Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТРИХОМОНАДТАР

ТРИХОМОНАДТАР (Trichomonas), иң ябайҙар заты. Бер нисә тиҫтә төрө билдәле. БР‑ҙа бөтә ерҙә осрай. Бер күҙәнәкле эндопаразиттар. Кәүҙә оҙонлоғо 5—40 мкм. Кәүҙәһе груша һымаҡ, 3 (ҡайһы берҙә 5) ирекле алғы ҡамсыһы бар, уларҙың береһе тулҡын һымаҡ мембрана барлыҡҡа килтерә. Күҙәнәк эсендә терәк органелла...

ТРИХОМОНОЗ

ТРИХОМОНОЗ, т р и х о м о н и а з, бәүел‑енес системаһы ағзаларының зооантропоноз протозой ауырыуы. Тыуҙырыусыһы — Trichomonas vaginalis; организмдан тыш аҙ тотороҡло, т‑ра 40°С артыҡ булғанда, киптергәндә һәм дезинфекция саралары тәьҫирендә үлә. Яңы, хроник (2 айҙан ашыу) һәм симптомһыҙ (трихомонада...

ТРИХОФИТИЯ

ТРИХОФИТИЯ, т р и х о ф и т о з, кешенең, хайуандарҙың тире һәм уның сығарылмалары зарарланыуы м‑н бәйле бәшмәк ауырыуы. Тыуҙырыусылары — Trichophyton затына ҡараған антропофиль (кешелә генә паразит булып йәшәгән) һәм зоофиль (кеше һәм хайуандарҙы зарарлаған) бәшмәктәр. Кешеләге Т. Зарарланыу тәрәнлеге...

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ

ТРОИЦА СИРКӘҮЕ, С м о л е н с к с о б о р ы. Өфөлә урынлашҡан. 1586 й. Өфө кремле терр‑яһында 1584 й. Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә төҙөлгән ағас сиркәү урынында нигеҙләнә, 1616 й. төҙөлә һәм Смоленск (Йәмиғ) сиркәүе булараҡ изгеләндерелә, 1799 й. алып Смоленск кафедраль соборы, 1842 й. Воскресение...

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

ТРОИЦК АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ, Троицк өйәҙендә Уй й. үрге ағымында урынлашҡан. 1834 й. алып Барын‑Табын, Ҡара‑Табын һәм Күбәләк улустары башҡорттарының ерҙәрендә И.В.Жуковский тарафынан “Т.а.п.” компанияһы ойошторолғандан һуң эшләй башлай. Алтын Балбыҡ, Благодатный, Викторовка, Казнахтин, Россыпный, Труд,...

ТРОИЦК АЛЫШ-БИРЕШ ЙОРТО

ТРОИЦК АЛЫШ-БИРЕШ ЙОРТО, Рәсәйҙең Ҡаҙағстан һәм Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа бәйләнештәрен үҫтереү маҡсатында төҙөлгән баҙар. 1745 й. Уй й. уң ярында Троицк ҡәлғәһе ҡаршыһында асыла. Ул “урыҫ” (Рәсәй сауҙагәрҙәре өсөн), “ҡырғыҙ” (ҡаҙаҡ) һәм “Бохара” (Урта Азия) “ихаталарына” бүленгән ағас ҡаралтылар...

ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ

ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ, 1743 й. И.И. Неплюев тарафынан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә Уйыл й. Уй й. ҡойған урында хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалынған. Православие динен тотоусыларҙың Изге Троица байрамы (ҡара: Православие байрамдары) хөрмәтенә аталған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйында төҙөлгән 9...

ТРОИЦК ӨЙӘҘЕ

ТРОИЦК ӨЙӘҘЕ, 1784 й. Өфө наместниклығы составында ойошторолған. Өйәҙгә Верхнеурал өйәҙенең —төньяҡ- көнсығыш, Өфө өйәҙенең—көнсығыш, Силәбе өйәҙенең көнбайыш өлөшө ингән. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1919 й. сент. — Силәбе губернаһы составында була. 1865 й. Т.ө. бер өлөшө Златоуст өйәҙенә ҡараған....

ТРОИЦК ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ

ТРОИЦК ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ. Беренсе йәмиғ мәсет (Төп мәсет) сауҙагәр Бәкеровтар аҡсаһына 1787 й. төҙөлгән, 1790 й. асыла. 1840 й. яңыртып төҙөлә. Бина таштан һалынған, манараһы була. Мәсет эргәһендә “Әхмәҙиә” мәҙрәсәһе эшләгән. 1899 й. мәхәлләлә 1224 кеше иҫәпләнә. Имам‑хатиптары: М.Абдулварифов...

ТРОИЦК, Благовар р‑нындағы ауыл

ТРОИЦК, Благовар р‑нындағы ауыл, Ямаҡай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 70 кеше; 1959 — 80; 1989 — 82; 2002 — 130; 2010 —161 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1924 й. Өфө кантонында ш. уҡ кантондың...

ТРОИЦК, ҡала

ТРОИЦК, ҡала (1784 й. алып), Троицк өйәҙенең адм. үҙәге (1784—1923). 1743 й. Троицк ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына. 19 б. 60‑сы йй. алып Ырымбур казак ғәскәренең 3‑сө хәрби бүлеге үҙәге. 1811 й. 1500 кеше, 1825 й. — 3218 (ш. иҫ. 215 чиновник ғаиләһе, ғаиләһе м‑н 492 отставкалағы һалдат, 159 сауҙагәр һәм...

ТРОИЦКАЯ Любовь Николаевна

ТРОИЦКАЯ (Троицкая‑Зайдентрегер) Любовь Николаевна (6.10.1911, Ҡазан — 9.4.1995, Өфө), йырсы (сопрано), педагог. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1941; Л.Н.Балановская класы) педагог‑вокалист, 1944 й. алып Респ. лекторийының художество етәксеһе, 1948—49...

ТРОИЦКИЙ, Благовар р‑нындағы ауыл

ТРОИЦКИЙ, И в а н е н к о, Благовар р‑нындағы ауыл, Троицкий а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 1089 кеше; 1939 — 1454; 1959 — 691; 1989 — 269; 2002 — 445; 2010 — 408 кеше. Урыҫтар, украиндар...

ТРОИЦКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ТРОИЦКИЙ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Партизан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.-Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Мәкәтәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 622 кеше; 1920 — 767; 1939 — 750; 1959 — 1075; 1989 — 633; 2002 — 669; 2010 — 630 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ТРОЛЛЕЙБУС

ТРОЛЛЕЙБУС (ингл. trolleybus), ҡала транспорты төрө; вагон тибындағы кузовлы, пневмотәгәрмәсле һәм приводы токты ике сымлы контакт линияһынан алған электр двигателе булған транспорт сараһы. Ике күсәрле һәм күп күсәрле Т. айырыла. Башҡортостан троллейбус заводы тарафынан 1998 й. тәүге Т. сығарыла, 2000...

ТРОЛЛЕЙБУС ПАРКЫ

ТРОЛЛЕЙБУС ПАРКЫ, троллейбус туҡтау һәм ремонтлау урыны. Башҡортостанда тәүге троллейбус депоһы 1961 й. Стәрлетамаҡ ҡ. төҙөлә, паркта 15 троллейбус иҫәпләнә, троллейбус линияһының оҙонлоғо 12,7 км тәшкил итә. 1989 й. 2‑се депо сафҡа индерелә. 1962 й. Өфөлә 1‑се депоның тәүге сираты эшләй башлай, троллейбустар...

ТРОМБОФЛЕБИТ

ТРОМБОФЛЕБИТ, тамыр киңлегендә тромб барлыҡҡа килтереп, ҡан тамырҙары көбө шешеүе. Өҫкө (тире аҫты) һәм тәрән (флеботромбоз) веналар; бала тапҡандан һуңғы, операциянан һуңғы, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе ваҡытындағы; үҫә барған (эрерәк ҡан тамырҙарына таралғанда) һәм септик (тромб тарҡалғанда уның...

ТРОФИМОВ Валентин Андреевич

ТРОФИМОВ Валентин Андреевич (21.11.1943, Өфө), аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1997). БАССР-ҙың атҡ. табибы (1980). БДМИ‑ны тамамлаған (1967). 1968 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй. 1970—2008 йй. “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында: 1982 й. башлап өлкән, 1994 й. алып һәм 1999 й. —...

ТРОФИМОВ Ғиндулла Сәмиғулла улы

ТРОФИМОВ Ғиндулла Сәмиғулла улы (2.4.1922, Новониколаевск ҡ. — 23.11.1985, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1960), проф. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү авиация ин‑тын тамамлаған (1955). 1960 й. алып БАХИ-ла: металдар технологияһы каф. мөдире, 1968...

ТРОФИМОВ Фёдор Егорович

ТРОФИМОВ Фёдор Егорович (20.12. 1938, Ырымбур өлк. Константиново а. — 5.9.2009, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Пенза художество уч‑щеһын тамамлаған (1962). Рус сәнғәтенең реалистик традицияларын дауам итеүсе. Әҫәрҙәре тарихи дәүерҙәрҙе, замандаштарының тормошон...