Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СНАЧЁВ Владимир Иванович

СНАЧЁВ Владимир Иванович (8.11.1955, Людиново ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (2012). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Геология институтында эшләй: инженер, 1985 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 й. — төп ғилми хеҙмәткәр, 1997 й. —...

СНЕГОВА Ирина Анатольевна

СНЕГОВА Ирина Анатольевна (12.4. 1922, Курск ҡ. — 14.7.1975, Мәскәү), шағирә, тәржемәсе. “Август” (1963), “Өс ямғыр” (“Три дождя”; 1971), “Алмалы йыл” (“Яблочный год”; 1975) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Сәғәт һуға” (“Бьют часы”; 1962) шиғырҙар китабы, “Нисек кенә булмаһын...” (“Как бы там...

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ

СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ, Алексей Михайлович батшалыҡ иткән ваҡытта 1649 й. Земство соборы (1648—49) ҡабул иткән Рәсәй дәүләте закондары йыйылмаһы. Кенәз Н.И.Одоевский етәкс. махсус комиссия тарафынан әҙерләнгән. 25 бүлектән, 967 статьянан торған. С.у. дәүләт, граждандар, адм. һәм енәйәт б‑са хоҡуҡ нормалары,...

СОБХАНҒОЛ КИЛТӘКОВ

СОБХАНҒОЛ КИЛТӘКОВ (1720— 1774, Көңгөр ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1773 й. дек. уртаһында 25 кешелек отряд м‑н__ И.С.Кузнецовҡа ҡушыла. Златоуст (Косотур) заводында, Ҡытау‑Ивановка заводы һәм...

СОБХАНҒОЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

СОБХАНҒОЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Өршәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 34 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡамсалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 197 кеше; 1920 — 262; 1939 — 310; 1959 — 176; 1989 — 130; 2002 — 116; 2010 — 93 кеше. Татарҙар...

СОБХАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл

СОБХАНҒОЛ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Собханғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 2114 кеше; 1989 — 5410; 2002 — 5663; 2010 — 5598 кеше. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Транснефть—...

СОБХАНҠОЛОВ Мәғәлим Әкрәм улы

СОБХАНҠОЛОВ Мәғәлим Әкрәмулы [11.4.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙеИҫке Ҡорос а. (БРҙың Баҡалырны) — 10.9.1976, Дүшәнбе], математик. Физикаматем. ф. дры (1963),проф. (1964). СССР юғары мәктәбе,Тажик ССРының халыҡ мәғарифыотличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Үзбәк унтын тамамлаған (Сәмәрҡәндҡ., 1947). 1954...

СОВЕТ МЕРИНОСЫ

СОВЕТ МЕРИНОСЫ, һарыҡтарҙыңйөнит йүнәлешле нәҙек йөнлө тоҡомо. Төньяҡ Кавказ һәм Себер тоҡомтөрҙәре, йөнит һәм йөн типтары айырыла. 20 б. 20—50се йй. Ставрополькрайында Мазаев һәм Яңы Кавказмериностарын рамбульенан, һуңынанАскания, Кавказ, Алтай һ.б. нәҙекйөнлө тоҡомдарҙан ҡасырыу ысулымн сығарыла....

СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАЛАР СОЮЗЫ

СОВЕТ СОЦИАЛИСТИК РЕСПУБЛИКАЛАРСОЮЗЫ, С о в е т т а р С о ю з ы, 1922—91 йй. булған дәүләт.30 дек. Рәсәй империяһының төпбиләмәләрендә совет власын урынлаштырғас барлыҡҡа килә. Майҙаны — 22,4 млн км2 (Ер шарындағыҡоро ерҙең 1/6 өлөшө). Ҡоро ерҙәкөньяҡта — Афғанстан, Иран, Корея, Ҡытай, Монголия, Төркиә,...

СОВЕТ-ФИНЛЯНД ҺУҒЫШЫ (1939—40)

СОВЕТ‑ФИНЛЯНД ҺУҒЫШЫ (1939—40), Карелия һәм Кола ярымутрауын контролдә тотоу өсөн СССР һәм Финляндия араһындағы хәрби бәрелеш. Финляндия хөкүмәте Көнсығыш Карелиялағы биләмәһен Карел боғаҙына алмашыуҙан баш тарта һәм, үҙ армияһын нығытмалы “Маннергейм сиге”нә урынлаштырып, һуғышҡа әҙерләнә. 1939 й....

СОВЕТТАР

СОВЕТТАР, 1918—93 йй. РСФСР‑ҙа, СССР‑ҙа һәм РФ‑та дәүләт власының һайланған органдары. Дәүләт власының сәйәси нигеҙе. Революцион властың һайланма органдары булараҡ С. революция (1905—07) осоронда барлыҡҡа килеп, революция еңелгәндән һуң юҡҡа сығарылған. Революция (1917) ваҡытында бөтә урындарҙа ла берҙәм...

СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ

 СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ, 1934—91 йй. СССР‑ҙағы почётлы исем, дәүләт һәм йәмғиәт алдында шәхси йәки коллектив ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн бирелгән иң юғары баһа. СССР ҮБК‑ның 1934 й. 16 апр. ҡарары м‑н булдырыла. Исем СССР ЮС‑ы Президиумы (1936—37 йй.__ СССР ҮБК) тарафынан бирелгән һәм алынған. Геройға...

СОВЕТТАР СОЮЗЫ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ

СОВЕТТАР СОЮЗЫ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ, 1898—1991 йй. Рәсәйҙә, РСФСР‑ҙа, СССР‑ҙа сәйәси партия. 1898 й. мартында Рәсәй социал‑демократик ойошмаларҙың Минскиҙа үткән 1‑се съезында Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы (РСДРП) булараҡ ойошторола. 1918 й. мартынан Рәсәй коммунистар партияһы (большевиктарҙың)...

СОВЕТТАР СЪЕЗДАРЫ

СОВЕТТАР СЪЕЗДАРЫ, 1917— 36 йй. РСФСР‑ҙа һәм СССР‑ҙа совет власының урындағы һәм үҙәктәге юғары органдары. Советтар Съездары системаһы район (өйәҙ), өлкә (губерна), край, республика (автономиялы һәм союздаш республикалар) һәм Бөтә Союз (СССР ойошторолғанға тиклем Бөтә Рәсәй) съездарын үҙ эсенә алған....

СОВХОЗ

СОВХОЗ, с о в е т  х у ж а л ы ғ ы, дәүләт ҡарамағындағы эре социалистик а.х. пр‑тиеһы. Ер һ.б. етештереү саралары дәүләттең социалистик милке булыуға нигеҙләнгән; тулыһынса хужалыҡ иҫәбендә план б‑са эшләгән. С. эшмәкәрлеге Социалистик дәүләт производство пр‑тиеһы т‑дағы положениеға һәм Дәүләт пр‑тиеһы...

СОДА

СОДА, күмер к‑таһының натрий тоҙҙарының техник атамаһы. Кальцинирланған сода, кристаллик (натрий карбонаты кристаллогидраттары, тығыҙлығы 1250 кг/м3), сәй, йәки аш С. (натрий гидрокарбонаты, тығыҙлығы 2200 кг/м3) айырыла. Каустик сода — натрий гидроксидының техник атамаһы. Натрий гидрокарбонаты — төҫһөҙ...

СОЙМОНОВ Леонтий Яковлевич

СОЙМОНОВ Леонтий Яковлевич (?—1743), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑лейт. (1740). 1722—23 йй. рус‑фарсы һуғышында, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1731 й. Кронштадт ҡәлғәһе коменданты. 1736 й. уртаһынан Әстерхан вице‑губернаторы, 1737 й. — Башҡорт эштәре комиссияһы нач., бер үк...

СОКОЛОВ Афанасий Тимофеевич

СОКОЛОВ Афанасий Тимофеевич, Х л о п у ш а (1714—18.7.1774, Ырымбур ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Новгород губ. Тверь провинцияһы дәүләт крәҫтиәндәренән. 1750‑се йй. Ырымбур губернаһына йәшәргә ебәрелә. 1772—73 йй. юл баҫҡан һәм кеше талаған өсөн Ырымбур төрмәһендә...

СОКОЛОВ Владимир Вячеславович

СОКОЛОВ Владимир Вячеславович (9.8.1952, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Яңауыл ҡсб, хәҙ. Яңауыл ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1997). БАССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1983). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләгән, 1983 й. алып Матем. ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. — бүлек мөдире,...

СОКОЛОВ Владимир Михайлович

СОКОЛОВ Владимир Михайлович (15.3.1939, Өфө ҡ. — 11.1.2017, Омск ҡ.), тренер. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). РФ‑тың атҡаҙанған...