Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТЕЛӘШ, Өпәй, Мәсетле р‑нындағы ауыл

ТЕЛӘШ, Ө п ә й, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ростов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 24 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта Һөйә й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 512 кеше; 1939 — 488; 1959 — 534; 1989 — 581; 2002 — 538; 2010 — 479 кеше. Башҡорттар...

ТЕЛӘШЕВ Ғүмәр Ғариф улы

ТЕЛӘШЕВ Ғүмәр Ғариф улы (13.12. 1931, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Имай‑Ҡарамалы а. — 2.6.2016, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1994), Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). БАССР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1978), БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1991), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1996). ӨНИ‑не тамамлаған (1962)....

ТЕЛӘШЕВ Эльшад Ғүмәр улы

ТЕЛӘШЕВ Эльшад Ғүмәр улы (21.11.1956, Өфө), инженер‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), техник ф. д‑ры (1992), проф. (2008). РФ‑тың (2014) һәм БР‑ҙың (2006) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы нефтехимигы (2001). Ғ.Ғ.Теләшевтең улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ эшләй. 1993 й. алып Нефтехимия...

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, донъя телдәрен айырым үҙенсәлектәре һәм мөһим билдәләре б‑са сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһе нигеҙендә бүлеү. Т.к. ике төп төрө бар: генеалогик һәм типологик. Генеалогик Т.к. телдәрҙең ҡәрҙәшлеге — фараз ителгән тәү телдән барлыҡҡа килгән уртаҡлыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнә, сағыштырма‑тарихи...

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ, телдең йәшәү формаларының, уның төрлө соц.‑иҡт. һәм соц.-сәйәси шарттарҙа, билдәле соц.‑адм. ойошмаларҙа ҡулланыу даирәһе һәм мөхитенең йыйылмаһы. Т.ҡ.ш. — социолингвистиканың өйрәнеү предметы. Телдең бер милләтле һәм күп милләтле дәүләттә йәшәүе м‑н тығыҙ бәйле (ҡара:...

ТЕЛЕВИДЕНИЕ

ТЕЛЕВИДЕНИЕ (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм видение — күреү), радиоэлектроника сараларын ҡулланып күреү мәғлүмәтен (хәрәкәт иткән һүрәттәрҙе) ҙур араға тапшырыу м‑н бәйле булған фән һәм техника өлкәһе; элемтәнең фәнни, ойоштороу, техник һ.б. маҡсаттарҙа файҙаланылған төп сараларының береһе. Һүрәттәрҙе...

ТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ

ТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ, төп киң мәғлүмәт сараларының береһе. Телевидение ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда Т.т. хеҙмәтен дәүләт, муниц., коммерция станциялары күрһәтә. Башҡ. Т.т. 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. Башҡ. ТВ студияһында һынау рәүешендәге тәүге тапшырыу 1958 йылдан 1959 йылға ҡараған яңы йыл...

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ, телевизион тапшырыу селтәре аша күрһәтеү өсөн төшөрөлгән фильм. Т.ф. анимация (ҡара: Анимация киноһы), документаль (ҡара: Документаль кино), нәфис фильмдарҙың бөтә төрҙәре һәм жанрҙары инә. Башҡортостанда тәүге Т.ф. 1959 й. БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тында Башҡ....

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ, документаль хәбәрҙәрҙе (телеграммаларҙы) телеграф аппараттары ярҙамында элемтә сымдары йәки радиоканалдары аша юғары тиҙлектә ебәреү һәм ҡабул итеү; электр элемтәһенең бер төрө. Ебәрелгән мәғлүмәттең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлеге б‑са дөйөм ҡулланыуҙағы Т.э. (телеграммалар ебәреү,...

ТЕЛЕМЕХАНИКА

ТЕЛЕМЕХАНИКА (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм механика), фән һәм техниканың алыҫтан идара итеү һәм контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт (сигнал) тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм техник сараларын уйлап сығарған өлкәһе. Телемеханик сигналдарҙың формалашыуын һәм үҙгәрешен өйрәнә, уларҙы сикләнгән йышлыҡтар...

