Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

САРЫҠ

САРЫҠ, башҡорт кейемендә буҫтау ҡуныслы, иләнмәгән тиренән эшләнгән традицион аяҡ кейеме (ҡара: Тула баҫыу). Ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙ С. булған. С. табан өлөшөн үксә рәүешенә килтереп өҫкә ҡаратып бөккәндән һуң ситтәренән аяҡ алҡымына үлсәнеп эшләнгән ярым түңәрәк формалағы әҙерләмә тегеп сыҡҡандар. Ҡунысын...

САРЫС, йылға

САРЫС, йылға, Төй й. һул ҡушылдығы. Пермь крайы Сарыс ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана. Пермь крайы һәм БР‑ҙың Асҡын р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға. Төй й. (тамағынан 1 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 135 км, басс. майҙаны 1370 км2, дөйөм түбәнәйеүе 295 м. БР‑ҙа оҙонлоғо...

САТАЕВ Валерий Урал улы

САТАЕВ Валерий Урал улы (16.3. 1967, Өфө), балалар хирургы. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1990). 1991 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (2001—12 йй. бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1999 й. алып БДМУ‑ла (2012 й. башлап Өҫтәмә...

САТАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

САТАЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Йәнәби‑Урсай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 202 кеше; 1959 — 226; 1989 — 175; 2002 — 175; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1926 й. Бәләбәй кантонында нигеҙ һалына. Тәрж....

САТИРА

САТИРА (лат. satira — ҡатышма, төрлө нәмә), ысынбарлыҡтағы боҙоҡ күренештәрҙе фашлап һәм көлөп сағылдырыу алымы; комиклыҡтың төрө: һүрәтләнеүсене уның эске булдыҡһыҙлығын, тәбиғәтенә йәки тәғәйенләнешенә тап килмәүен асып һалып юҡҡа сығарғансы көлөү. С. субъективлығы ижадсының әхлағы һәм фашланған предмет...

САТРА, Благовар р‑нындағы ауыл

САТРА, Благовар р‑нындағы ауыл, Таң а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 22 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 256 кеше; 1959 — 178; 1989 — 119; 2002 — 103; 2010 — 93 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында Хәйбрахман утары (тәүге төпләнеүселәрҙең...

САТТАРОВ Ғәлләм Саттар улы

САТТАРОВ Ғәлләм Саттар улы (27.7. 1894, Ҡазан губ. Юрташ а. — 16.11. 1986, Ленинград), актёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Үҙәк театр сәнғәте техникумын тамамлаған  (“Отелло”,__(Мәскәү, 1927). 1913 й. алып төрлө үҙешмәкәр театр труппалары спектаклдәрендә ҡатнаша,...

САТТАРОВ Мәғсүм Мортаза улы

САТТАРОВ Мәғсүм Мортаза улы (30.9.1928, ТАССР‑ҙың Октябрь-Бүләк а. — 27.10.1997, Мәскәү), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1966), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) һәм 1956— 59...

САТТАРОВ Миңлебай Зәйнетдин улы

САТТАРОВ Миңлебай Зәйнетдин улы [12.5.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Семёнкино а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 21.3.2015, Салауат ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР‑ҙың санитария оборонаһы...

САТТАРОВ Рифғәт Миҙехәт улы

САТТАРОВ Рифғәт Миҙехәт улы (19.8.1949, Гремячинск ҡ. — 25.11.2021, Өфө ҡ., Өфө районы Лекаревка а. ерләнгән), бейеүсе, балетмейстер. РФ‑тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1977). 1974—80 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ...

САТТАРОВ Фәүзи Миңлемулла улы

САТТАРОВ Фәүзи Миңлемулла улы (5.8.1923, Өфө — 28.7.1996, шунда уҡ), балет артисы, балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1952) атҡ. артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы А.И.Пушкин) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1950— 64 йй. балет студияһы уҡытыусыһы, 1967—76...

САТТАРОВА Хәмидә Вәлиулла ҡыҙы

САТТАРОВА Хәмиҙә Вәлиулла ҡыҙы (17.8.1940, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Үктәй а.), электр‑газ м‑н иретеп йәбештереүсе. СССР‑ҙың Дәүләт а.х. техникаһы ком‑ты отличнигы (1984). 1957 й. алып 3‑сө төҙөлөш тресында (Өфө), 1959 й. — Ҡаҙаҡ ССР‑ында, 1970—94 йй. “Сельхозтехника” Илеш район берекмәһендә эшләй. СССР‑ҙың...

САТУРН, гигант планета

САТУРН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са 6‑сы урындағы газдан торған гигант планета. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 2869 млн км (9,55 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 29,45 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 10 сәғ. 39 мин. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 63°16ʹ12ʺ. Диам. 120 мең км. Массаһы...

САТЫЕВ Барый Хәбиб улы

САТЫЕВ Барый Хәбиб улы (19.10. 1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкә а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (2006). БАХИ‑ны тамамлаған (1963). 1956 й. алып Шишмә р‑нында эшләй: 1958 й. тиклем район ветеринария дауаханаһы, 1963 й. башлап “Смычка” с‑зы зоотехнигы, 1964 й. — Өфө колхоз‑совхоз производство...

САТЫЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл

САТЫЙ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Сатый а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сатый й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1185 кеше; 1920 — 1483; 1939 — 786; 1959 — 717; 1989 — 664; 2002 — 602; 2010 — 590 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

САТЫР ГРИФОЛА

САТЫР ГРИФОЛА, с а т ы р л ы п о л и п о р у с, т а р м а ҡ л ы ҡ ы у б ә ш м ә к (Grifola umbellatа), базидиомицеттар класының альбатрелла һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Күп эшләпәле емешлек тәненең (йыл һайын барлыҡҡа килмәй) диам. 20—30 см (ҡайһы берҙә...

САТЫР ҺЫМАҠТАР

САТЫР ҺЫМАҠТАР, с е л ь д е р е й һ ы м а ҡ т а р (Umbelliferae, йәки Apiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 300 заты, 3000‑дән ашыу төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Бөтә ағзаларында ла эфир майҙары юлдары булған үлән, һирәгерәк ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған...

САТЫРТАУ

САТЫРТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 266 м. Түбәһе яҫы, битләүҙәре текә. Өҫкө пермдең ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, мергелдәренән, эзбизташтарынан тора....

САУҘА

САУҘА, алыш‑биреш юлы м‑н тормошҡа ашырылған тауар әйләнеше формаһы, иҡтисад тармағы. Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, эске һәм тышҡы сауҙа, ойоштороу формаһы б‑са аукцион, биржа, комиссия, тауар ебәреү һәм башҡа С. айырыла. Боронғо ваҡытта С. урынын алмашыу алып тора: күршеләр, игенселек һәм һыйырсылыҡ...

САУҘА МӘКТӘБЕ

САУҘА МӘКТӘБЕ, башланғыс проф. уҡыу йорто. 1909 й. 6 сент. Коммерция уҡыу йорттары т‑дағы положениеға ярашлы (1896) Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәте тарафынан Өфөлә асыла. Сауҙа һәм сәнәғәт министрлығы ҡарамағында була. Ҡаҙна, Өфө үҙ‑ара кредитлау йәмғиәте, Өфө губерна земствоһы һәм айырым кешеләр аҡсаһына...