Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, һаҙлыҡ

ТУҘЛЫҠЫУЫШ, Өҫән й. басс. һаҙлыҡ. Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а. көнбайышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Өҫән й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 54,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, иң ҡалыны — 2,9 м. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, тал, ябай муйыл,...

ТУЖИЛОВА-ОРДАНСКАЯ Елена Марковна

ТУЖИЛОВА-ОРДАНСКАЯ Елена Марковна (9.4.1960, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2008), проф. (2009). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре. М.С.Орданскийҙың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) БАССР Прокуратураһында, 1983 й. алып Өфө иҫәп-хисапты механизациялау техникумында эшләй. 1991...

ТУЖИЛОВКА, ауыл, Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә

ТУЖИЛОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы эсендә (ҡара: Черниковск). Ауылға 1883 й. Өфө өйәҙендә Я.П.Барсовтан ҡуртымға алған ерҙәрҙә ш. уҡ өйәҙҙең Гуровка а. (хәҙ. Кушнаренко р‑ны) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яковлевка, Яковлевка‑Тужиловка исемдәре м‑н теркәлгән. Халҡы:...

ТУЗОВ Николай Иосифович

ТУЗОВ Николай Иосифович [13.12. 1923, Урал өлк. Губернское а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 18.1.2002, Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Байрамғол а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 149‑сы уҡсылар див. 568‑се уҡсылар...

ТУЙ

ТУЙ, 1) башҡорттарҙың традицион байрамы. Ҡәбилә йәки ырыу йыйындарына (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай, Майҙан һ.б.), сәсеү эштәре, йәйләү башланыуға йәки тамамланыуға бәйле календарь йолаларына (ҡара: Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Ҡарғатуй, Башҡорт йәйләүҙәре, Һабантуй, Малсылыҡҡа бәйле йолалар һ.б.) һәм кеше...

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ

ТУЙ ЙОЛАЛАРЫ, никахҡа инеүгә бәйле традицион йолалар комплексы (ҡара: Ғаилә-никах мөнәсәбәттәре). Башҡорттарҙа ярым күсмә малсылыҡ хужалыҡ-мәҙәни тибы өҫтөнлөк итеү шарттарында формалашҡан, хужалыҡ итеүҙең традицион формаларына (игенселек, һыйырсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунар һ.б.), тарихи-мәҙәни традицияларға...

ТУЙКИН Кәбир Кәрим улы

 ТУЙКИН Кәбир Кәрим улы [1878, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Зәй‑Ҡаратай а. (ТР‑ҙың Лениногорск р‑ны) — 15.2.1938, Ҡазан], яҙыусы. Ф.К.Туйкиндың ағаһы. “Мөхәммәҙиә” (Ҡазан) мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң тыуған ауылында уҡытыусы, 1909 й. алып “Ваҡыт” типографияһында (Ырымбур ҡ.) хәреф йыйыусы, 1917 й. башлап...

ТУЙКИН Фазыл Кәрим улы

ТУЙКИН Фазыл Кәрим улы [10.6. 1887, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Зәй-Ҡаратай а. (ТР‑ҙың Лениногорск р‑ны) — 15.2.1938, Ҡазан], яҙыусы. К.К.Туйкиндың ҡустыһы. “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (Ҡазан, 1907) тыуған ауылында, 1909 й. алып Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Ташлыяр а. (ТР‑ҙың Мөслим р‑ны) уҡытыусы...

ТУЙМАЗЫ АВТОБЕТОНОВОЗДАР ЗАВОДЫ

ТУЙМАЗЫ АВТОБЕТОНОВОЗДАР ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына әҙерләү‑иретеп йәбештереү, механика, йыйыу‑биҙәү, тәжрибә өлгөләре һәм ваҡ сериялар етештереү, гидроцилиндрҙар, күсергестәр, инструменттар, ремонт‑механика, транспорт цехтары; ремонт‑төҙөлөш, теүәл ҡойоу, электр‑ремонт, эске йөктәрҙе ташыу участкалары;...

ТУЙМАЗЫ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

ТУЙМАЗЫ БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ, “Башнефть‑Геострой” ЯСЙ филиалы. Туймазы р‑ны Ҡандра а. урынлашҡан. Быраулау, төрлө тәғәйенләнештәге скважиналарҙы үҙләштереү, йыһазландырыу, ремонтлау; технологик йыһаз, инструмент, ҡорамалдар һ.б. етештереү м‑н шөғөлләнә. Составына быраулау һәм скважиналарҙы үҙләштереү...

