Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОЛУОЛ

ТОЛУОЛ, метилбензол, С6Н5СН3, ароматик углеводородтарҙың типик төрө. Нефттә, таш күмер, ҡарағай ыҫмалаһы составында бар. Яна торған ароматик еҫле төҫһөҙ шыйыҡса; t иреү ‑94,99 °С, t ҡайнау 110,62 °С, t тоҡаныу 4 °С; тығыҙлығы 866,9 кг/м3, һауа м‑н ҡушылмаһының шартлау сиге күләмгә 1,27—7,0%, үҙенән‑үҙе...

ТОМАН

ТОМАН, ер өҫтөндәге һауала (бейеклеге бер нисә йөҙ метр) конденсация продукттары (һыу тамсылары йәки боҙ кристалдары) тупланмаһы, горизонталь күреү мөмкинлеген кәметә. Күреү мөмкинлеге 10 км тиклем еткәндә аналогик күренеш шыйыҡ Т. тип атала. Һыу күләме (куб метрҙа һыу тамсылары күләме; тамсыларҙың...

ТОМАНСЫ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ТОМАНСЫ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 364 кеше; 1920 — 435; 1939 — 277; 1959 — 292; 1989 — 178; 2002 — 184; 2010 — 186 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

ТОМАР-ҮТКӘЛ, археологик ҡомартҡыһы

ТОМАР‑ҮТКӘЛ, бронза быуаты— Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Соль‑Илецк р‑ны Томар‑Үткәл а. тирәһендә Илек й. (Урал й. ҡушылдығы) һул ярында урынлашҡан. 19 б. аҙ. Ф.Д.Нефёдов тарафынан асыла, 1956 й. К.Ф.Смирнов, 1983 й. В.С.Горбунов, В.А.Иванов, 1986—87 йй. О.И.Порохова тикшерә. Ҡурғанлы...

ТОМАРОВ Василий Александрович

ТОМАРОВ Василий Александрович [12.2.1921, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Жилин а., хәҙер Өфө ҡ. составында, — 5.1.2004, Өфө ҡ.], лётчик, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Диңгеҙ һәм ҡоро ер авиацияһының лётчиктар һәм лётчик‑күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен (Ейск...

ТОМАТ

ТОМАТ, п о м и д о р (Lycopersicon), эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бер йәки күп йыллыҡ үлән һәм ярым ҡыуаҡ заты. 3 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 7) төрө билдәле: перу Т., төклө Т., ябай йәки ысын Т. Ҡырағай рәүештә Көньяҡ Америкала, Канар утрауҙарында осрай. Ябай Т. бер йыллыҡ йәшелсә культураһы...

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатының 3 ҡағаны — Илтереш, Ҡапаған һәм Билгенең (ҡара: Билге ҡағанға арналған ташъяҙма) кәңәшсеһе, ышаныслы кешеһе һәм ғәскәр башлығы Тонйоҡуҡ хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы тура мөйөшлө 2 таш бағанаға соҡоп яҙылған...

ТОНОҠ МӘҒДӘНДӘР

ТОНОҠ МӘҒДӘНДӘР, үҙгәреүсән химик составлы сульфосоль класы минералдары, Cu10(Zn,Fe,Cu)2(As,Sb)4S13. Башлыса мышаяҡтан торған Т.м. — теннантит, һөрмәнән торғаны тетраэдрит тип атала. Составында көмөш, цинк, тимер, бериллий, һирәк осраҡта терегөмөш, ҡурғаш, никель, кобальт, аҡ ҡурғаш, теллур, вольфрам,...

ТОПАЗ

ТОПАЗ (гр. topazos), һ а р ы  я ҡ у т, утрау силикаттары ярым класы минералы, Al2[SiO4](F,OH)2. Составына тимер, хром, магний, титан, ванадий ҡушылмалары инә. Кристалдары призма формаһында. Агрегаттары: радиаль‑нурлы, шарға оҡшаған, үтә ваҡ бөртөклө, тығыҙ, друзалар. Төҫһөҙ, һары, зәңгәр, алһыу. Быяла...

ТОПИНАМБУР

ТОПИНАМБУР, е р  г р у ш а һ ы (Helianthus tuberosus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Тыуған ере — Төньяҡ Америка, унда Т. культураға индерелә. Төньяҡ Америкала, Белоруссияла, Францияла, Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, ш. иҫ. Башҡортостанда үҫтерелә. Ер аҫты үренделәрендә (столондарында) аҡ,...

