Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СЫНБУЛАТОВ Хәйретдин Мостаҡ улы

СЫНБУЛАТОВ Хәйретдин Мостаҡ улы [5.3.1905, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Әбүбәкер а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) – 5.1.1969, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләгән: 1934 й. башлап “Игенсе” к‑зы рәйесе, 1937–38 йй. Һаҡмар МТС‑ы дир., 1939–41 йй. – район башҡарма...

СЫҢҒЫҘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

СЫҢҒЫҘ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Таулыҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Күсәбә й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 420 кеше; 1920 – 664; 1939 – 336; 1959 – 393; 1989 – 532; 2002 – 578; 2010 – 573 кеше. Башҡорттар йәшәй...

СЫҢҒЫҘХАН НӘҪЕЛЕ

СЫҢҒЫҘХАН НӘҪЕЛЕ, 12–19 бб. хакимдар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Сыңғыҙхан. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Жуси, Ч ж о ч и (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сыңғыҙхандың тәрбиәгә алған улы, монголдарҙың меркет ҡәбиләһенән; яҡынса 1187 й. – 1227 й. марты, Дәшти Ҡыпсаҡ), монгол ханы. Жуси нәҫеленә (Алтын...

СЫҢҒЫҘХАН, монгол ханы

СЫҢҒЫҘХАН [ысын исеме Тэмуджин, Темучин; 1155 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1162), Онон й. буйындағы Делпун‑Болдан төбәге, Монголия – 25.8.1227], монгол ханы. Монгол империяһына нигеҙ һалыусы. Сыңғыҙхан нәҫелен башлап ебәреүсе. 1184 й. монгол ханы Чжамуха м‑н берлектә меркет ҡәбиләһен еңеп сыға. 1189 й....

СЫҢҒЫРАУЫҠ МӘМЕРЙӘҺЕ

СЫҢҒЫРАУЫҠ МӘМЕРЙӘҺЕ. Бөрйән р‑ны Кейекбай а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 4,9 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы девондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнсығыш һәм көньяҡ‑көнбайыш йүнәлешле юлдарҙың һәм коридорҙарҙың горизонталь‑ауыш системаһынан...

СЫПҠАЙ ҺЫМАҠТАР

СЫПҠАЙ ҺЫМАҠТАР (Podicipediformes), ҡоштар отряды. 1 ғаиләһе, яҡынса 20 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө бар. Уртаса ҙурлыҡтағы күсәр ҡоштар (кәүҙә оҙонлоғо 28—50 см, ауырлығы 200—1500 г), ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, ҡуйы. Төҫө көрәнһыу һоро (аҡбаш сыпҡай), тут‑ерән төҫмөрлө көрәнһыу...

СЫРКИН Алик Михайлович

СЫРКИН Алик Михайлович (15.7.1939, Гомель ҡ. — 17.11.2018, Өфө), химик‑технолог. Химия ф. канд. (1968), проф. (1991). Чечен Респ. атҡ. фән эшмәкәре (2008), РФ‑тың (2009) һәм БР‑ҙың (1999) атҡ. химигы, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан...

СЫРОВ Игорь Анатольевич

СЫРОВ Игорь Анатольевич (12.2.1965, Салауат ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2006). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2015). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1992) 2002 й. тиклем һәм 2005 й. алып шунда уҡ эшләй: 2006 й. башлап урыҫ теле...

СЫРОВ Харлампий Павлович

СЫРОВ Харлампий Павлович (10.2. 1911, Һарытау губ. Бәләкәй Озерки а. – 15.12.1972, Ишембай ҡ.), геолог‑нефтсе. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әзербайжан индустрия ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1934) “Башнефть” тресының Ишембай нефть промыслаһы геологы, өлкән...

СЫРОМЯТНИКОВ Василий Степанович

СЫРОМЯТНИКОВ Василий Степанович [14.8.1885, Өфө губ. Бәләбәй кантоны Елдәр а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 20.3.1979, Өфө], рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлаған (1912; педагогтары П.П.Беньков, Н.И.Фешин). 1916 й. алып Өфө мәктәптәрендә уҡыта, 1920–46 йй. БДХМ‑дың ғилми...

