Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин

ТӘРЖЕМӘНОВ Кашшафетдин (1877—1943), дин әһеле. “Мәржәниә” мәҙрәсәһен (Ҡазан) тамамлаған. 1904 й. алып имам‑хатип, Ҡазандың 11‑се мәсетендә мөҙәрис. 1917 й. башлап Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты), бер үк ваҡытта 1921—22...

ТӘТЕГӘС БЕЙ

ТӘТЕГӘС БЕЙ, Т ә т е г ә с  к е н ә з (?—1565), башҡорттарҙың юрматы ырыуы башлығы. Юрматы башҡорттарының нуғай мырҙаларына ҡаршы көрәшен етәкләй. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе”нә ярашлы, 1554 й. Т.б. Ҡармыш һ.б. бейҙәр м‑н бергә юрматыларҙың Мәскәү дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара...

ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТӘТЕР‑АРЫҪЛАН, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Тәтер‑Арыҫлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 26 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1709 кеше; 1920 — 2275; 1939 — 1721; 1959 — 1043; 1989 — 1043; 2002 — 1035; 2010 — 996 кеше. Татарҙар...

ТӘТЕР, йылға

ТӘТЕР, йылға, Дим й. уң яҡ ҡушылдығы. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтербаш а. көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, артабан Ырымбур өлк. буйлап аға. Дим й. (тамағынан 465 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 91 км, басс. майҙаны 860 км2. БР‑ҙа оҙонлоғо 38...

ТӘТЕРБАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТӘТЕРБАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Оло Ҡайраҡлы й. (Стәрле й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 463 кеше; 1920 — 564; 1939 — 666; 1959 — 702; 1989 — 415; 2002 — 456; 2010 — 331...

ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫ

ТӘТЕШЛЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Пермь крайы, көнсығышта — Асҡын, көньяҡ‑көнсығышта — Балтас, көньяҡта — Борай, көнбайышта Яңауыл р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Балтас һәм Яңауыл р‑ндарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1...

ТӘУАРИХ

ТӘУАРИХ (ғәр.), урта быуат көнсығыш әҙәбиәтенең тарихи‑функциональ жанры. Ҡәбилә, ырыу, дәүләт йәки төбәк тарихына, ш. уҡ тарихи шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған тематик әҫәрҙәр йыйынтығынан ғибәрәт. Т. дөйөм дәүләт, дөйөм төбәк әһәмиәтендәге ваҡиғалар ырыу‑ҡәбилә генеалогияһы (ҡара: Шәжәрә)...

ТӘҮ АТА‑БАБА

ТӘҮ АТА‑БАБА, мифологияла кешелектең, этностың, ырыу йәки ҡәбиләнең ата‑бабаһы. Т.а.‑б. эшмәкәрлеге фәҡәт мифик ваҡытҡа (“башланғыс”) ҡарай. Т.а.‑б. йыш демиург, мәҙәни герой функцияһын башҡара. Башҡ. мифологияһын аярашлы, беренсе кеше ут һәм (йәки) һыуҙан — йәшендең ҡаяға атыуы йәки ҡояш нурының...

ТӘҮ ТЕЛ

ТӘҮ ТЕЛ, диалекттарынан ҡәрҙәш телдәр берләшмәләре (ҡара: Телдәр классификацияһы) барлыҡҡа килгән ата‑бабалар теле. Т.т. реконструкциялау булған телдәрҙең (ҡара: Сағыштырма‑тарихи тел ғилеме) генетик яҡтан оҡшаш элементтарын дөйөмләштереүгә нигеҙләнә. Хәҙ. төрки телдәрҙең нигеҙендә алтай берлегенән...

ТӘҮӘКӘC, Архангел р‑нындағы ауыл

ТӘҮӘКӘC, Архангел р‑нындағы ауыл, Тәүәкәс а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Приуралье т. юл ст. Т. табан 3 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 475 кеше; 1920 — 632; 1939 — 630; 1959 — 599; 1989 — 599; 2002 — 554; 2010 — 594 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ТӘҮӘКӘН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ТӘҮӘКӘН, C ә ң к е м, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 54 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Сәңке й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 430 кеше; 1920 — 496; 1939 — 465; 1959 — 551; 1989 — 378; 2002 — 467; 2010 —581 кеше....

ТӘҮӘТӘЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ТӘҮӘТӘЙ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Себенле а/с ҡарай. Р‑н үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К. табан 26 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 368 кеше; 1920 — 373; 1939 — 346; 1959 — 481; 1989 — 402; 2002 — 350; 2010 — 287 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар....

ТӘҮЛЕК

ТӘҮЛЕК, уртаса ҡояш тәүлеге 24 сәғ. тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге; календарҙың төп берәмеге. Ерҙең үҙ күсәре тирәләй Ҡояшҡа ҡарата әйләнешенең уртаса ваҡыт оҙонлоғо итеп билдәләнә. Т. башы тип төн уртаһы иҫәпләнә. Экваторҙа көндөң һәм төндөң оҙонлоғо йыл әйләнәһенә 12 сәғ. тәшкил итә, башҡа киңлектәрҙә...

ТӘҮРАТ

ТӘҮРАТ, иудаизмда төп изге китап, Биш китаптың боронғо йәһүдсә исеме. Библияның тәүге китаптарынан (Башланмыш, Сығыу, Левит, Һандар, Икенсе ҡанун) тора. Китап йәки пергамент төргәге рәүешендә булған. Т. төргәге (бейеклеге яҡынса 60 см, ауырлығы 8 кг) ивритса уңдан һулға, тыныш билдәләрһеҙ яҙылған, бүлектәренә...

ТВЕРДЫШЕВТАР

ТВЕРДЫШЕВТАР, завод хужалары. Сембер сауҙагәрҙәре. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Борис Т., сауҙагәр. 1729— 32 йй. Сембер бурмистры. Уның улдары: Иван Борисович Т. (1690 й. һуң, Сембер ҡ. — 1773 й. апр., С.‑Петербург), коллегия асессоры. Нәҫелдән килгән дворян (1758 й. алып). Ит м‑н сауҙа иткән, селитра...

ТВЕРЯКОВ Игорь Львович

ТВЕРЯКОВ Игорь Львович (11.4.1960, Бөрө ҡ.), тренер. Йөҙөү б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1999) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (2007). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). Волгоград физик культура ин‑тын тамамлаған...

ТВОРОГОВ Иван Александрович

ТВОРОГОВ Иван Александрович (1742—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың ген.‑поручигы. Казак. Яйыҡ казак ғәскәрендә (ҡара: Урал казак ғәскәре) хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1773 й. 21 сент. Илек ҡаласығында ҡушыла. Нояб. Хәрби коллегия судьяһы итеп тәғәйенләнә. Пугачёвтың Йәшерен...

ТЕАТР

ТЕАТР (гр. theatron — тамаша өсөн урын, тамаша), актёр публика алдында сығыш яһағанда барлыҡҡа килгән сәхнә күренешенән торған сәнғәт төрө. Хәҙ. Т. сәнғәте әҫәре — спектакль — драма (ҡара: Драматургия) йәки муз. сәхнә әҫәрҙәре нигеҙендә реж. фекеренә ярашлы һәм уның етәкс. актёрҙар, ш. уҡ рәссамдар,...

ТЕАТР ФЕСТИВАЛДӘРЕ ҺӘМ КОНКУРСТАРЫ

ТЕАТР ФЕСТИВАЛДӘРЕ ҺӘМ КОНКУРСТАРЫ, театр сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары смотрҙары. Башҡортостан театрҙары бөтә Рәсәй, бөтә Союз, халыҡ-ара кимәлендәге төрлө Т.ф.һ.к. (показдар, смотрҙар, олимпиадаларҙа) 20 б. 20‑се йй. аҙ. ҡатнаша башлай. Бөтә Союз фестивалдәре совет власының 40 йыллығына (1957),...

ТЕАТР БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТЕАТР БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, театр сәнғәте өлкәһендә артистарҙы, режиссёрҙарҙы, театр сәнғәте белгестәрен һ.б. проф. әҙерләү системаһы. Башҡортостанда Т.б.б. 1926 й. Башҡ. сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) театр бүлеге (өҙөклөктәр м‑н 1971 й. тиклем эшләй) асылғандан һуң үҫеш ала. Пед. эшмәкәрлекте...