ТОПОГРАФИЯ

ТОПОГРАФИЯ (гр. topos — урын һәм ...графия), күсермә алыу эштәрен үткәреү (ер өҫтөндә, һауанан, йыһандан) һәм уларҙың нигеҙендә топографик карталар төҙөү юлы м‑н төбәкте геогр. һәм геом. өйрәнеү. Т. бурысы — рельефформалары, ш. уҡ ер өҫтөндә урынлашҡан тәбиғи һәм геогр. объекттар т‑да дөрөҫ мәғлүмәттәр...

ТОПОЛОГИЯ

ТОПОЛОГИЯ (гр. tоpos — урын һәм ...логия), гомеоморфизмдар (үҙ‑ара бер мәғәнәле һәм үҙ‑ара өҙлөкһөҙ сағылыштар) ваҡытында һаҡланып ҡалған фигуралар үҙенсәлектәрен һәм уларҙың үҙ‑ара урынлашыуын өйрәнеүсе математика бүлеге. Т. төп бурысы — топологик инварианттарҙы (бәйләнешлелек, компактлыҡ, үлсәмлек...

ТОПОРИНКА, Благовар р‑нындағы ауыл

ТОПОРИНКА, Благовар р‑нындағы ауыл, Языков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Благовар т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Батҡаҡ й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 185 кеше; 1920 — 166; 1939 — 130; 1959 — 96; 1989 — 272; 2002 — 337; 2010 —322 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

ТОПОРНИНДАР

ТОПОРНИНДАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Егорович Т., капитан. Сембер губ. Сызрань өйәҙе алпауыты. 1790 й. Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы аҫаба башҡорттарынан ер һатып ала, унда Степан а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны ш. уҡ исемле ауылы) нигеҙ һала. 1795 й. 206 крепостной крәҫтиәне...

ТОР РАЙОНЫ

ТОР РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡ- көнсығышта Петровский районы, көньяҡта — Мәләүез, төньяҡ‑көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан Верхотор р‑ны булараҡ ойошторолған (ҡара: Административ район), 1930 й. 15 окт.алып Т.р....

ТОР, йылға

ТОР, йылға, Нөгөш й. (Ағиҙел й. басс.) уң ҡушылдығы. Артмаҡ тауынан төньяҡҡа табан 4 км алыҫлыҡта Баш Алатау һыртының көнбайыш битләүендә башлана. Мәләүез һәм Ишембай р‑ндары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа, Торғаҫ й. тамағынан тағы ла Мәләүез р‑ны буйлап аға. Нөгөш й. (тамағынан 5,3 км...

ТОРА

ТОРА, археологик ҡомартҡы, таш быуаттың нығытылмаған торамаһы. Башҡортостанда 200‑гә яҡын Т. табылған; башлыса йылға йәки күл буйҙарында, һирәгерәк мәмерйәләрҙә (Байсланташ, Муйнаҡташ) урынлашҡан. Иң боронғо Т. палеолит осорона ҡарай (Мулла, Урта Түбә һ.б.). Шулай уҡ мезолит, энеолит Т. осрай. Т. торлаҡ...

ТОРАҠ, археологик ҡомартҡы

ТОРАҠ, археологик ҡомартҡы, тимер быуаттың һәм Урта быуаттарҙың нығытылмаған торамаһы. Башҡортостанда Ананьин мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Сейәлек мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте һ.б. мәҙәниәттәрҙең 300‑ҙән ашыу Т. табылған. Иң боронғо Т. б.э.т. 7—4 бб. ҡарай....

ТОРАМА

ТОРАМА, археологик ҡомартҡы, боронғо заман һәм Урта быуат дәүерендә кеше йәшәгән урын. Ташбыуат Т. — торалар, бронза быуатыныҡына — Т., тимер быуаттыҡына тораҡтар йәки ҡаласыҡтар инә. Төҙөү ысулы б‑са нығытылмаған (торалар, тораҡтар) һәм нығытылған (ҡаласыҡтар) Т. айырыла. Төрлө тарихи‑мәҙәни осорҙарға...

ТОРАТАУ ҠАЛАСЫҒЫ

ТОРАТАУ ҠАЛАСЫҒЫ, Ананьин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4 б. — б.э. 7 б. ҡарай. Краснокама р‑ны Баҫҡытау а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1971—72 йй. В.А.Иванов, 1981 й., 1989 й.,...