010 — 314 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

РАЕВКА БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫ

РАЕВКА БАШҠОРТ ЛИЦЕЙЫ, Әлшәй р‑нында урынлашҡан. 1918 й. мәҙрәсә базаһында 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1921 й. алып башланғыс, 1934 й. — тулы булмаған урта, 1940 й. — урта мәктәп (1965 й. алып 1‑се), 1996 й. — мәктәп‑лицей, 1999 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2004 й. М.А.Буранғолов исеме...

РАЕВКА ШӘКӘР ЗАВОДЫ

РАЕВКА ШӘКӘР ЗАВОДЫ. 1978 й. БАССР‑ҙың Әлшәй р‑нында нигеҙ һалына, 1984 й. файҙаланыуға тапшырыла. 1996 й. алып ААЙ, 2006 й__ябыла. 1998 й. башлап ҡамыш шәкәрен эшкәртеү технологияһы үҙләштерелә. Составына Раевка һәм Приют сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары, технология, механизация, һығынды киптереү, тоҡ...

РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ

РАЕВКА ЭЛЕВАТОРЫ, “Башҡортостан тирмәндәре” ААЙ филиалы. Әлшәй р‑ны Раевка а. урынлашҡан. Составына 5 элеватор (1‑һе 1914 й. асылған, 1‑һе — 1937 й., 3‑әүһе — 1975 й.), складтар (1937—67), механизацияланған келәт (1975), ҡатнаш мал аҙығы цехы (1994) инә. 2006 й. 87 кеше эшләгән. Р.э. дөйөм һыйҙырышлығы...

РАЕВКА, ауыл, Әлшәй р‑ны һәм Раевка а/с үҙәге

РАЕВКА, ауыл, Әлшәй р‑ны (1935 й. алып) һәм Раевка а/с үҙәге, “Яңы Раевка” тоҡомсолоҡ з‑дыныңүҙәк усадьбаһы; т. юл станцияһы. Өфөнән К.‑Көнб. табан 125 км алыҫлыҡта Дим й. буйында Стәрлетамаҡ—Раевка, Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлдарында һәм Куйбышев т. юлында (Өфө—Абдулла участкаһы) урынлашҡан....

РАЕВКА, ауыл, Өфө эсендә

РАЕВКА, ауыл, 20 б. 90‑сы йй. башынан Өфө эсендә. Ауылға 19 б. аҙ. Өфө өйәҙендә Екатериновка утары булараҡ нигеҙ һалына. Шулай уҡ Ветошниковка, Приволье исемдәре м‑н теркәлгән. 1896 й. 7 йортта 31 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20‑се йй. алып Раевка а. булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1920...

РАЕВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл

РАЕВКА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Сурай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 107 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 314 кеше; 1959 — 283; 1989 — 182; 2002 — 182; 2010 — 167 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Я.Ялкайн ис. мари гимназияһы филиалы,...

РАЗВЕДЧИКТАР ХӘРБИ АВИАЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

РАЗВЕДЧИКТАР ХӘРБИ АВИАЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1942 й. 15 майында Дәүләкән ҡ. Гомель хәрби аэрофотограмметрик һәм Таганрог хәрби авиация мәктәптәре базаһында ойошторола. РККА‑ның Хәрби‑һауа көстәренә ҡараған. 1945 й. майынан — Кировоград ҡ., 1946 й. апр. алып Красноярск ҡ. урынлашҡан. Уч‑щела фото белгестәре...

РАЗДОЛЬЕ, Краснокама р‑нындағы ауыл

РАЗДОЛЬЕ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Раздолье а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 21 км һәм Әмзә т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Әмзә й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 453 кеше; 1920 — 561; 1939 — 482; 1959 — 311; 1989 — 374; 2002 — 786; 2010 — 1084 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

РАЗДОЛЬЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

РАЗДОЛЬЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 122 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 334 кеше; 1920 — 389; 1939 — 414; 1959 — 285; 1989 — 279; 2002 — 246; 2010 — 237 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...