Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СИБИРЦЕВ Николай Михайлович

СИБИРЦЕВ Николай Михайлович (1.2.1860, Архангельск ҡ. — 20.7. 1900, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Воздвиженский а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Воздвиженка а.), тупраҡ белгесе. Проф. (1894). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1882). Фәнни һәм генетик тупраҡ ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. С. тарафынан В.В.Докучаев...

СИБИРЯК Сергей Владимирович

СИБИРЯК Сергей Владимирович (6.11.1955, Өфө — 26.6.2009, шунда уҡ), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы станцияһында эшләй, 1982 й. — Органик химия ин‑тының өлкән инженеры, 1984 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта, 1992 й. алып Бөтә Рәсәй...

СИГАЕВА Наталия Николаевна

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11. 1942, Томск өлк. Каргасок а.), химик. Химия ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән. 1976 й. алып БДУ‑ла (1981 й. башлап өлкән ғилми...

СИГАЕВА Наталия Николаевна

СИГАЕВА Наталия Николаевна (17.11.1942, Томск өлкәһе Каргасок а. — 6.3.2021, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре докторы (2001), профессор (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) Резина сәнәғәте ҒТИ‑ның Свердловск филиалында эшләгән....

СИГЕҮ

СИГЕҮ (ҡайыу), кейемде һәм көнкүреш әйберҙәрен ҡулдан (энә, һирәгерәк ырғаҡ м‑н) йәки машинала яһалған орнаменталь биҙәктәр (ҡара: Орнамент) м‑н биҙәү. Башҡорттарҙа С. — төрки‑ислам художество мәҙәниәтенә барып тоташҡан биҙәү- ҡулланма сәнғәтенең традицион төрө. Башҡортостандың бөтә терр‑яһында таралған...

СИДЕРАТТАР

СИДЕРАТТАР, с и д е р а л ь к у л ь т у р а л а р, йәшел ашлама өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. Сидерация өсөн башлыса ҡуҙаҡлы культуралар (клевер, ҡандала үләне, торна борсағы һ.б.; ҡара: Ҡуҙаҡлылар) үҫтерелә. Ғәҙәттә, С. үҫтерелгән участкала һөрөп күмдерәләр, һирәгерәк сабалар һәм башҡа баҫыуҙар өсөн...

СИДЕРАЦИЯ

СИДЕРАЦИЯ, тупраҡты органик матдә һәм азот м‑н байытыу өсөн ергә сидераттарҙың йәшел массаһын һөрөп күмдереү. Йәшел ашламаларҙы ҡулланғанда тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре яҡшыра, тупраҡтың биологик активлығы арта. Йәшел ашламаның һөҙөмтәлелеге тиреҫтекенә оҡшаған...

СИДЕРИТ, минерал

СИДЕРИТ, т и м е р ш п а т ы, карбонаттар класы минералы, FeCO3. Магнезит һәм родохрозит (MnCO3) изоморфик рәттәре м‑н өҙлөкһөҙ бәйләнгән, тулы булмаған FeCO3—CaCO3 рәтен барлыҡҡа килтерә. MgCO3 миҡдары б‑са — сидероплезит (30%‑ҡа тиклем), пистомезит (30—50%); марганец б‑са манганосидерит, олигонит...

СИДНЕВ Александр Валентинович

СИДНЕВ Александр Валентинович (11.1.1937, Һарытау ҡ. — 8.4.2016, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1985), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1960) Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш...

СИДОРЕНКО Александр Филиппович

СИДОРЕНКО Александр Филиппович (15.1.1915, Томск губ. Новосвободный ҡсб — 20.6.1982, Өфө), артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1939 й. Халхин‑Гол й. буйындағы ҡораллы бәрелештә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Горький хәрби‑сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1945). Иркутск өлк. урман сәнәғәте...

СИДОРОВ Георгий Маркелович

СИДОРОВ Георгий Маркелович (21.1.1961, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Таштамаҡ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1999). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Өфө резина- техник изделиелар з‑дында эшләгән. 1989 й. һәм 2012 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1992 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р,...

СИДОРОВ Георгий Маркелович

СИДОРОВ Георгий Маркелович (21.1.1961, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы Таштамаҡ а.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1985) Өфө резина-техник изделиелар заводында эшләй. 1989 й. һәм 2012 й. башлап ӨДНТУ‑ла: 1992 й. алып өлкән...

СИДОРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл

СИДОРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үрге Ғәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 72 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 771 кеше; 1920 — 836; 1939 — 302; 1959 — 230; 1989 — 173; 2002 — 210; 2010 — 226 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Матрай...

СИҘӘКБАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

СИҘӘКБАШ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Бишбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 9 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 737 кеше; 1920 — 721; 1939 — 706; 1959 — 509; 1989 — 397; 2002 — 474; 2010 — 428 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

СИҘӘМ ҠУРҒАНДАРЫ

СИҘӘМ ҠУРҒАНДАРЫ, Савромат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4 бб. ҡарай. Әбйәлил р‑ны Сиҙәм а. төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1977 й., 1983 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асылған һәм өйрәнелгән. Ҡурғанлы (диам. 10 м, бейеклеге 0,35—0,5 м) ҡәберлектәргә ҡарай. Ҡомартҡы бер-береһенән...

СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР

СИҘӘМ ҺӘМ ҠАЛДАУ ЕРҘӘР, һөрөү һәм а.х. культуралары сәсеү өсөн яраҡлы ерҙәр. С.һ.ҡ.е. һөрөнтө ер һәм а.х. культуралары сәсеүлектәре майҙанын киңәйтеү өсөн төп резерв иҫәпләнә; улар 20 б. 50—60‑сы йй. Ҡаҙағстанда, Волга буйы, Урал, Көнбайыш һәм Көнсығыш Себер райондарында күпләп үҙләштерелгән. Сиҙәм...

СИҘӘМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

СИҘӘМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 49 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 805 кеше; 1989 — 1648; 2002 — 1455; 2010 — 1404 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Уралагро” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп,...

СИҘӘМ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

СИҘӘМ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 58 км алыҫлыҡта Оло Урғаҙа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 734 кеше; 1989 — 1176; 2002 — 1175; 2010 — 1120 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар муз. мәктәбе, балалар баҡсаһы,...

СИҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

СИҘӘШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үрге Һөйән а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 60 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 90 кеше; 1920 — 81; 1939 — 111; 1959 — 606; 1989 — 395; 2002 — 299 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

СИК МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ

СИК МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ, функцияны уның үҙенең һәм (йәки) уның сығарылмаларының бөтә сик буйында йәки уның бер өлөшөндәге сикке ҡиммәттәре т‑дағы мәғлүмәт һәм өлкә эсендә булған интеграл‑дифференциаль нисбәттәре б‑са (бирелгән класс функциялары араһынан) табыу мәсьәләһе. Әгәр эҙләнелгән функция өлкә эсендә...