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ

СЫРТЛАН ҠУРҒАНДАРЫ, бронза быуаты, иртә тимер быуат археологик ҡомартҡыһы. Мәләүез р‑ны Сыртлан а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. бейек уң ярында урынлашҡан. М.Ф.Обыдённов тарафынан 1976 й. асыла һәм 1977 й., 1982 й. өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 14 ҡурғандан (диам. 14–16 м, бейеклеге...

СЫРТЛАНОВ Ғәлиәскәр Шаһихәйҙәр улы

СЫРТЛАНОВ Ғәлиәскәр Шаһихәйҙәр улы [1875, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – 7.8.1912, Өфө], Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907–12) депутаты. Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән. Ш.Ш.Сыртлановтың улы. Неплюев кадет корпусын, Александр хәрби уч‑щеһын (Мәскәү), Хәрби‑юридик...

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж...

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы

СЫРТЛАНОВ Муллайәр Исламгәрәй улы [1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 1944, Украина ССР‑ы], Советтар Союзы Геройы (1944). Сыртлановтар нәҫеленән. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Благовещен районының Иҫке Турбаҫлы а., 1941 й. алып Ҡарағанда ҡ. эшләгән. 1943 й. башлап Воронеж...

СЫРТЛАНОВ Рәүил Шаһихәйҙәр улы

СЫРТЛАНОВ Рәүил Шаһихәйҙәр улы [29.10.1877, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – 20.6.1916, Витебск губ. Скробово а. янында, тыуған яғында ерләнгән], хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1916). Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән, Ш.Ш.Сыртлановтың улы, Ғ.Ш.Сыртлановтың ҡустыһы. 1904–05...

СЫРТЛАНОВ Рим (Рәхмәй) Солтан улы

СЫРТЛАНОВ Рим (Рәхмәй) Солтан улы [22.8.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Сыртлан а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – 13.9.1979, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Сыртлановтар нәҫеленән. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930;...

СЫРТЛАНОВ Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы

С Ы Р Т Л А Н О В Шаһихәйҙәр Шаһгардан улы [1847, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) – ?], Өфө губернаһынан 1‑се (1906) һәм 2‑се (1907) Дәүләт думаһы депутаты. Дворяндарҙан. Сыртлановтар нәҫеленән. 1906 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Неплюев кадет корпусын тамамлаған....

СЫРТЛАНОВА Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы

СЫРТЛАНОВА Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы (15.7.1912, Бәләбәй ҡ. – 1.10.1971, Ҡазан), лётчик, өлкән лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тбилиси хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (1941). 1930 й. алып Коканд ҡ., 1932 й. башлап Тбилисиҙа эшләгән. 1942 й. дек. башлап Төньяҡ Кавказ,...

СЫРТЛАНОВА Эльза Рәйеф ҡыҙы

СЫРТЛАНОВА Эльза Рәйеф ҡыҙы (23.1.1969, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (2010). БДМИ‑ны тамамлаған (1992). 1993 й. алып Өфөнөң 13‑сө дауаханаһында эшләгән: 1998 й. башлап бүлек мөдире, 2001 й. – терапия б‑са баш врач урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1994–98 йй. БДМУ‑ла уҡыта. 2010...

СЫРТЛАНОВА‑ШЛЯХТИНА Елизавета Александровна

СЫР Т Л А Н О В А ‑ШЛ Я Х Т И Н А Елизавета Александровна (22.11.1881, Пермь губ. Красноуфимск өйәҙе Соҡсон Заводы ҡсб, хәҙ. Пермь крайы Соҡсон ҡсб, – 11.12.1961, Өфө), актриса, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). 1912 й. алып – “Нур”, 1915–17 йй. – “Ширҡәт” труппалары, 1918–19 йй. – 1‑се һәм Төркөстан...