Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1990 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһының (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1995 й. алып пед. уч‑щеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, сит телдәр, информатика, матем., башланғыс кластарҙа...

ТУЙМАЗЫ РАЙОНЫ

ТУЙМАЗЫ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Шаран, көнсығышта — Бүздәк, көньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй, көньяҡта — Йәрмәкәй р‑ндары, көнбайышта ТР м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Бәләбәй кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1935 й. Т.р. терр‑яһы...

ТУЙМАЗЫ ТАТАР ДРАМА ТЕАТРЫ

ТУЙМАЗЫ ТАТАР ДРАМА ТЕАТРЫ. 1990 й. Туймазы татар дәүләт драма театры булараҡ асыла. Театрҙың беренсе баш реж. — И.С.Гәрәев (1990—92). Труппаның тәүге составына Р.Я.Гәрәева, Р.Ш. Ключарёва, Д.Р.Ҡотдосов, Ғ.Х.Латипова, Т.Д.Нәҙершин, М.Е.Сидорова, Л.Н. Сөләймәнова, А.Х.Солтанов инә. Иң тәүге спектакль...

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ТУЙМАЗЫ УРТА МӘКТӘБЕ №1, 1922 й. БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Аҙнағол а. (хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны) 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ асыла, 1923 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе. 1926 й. шул уҡ кантондың Туймазы станцияһы ҡасабаһына (хәҙ. Туймазы ҡ.) күсерелә. 1930 й. башлап тулы булмаған урта...

ТУЙМАЗЫ ҺӨТ ЗАВОДЫ

ТУЙМАЗЫ ҺӨТ ЗАВОДЫ, ААЙ. Составына сыр комплексы (1969 й. нигеҙләнгән), һөт киптереү (1975), айыртылмаған һөт (1988) цехтары инә. 2009 й. 137 кеше эшләгән; етештерелгән (мең т): киптерелгән һөт сывороткаһы һәм айыртылған һөт — 1,1, ҡаты сыр — 2,5, һыйыр майы — 0,5, айыртылмаған һөт продукцияһы — 2,6....

ТУЙМАЗЫ ЭЛЕВАТОРЫ

ТУЙМАЗЫ ЭЛЕВАТОРЫ, ЯСЙ. Составына элеватор (1949), тирмән (1960), складтар һ.б. инә. Бәләкәй икмәкханаһы, ашханаһы бар. 2009 й. 40 кеше эшләгән. Элеваторҙың һыйҙырышлығы — 66,8 мең т, механизацияланған 8 ҡабул итеү урыны һәм тәүлегенә 1,5 мең т тиклем иген ҡабул итеү, киптереү һәм өҫтәмә эшкәртеү өсөн...

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ

ТУЙМАЗЫ ЮРИДИК КОЛЛЕДЖЫ, 1992 й. Силәбе юридик техникумы филиалы (1991 й. нигеҙләнгән) базаһында Туймазы юридик техникумы булараҡ асыла, 1999 й. алып Туймазы дәүләт юридик колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дәүләт һәм муниц. идара итеү, хоҡуҡ белеме,...

ТУЙМАЗЫ, ҡала

ТУЙМАЗЫ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы, Туймазы р‑нының адм. үҙәге (1930 й. алып). Өфөнән көнбайышҡа табан 170 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында, Башҡортостандың Урал алды көнбайышында, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 42,4 км2. Халҡы (мең кеше): 1939 — 8,3;...

ТУЙӨМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ТУЙӨМБӘТ, Б а й а у ы л, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 49 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Көнс. табан 44 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 238 кеше; 1920 — 275; 1939 — 182; 1959 — 187; 1989 — 116; 2002 — 150; 2010...

ТУЙСИНА Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы

ТУЙСИНА Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы (10.5.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сыңғыҙ а.), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1978), БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1972) артисы. 1960 й. алып Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы, 1983—87 йй. Башҡ. филармонияһының...

ТУЙТҮБӘ

ТУЙТҮБӘ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны һәм Силәбе өлк. буйлап Туғыҙлы а. киңлегенән Әй й. киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 21 км, БР‑ҙа — 15 км, киңлеге 4—9 км, абс. бейеклеге 497 м. Рельефы тәпәш таулы, көньяҡ өлөшөндә йылға үҙәндәре...

ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

ТУЙЫНДЫРЫЛҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к к е  б е р л ә ш м ә л ә р, молекула каркасы бер‑береһе м‑н бары тик бер ҡатлы (туйындырылған) бәйләнеш м‑н бәйле углерод атомдарынан торған органик берләшмәләр. Ациклик (асыҡ сылбырлы, төрлө тармаҡтары булыуы мөмкин) һәм алициклик берләшмәләр айырыла. Т.б. углеводород...

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР

ТУЙЫНДЫРЫЛМАҒАН БЕРЛӘШМӘЛӘР, с и к һ е ҙ  б е р л ә ш м ә л ә р, молекулалар каркасында теүәл (С=С, С≡С) бәйләнештәр булған органик берләшмәләр. Теүәл бәйләнештәр характеры б‑са Т.б. икеләтә (олефиндар, циклоалкендар) һәм өсләтә (алкиндар, циклоалкиндар) бәйләнешле, теүәл бәйләнештәре һаны б‑са ике...

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ

ТУЙЫР АБАҒАҺЫ (Dryopteris), ҡалҡанут һымаҡтар йәки аспидия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә, ҡайһы бер төрҙәре — Африка һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Йыуан ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үләндәр,...

ТУЙЫШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ТУЙЫШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 66 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 9 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 288 кеше; 1920 — 299; 1939 — 333; 1959 — 286; 1989 — 373; 2002 — 442; 2010 — 475 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар. Ауылға...

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТУЙЫШ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 80 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 499 кеше; 1920 — 141; 1939 — 158; 1959 — 182; 1989 — 144; 2002 — 119; 2010 —121 кеше....

ТУҠ БУҒА

ТУҠБУҒА (?—1313), Алтын Урҙаның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Башҡорт. Туҡта хан (Туҡтағи) үлгәс, 1312 й. үҙен Алтын Урