Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СУСҠА ДИЗЕНТЕРИЯҺЫ

СУСҠА ДИЗЕНТЕРИЯҺЫ, эсәклек шешеүе һәм эс китеү м‑н барған инфекцион ауырыу. Serpulina hyodysenteriae спирохетаһы тыуҙыра. Бигерәк тә 3–6 айлыҡ осорға тиклемге йәш мал бирешә, оло сусҡалар һирәк ауырый. Тыуҙырыусыны таратыусылар – ауырыу һәм ауырыу үткәргән сусҡалар. Ауырыу алиментар юл аша, ауырыу...

СУСҠА КИЛАҺЫ

СУСҠА КИЛАҺЫ, Erysipelothrix insidiosa бактериялары тыуҙырған инфекцион ауырыу. Ауырыу тыуҙырыусы йәшәүгә һәләтлелеген тышҡы мөхиттә бер нисә ай һаҡлай. Бигерәк тә 3–12 айлыҡ сусҡалар тиҙ бирешә, һирәгерәк С.к. йылҡыла, һыйыр малында, һарыҡта, боланда, эттә, күркәлә, өйрәктә һәм кимереүселәрҙә була....

СУСҠАСЫЛЫҠ

СУСҠАСЫЛЫҠ, сусҡа үрсетеү; малсылыҡ тармағы. С. төп йүнәлеше – ит. Сусҡа ите – ветчина, бекон, колбаса һ.б. әҙерләү өсөн, тиреһе – аяҡ кейеме һәм эйәр‑өпсөн етештереүҙә, шырты бумала, щёткалар яһағанда ҡулланыла. Башҡортостанда 1880 й. тиклем С. үҙ аллы ҡулланыу характерын йөрөтә. Сусҡалар аҙ продуктив...

СУСЛОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл

СУСЛОВ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Суслов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т. табан 123 км алыҫлыҡта Бөрө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 445 кеше; 1920 – 471; 1939 – 768; 1959 – 320; 1989 – 584; 2002 – 556; 2010 – 647 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

СУТЯГИН Александр Васильевич

СУТЯГИН Александр Васильевич (12.8.1915, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Магнитный ҡсб – 10.1.1991, Ленинград, Өфөлә ерләнгән), йырсы (лирик‑драматик баритон). РСФСР‑ҙың халыҡ (1955) һәм атҡ. (1954), БАССР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1946) артисы. Башҡ. музыка уч‑щеһын (1936; А.Чернов‑Шер класы), Мәскәү...

СУФИЯНОВ Әһлиулла Ғибәт улы

СУФИЯНОВ Әһлиулла Ғибәт улы [15.3.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламғол а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 6.2.2009, Мәләүез ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1961). 1941–47 йй. һәм 1968–81 йй. Миәкә р‑нының “Урал” к‑зында эшләй. 1951 й. алып Инструменттар з‑дында (Фрунзе ҡ.) балта оҫтаһы, 1952 й. – Зырянов ҡурғаш...

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының...

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы

СУФИЯНОВ Суфый Хажи улы [29.12.1914, Ырымбур губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Ай‑һай‑Мөрсәләй а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 24.1.1999, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия капитаны (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү пехота училищеһын тамамлаған (1942). 1933–40 йй. Күгәрсен районының...

СУФИЯНОВА Сафура Рафиҡ ҡыҙы

СУФИЯНОВА Сафура Рафиҡ ҡыҙы [1.7.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Аҡҡолай а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) – 19.10.2001, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР‑ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1963). 1944–89 йй. Әлшәй р‑нының “Ленин васыяты” к‑зында эшләй: 1944 й. алып быҙау ҡараусы, 1959 й. – һауынсы, 1985 й....

СУФИЯРОВ Фәрит Суфияр улы

СУФИЯРОВ Фәрит Суфияр улы (20.10.1939, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫәнбай а.), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). Алабуға пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем 1‑се Яңауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1974 й. алып Борай р‑нының Ҡолай тулы булмаған урта мәктәбе...

СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ

СУФЫЙ СИҢЕРТКӘ (Mantis religiosa), суфый сиңерткәләр отрядының ысын сиңерткәләр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла, Африкала, Австралияла һәм Төньяҡ Америкалатаралған. Кәүҙә оҙонлоғо 40–60 мм (инә бөжәк эрерәк), һорғолт йәшел, һары, йәшел һәм көрән төҫтәр өҫтөнлөк итә. 2 пар ҡанаты бар: алғылары тарыраҡ,...

СУФЫЙСЫЛЫҠ

СУФЫЙСЫЛЫҠ, исламдағы мистик ағым. 8 б. аҙ. сөнниселектә барлыҡҡа килә, 10–12 бб. тулыһынса формалаша. Дини аскетизм таратыуға, рухи таҙарыныуға, Алланы интуитив һәм рухи яҡтан танып белеүгә өндәй. Ғилемгә эйә булыр өсөн мистик юл (тәриҡәт) аша үтергә кәрәк; үтә нескә тойғоло танып белеү (кәшеф) һәм...

СУХАНКИН Елеферий Исаакович

СУХАНКИН Елеферий Исаакович (16.10.1886, Грозный өлк. Старогладковская станицаһы – 27.7.1968, Өфө), химик. Геол.‑минералогия ф. канд. (1947). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Томск технология ин‑тын тамамлаған (1916). 1922–23 йй. һәм 1926 й. башлап “Грознефть” тресында эшләй: үҙәк промысла лаб. химигы, газ...

СУХАНОВ Владимир Павлович

СУХАНОВ Владимир Павлович (27.11. 1948, Өфө), баянсы, педагог. Проф. (1996). РФ‑тың атҡ. артисы (1995), БР‑ҙың халыҡ (2015), БАССР‑ҙың атҡ. (1984) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; В.Ф.Беляков класы), 1975–78 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү; етәксеһе А.А.Сурков) стажировка үтә. 1974 й....

СУХАНОВ Николай Иванович

СУХАНОВ Николай Иванович (1918, Стәрлетамаҡ ҡ. — 31.5.1944, Яссы ҡ. янында, Румыния), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ тимер юл ст. эшләгән. 1942 й. октябренән алып Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 373‑сө уҡсылар дивизияһы...

СУХАРЕВ Михаил Иванович

СУХАРЕВ Михаил Иванович (? – 1774 й. июле, Сарапул биҫтәһе), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773–75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казагы. Пугачёвтың Төп ғәскәре составында була. 1774 й. июнь аҙ. Сарапул биҫтәһенә ебәрелә, унда И.Гурьев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. С.У.Таймаҫов...

СУХАРЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

СУХАРЕВКА, Д у р а с о в к а, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Корнеевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Ергән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 709 кеше; 1920 – 664; 1939 – 624; 1959 – 285; 1989 – 206; 2002 – 227; 2010 – 239 кеше. Урыҫтар йәшәй...

СУХОВ Алексей Николаевич

СУХОВ Алексей Николаевич (16.7. 1972, Күмертау ҡ.), спортсы. Парашют спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998). Авиация‑техник спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.П.Сафонов), 1994—99 йй. Һауа‑десант ғәскәрҙәренең Үҙәк спорт парашют клубы (Рязань ҡ., тренеры С.М.Шкурапат) өсөн сығыш...

СУХОВ Анатолий Петрович

СУХОВ Анатолий Петрович (26.11. 1948, Өфө – 10.9.2012, шунда уҡ), тренер. Мотоспорт б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). Төҙөлөш тресы № 3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Б.А.Самородов, Н.Ф.Чернов)....

СУХОВ Владимир Павлович

СУХОВ Владимир Павлович (11.2. 1934, Мәскәү өлк. Электросталь ҡсб – 26.2.2016, Өфө), геолог, педагог‑методист. Геол.‑минералогия ф. канд. (1969), пед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1992), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Красноярск геол. идаралығында...