Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР

ТАШ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың эретмә файҙаланып таштан һалынған төҙөлөш конструкциялары (биналарҙың эске һәм тышҡы стеналары, фундаменттар, терәк стеналар, колонналар, тоташтырғыстар һ.б.). Бинаның (ҡоролманың) төҙөлөш схемаһына бәйле терәк (үҙенең, ҡаплауҙарҙың, түшәмдәрҙең ауырлығын,...

ТАШ КҮМЕР

ТАШ КҮМЕР, үҫемлектәрҙән барлыҡҡа килгән ҡаты янар файҙалы ҡаҙылма. Ялтыр, ярым тоноҡ йәки тоноҡ йөҙлө ҡара һәм һоро‑ҡара төҫтәге тығыҙ тау тоҡомо булып тора. Ҡатлам һәм линзалар рәүешендә ята. Т.к. сәнәғәттә классификациялағанда уның төп технологик үҙенсәлектәрен (яныу йылылығы, осоусан матдәләрҙең...

ТАШ ТОҘ

ТАШ ТОҘ, галит, аш тоҙо, 1) хлоридтар ярым класы минералы, NaCl. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Агрегаттары бөртөклө, һирәк осраҡта тығыҙ һәм сүсле. Төҫһөҙ, аҡ, һирәгерәк һары, зәңгәр, ҡыҙыл һ.б. төҫтә, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 2, тығыҙлығы 2200 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Мурт, һыуҙа эрей,...

ТАШАҪТЫ, археологик ҡомартҡыһы

ТАШАҪТЫ, Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. 10—13 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ташаҫты а. янында Еҙем й. уң ярында Уҡлығая тауында урынлашҡан. 1911 й. С.Р.Минцлов тарафынан асыла, 1997 й. В.В. Овсянников өйрәнә. Ҡорбан килтереү урындарына (ҡара: Ғибәҙәтхана) ҡарай. 16 м2 ер ҡаҙылған. 4 тимер уҡ башағы табылған....

ТАШАҪТЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАШАҪТЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 56 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында, Еҙем тәбиғи паркында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 116 кеше; 1920 — 99; 1939 — 198; 1959 — 199; 1989 — 119; 2002 — 142; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ТАШАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл

ТАШАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 63 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 92 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 251 кеше; 1920 — 419; 1939 — 443; 1959 — 468; 1989 — 276; 2002 — 252; 2010 — 187 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАШБУЛАТ МӘҘӘНИӘТЕ, археологик ҡомартҡыһы

ТАШБУЛАТ МӘҘӘНИӘТЕ, неолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 6—5 мең йыллыҡҡа ҡарай. Г.Н.Матюшин тарафынан айырып күрһәтелә. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. янындағы тораисеме м‑н аталған. Башҡортостанда Т.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал аръяғында тупланған (Морат I, Урта Түбә II, Сабаҡты III, VI һ.б.). Торамалар...

ТАШБУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТАШБУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 46 км һәм Ташбулат т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 395 кеше; 1920 — 558; 1939 — 417; 1959 — 495; 1989 — 821; 2002 — 1048; 2010 — 1277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАШЙЫЛҒА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ТАШЙЫЛҒА АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ананьин мәҙәниәте археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 6—5 бб. ҡарай. Комплексҡа ҡәберлекһәм торама инә. Ҡурғанһыҙ ҡәберлек Яңауыл р‑ны Ташйылға а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Бөй й. уң ярындағы төп ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. 1965 й. асыла, 1967 й. Н.А.Мәжитов, 1968—69...

ТАШКЕНТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ТАШКЕНТ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 35 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Кесе Гөндөр й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 167 кеше; 1959 — 183; 1989 — 120; 2002 — 118; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТАШКИН Михаил Александрович

ТАШКИН Михаил Александрович [14.2.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Һырт ҡсб (Силәбе өлк. Ҡыҙыл р‑ны) — 30.4.1945, Глучин ҡ. ерләнгән, Чехословакия], Советтар Союзы Геройы (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937— 40 йй. БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Учалы а. СССР Дәүләт банкыһы бүлексәһендә эшләй. 1940 й....

ТАШКИН, ауыл, Нефтекама ҡ. составында

ТАШКИН, ауыл, 1969 й. алып Нефтекама ҡ. (1977—88 йй. Краснокама р‑ны) составында, Ташкин а/с үҙәге. Нефтекама ҡ. һәм т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Берёзовка й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1292 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 816; 1959 — 595; 1989 — 1358; 2002 — 2003; 2010...

ТАШКИСЕҮ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ТАШКИСЕҮ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 29 км һәм Шафран т. юл ст. Т. табан 13 км алыҫлыҡта Торонтайыш й. (Ҡурсаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 287 кеше; 1959 — 295; 1989 — 170; 2002 — 142; 2010 — 92 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ТАШКИСЕҮ, Илеш р‑нындағы ауыл

ТАШКИСЕҮ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 554 кеше; 1920 — 652; 1939 — 492; 1959 — 367; 1989 — 234; 2002 — 235; 2010 — 217 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб...

ТАШҠАҘҒАН РУДНИГЫ

ТАШҠАҘҒАН РУДНИГЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Учалы тау-металлургия районы сиктәрендә Уй й. басс. урынлашҡан. Тәүге тапҡыр 18 б. 2‑се ярт. П.С.Палластелгә ала, 1968 й., 1989 й. Е.Н.Черных тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Кварцлы юлаҡ тибындағы ятҡылыҡтың бәләкәй ер өҫтө карьерҙарынан ғибәрәт....

ТАШҠАЛМАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ТАШҠАЛМАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Бәшир а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 20 км һәм Өфө т. юл ст. Т.- Көнб. табан 90 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 408 кеше; 1920 — 645; 1939 — 608; 1959 — 520; 1989 — 293; 2002 — 291; 2010 — 240 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТАШҠЫН

ТАШҠЫН, йылғаның билдәле бер урынында сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һыу кимәленең бик тиҙ күтәрелеүен һәм ш. уҡ кире ҡайтыуын күрһәткән һыу режимы фазаһы. Т., ғәҙәттә, көндәр йылынғанда ҡарҙың, боҙлоҡтарҙың тиҙ арала иреүе, яуым‑төшөм артыуы, һыуһаҡлағыстарҙан һыу ебәрелеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә,...

ТАШЛЫ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

ТАШЛЫ АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, Ташлы, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары төркөмө. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. ҡарай. Хәйбулла р‑ны Фёдоровка а. төньяҡҡа табан 1,5—2 км алыҫлыҡта Ташлы й. ярында (Аҡъяр һыуһаҡлағысының һыубаҫар зонаһында) урынлашҡан. 1997 й. Н.С.Савельев тарафынан асыла һәм өйрәнелә....

ТАШЛЫ ЗАВОДТАРЫ

ТАШЛЫ ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ташлы й. (Исәт й. ҡушылдығы) буйында ҡаҙна тарафынан Түб. һәм Үрге Ташлы суйын иретеү һәм тимер етештереү заводтары булараҡ нигеҙ һалына. Түб. Т.з. 1700 й., Үрге (ярҙамсы) завод 1703 й. Түбәнгеһенән 3 саҡрым алыҫлыҡта (Ташлы...

ТАШЛЫ-ШӘРИП, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ТАШЛЫ-ШӘРИП, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 230 кеше; 1920 — 804; 1939 — 631; 1959 — 423; 1989 — 358; 2002 — 363; 2010 — 344 кеше. Татарҙар йәшәй...