ТУЙМАЗЫ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ

ТУЙМАЗЫ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Составына нефть газын әҙерләү һәм газды фракцияларға айырыу ҡоролмалары, тауар-сеймал паркы, бушатыу‑ҡойоу эстакадаһы инә. 2008 й. 445 кеше эшләгән; эшкәртеүгә 27749 мең м3 эйәрсен нефть газы, 94,8 мең т еңел углеводородтарҙың...

ТУЙМАЗЫ ГЕОФИЗИКА ЙЫҺАЗДАРЫ ҺӘМ АППАРАТТАРЫ ЗАВОДЫ

ТУЙМАЗЫ ГЕОФИЗИКА ЙЫҺАЗДАРЫ ҺӘМ АППАРАТТАРЫ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына механика, геофизика йыһаздары, кузов, ҡойоу, инструменттар, тимерлек‑пресс, әҙерләү цехтары; гальваника участкаһы инә. 2009 й. 300 кеше эшләгән; 79 берәмек техника (каротаж күтәргестәре, перфоратор станцияһы лаб., сейсмик разведка һәм...

ТУЙМАЗЫ ИКМӘК КОМБИНАТЫ

ТУЙМАЗЫ ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1958 й. “Пищевик” артеле (икмәк, икмәк кеүәҫе, газлы эсемлектәр, ҡайнатма, туңдырма етештергән) һәм Серафимовка икмәкханаһы базаһында Туймазы икмәк з‑ды булараҡ ойошторола, 1977 й. алып Т.и.к. (50‑нән ашыу төр продукция), 1994 й. башлап ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк, икмәк‑ҡалас...

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ, 1962 й. Өфө индустриаль техникумы (ҡара: Һөнәрселек‑педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1964 й. алып киске быяла-керамика техникумы, 1966 й. — киске индустриаль техникум, 1993 й. хәҙ. исемен ала. 1989—99 йй. БР‑ҙың Благовещен ҡалаһында Т.и.т. филиалы эшләй (ҡара:...

ТУЙМАЗЫ ИТ КОМБИНАТЫ

ТУЙМАЗЫ ИТ КОМБИНАТЫ. 1929 й. колбаса цехы булған мал һуйыу урыны булараҡ ойошторола, 1956 й. алып Т.и.к., 1997 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына ит‑май, колбаса, иттºн ярым фабрикаттар етештереү цехтары; тире тоҙлау бүлеге, келәт бинаһы, йәшелсә һәм иген һаҡлау урындары, һыуытҡыс ингән. 2003 й. 86...

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ

ТУЙМАЗЫ ҠАҒЫҘ ФАБРИКАҺЫ. 1962 й. ойошторола, 1967 й. файҙаланыуға индерелә (төрөү ҡағыҙы, ҡағыҙ ҡаптар, 1971 й. — яҙыу ҡағыҙы, 1973 й. — полиэтилендан һалынма тоҡтар, 90‑сы йй. башында шешә йәшниктәре, һыу һибеү шлангылары, баҫма обойҙар етештерелә башлай), 2001 й. алып ЯСЙ, 2005 й. ябыла. Составына...

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ

ТУЙМАЗЫ ҠОШСОЛОҠ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. Туймазы р‑ны Дуҫлыҡ а. урынлашҡан. Т.ҡ.ф. составына төп етештереү цехтары: сәнәғәт көтөүе, себеш үҫтереү, ҡош салыу, йомортҡаны сорттарға айырыу, йомортҡа онтағы киптереү; ярҙамсы цехтар: ремонт-механика, ремонт‑төҙөлөш,...

ТУЙМАЗЫ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1962 й. Туймазы мед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше, дауалау эше, шәфҡәт туташы эше һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Компьютер класы, китапханаһы, методика һәм 10 клиникаға тиклемге әҙерлек кабинеты, мед. пункты, мәғлүмәт...

ТУЙМАЗЫ МУЗЕЙЫ

ТУЙМАЗЫ МУЗЕЙЫ. Милли музей филиалы (1989). Туймазы ҡ. урынлашҡан. 1973 й. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола. Экспозицияһы 1990 й. асыла. Музей фондында 43 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. этнография (башҡорт кейеме, ш. уҡ Башҡортостан халыҡтарының кейеме, ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы,...

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ТУЙМАЗЫ НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, донъяла ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе. ТР һәм БР‑ҙың Туймазы р‑ны терр‑яһында урынлашҡан. Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә Туймазы антиклиналь структураһына (40х20 км) тура килә. Ятыштары көмбәҙ ҡатлаулы, структуралы‑литологик, литологик. Урта һәм өҫкө девондың терриген ҡатламдарында...