ТЕЛЕНОМУСТАР

ТЕЛЕНОМУСТАР (Telenomus), яры ҡанатлылар отрядының йомортҡа ашаусылар ғаиләһенә ҡараған бөжәктәр заты. Бер нисә йөҙ төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа левискулус Т. — балдаҡлы ебәк күбәләге йомортҡаларының паразиты йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 1 мм. Кәүҙәһе ҡара төҫтә. Инә бөжәктәрҙең...

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ, тауыш мәғлүмәтен тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн ҡоролма. Коммутация‑саҡырыу (башҡа Т.а. ингән саҡырыуҙы ҡабул итеү, тоташтырыу һәм өҙөү) һәм һөйләшеү (телмәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу) өлөштәренән тора. Микрофонға ток биреү ысулы б‑са үҙәк һәм урындағы батареялы; һөйләшеү схемаларын...

ТЕЛЕФОН СЕЛТӘРЕ

ТЕЛЕФОН СЕЛТӘРЕ, “Башинформсвязь” ААЙ филиалы. Урындағы (ш. иҫ. таксофондар һәм радио аша элемтә тотоу сараларын файҙаланып) һәм зона эсендәге телефон элемтәһе, кабель һәм цифрлы телевидение, сымлы радио тапшырыу, Интернетҡа инеү һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Составына 5 район элемтә узелы, 3 линия‑кабель,...

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ, тауыш мәғлүмәтен электр сигналдары ярҙамында сым буйлап йәки радиосигналдар м‑н алыҫ араға тапшырыу; электр элемтәһенең бер төрө. Халыҡ‑ара, ҡала‑ара, урындағы, ведомство эсендәге, производство эсендәге, хәрәкәт иткән объекттары булған Т.э., конференц‑элемтә (3 йәки күберәк абонент...

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ б а ш ҡ о р т  т е л е н д ә, 1) башҡ. әҙәби теленең һөйләү һәм яҙма нормаларын — әйтелеш (ҡара: Орфоэпия), баҫым, һүҙ ҡулланылышы, грамматика, стилистика ҡағиҙәләрен белеү; телмәрҙең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы аралашыуҙың төрлө шарттарында телдең тасуирлау сараларын, ш. уҡ һүҙҙәрҙең...

ТЕЛЯТЕВТАР

ТЕЛЯТЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Алексеевич Т. (?—1643). Өфөгә хеҙмәткә Ҡазандан күсерелә. 1632 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1633 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы поместье (17 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Тур яланындағы...

ТЕЛЯТНИКОВ Иван Александрович

ТЕЛЯТНИКОВ Иван Александрович (13.12.1929, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Түб. Әүжән‑Петровск Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Түб. Әүжән а., — 10.8.1996, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре. Троицк ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Силәбе өлк., 1959)...

ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1936 й. Ырымбур башҡорт педагогия техникумы базаһында асыла. 1941 й. Т.б.п.у. составына Белорет р‑нындағы Сермән пед. уч‑щеһы инә. Уҡыу курсы — 4 йыл (1946 й. алып). Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу (1938 й. башлап) бүлектәрендә һәм экстернат...

ТЕМӘС ИЛЕКӘЕВ

ТЕМӘС ИЛЕКӘЕВ, 1735—40 йй. һәм 1755—56 йй. башҡ. ихтилалдарында [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40), Башҡорт ихтилалы (1755—56)] ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Илекәй а. башҡорто. Тархан. 1742 й. 4 даруғаның башҡ. вәкилдәре делегацияһы составында, керҙәштәргә ер м‑н оброкһыҙ файҙаланыу...

ТЕМӘС ҠУРҒАНДАРЫ

ТЕМӘС ҠУРҒАНДАРЫ, һуң Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 2—3 бб. ҡарай. Баймаҡ р‑ны Темәс а. көнсығышҡа табан 2,5—3 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан. 1963 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1970—72 йй. Н.А.Мәжитов, М.Ш.Рәжәпов өйрәнә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр...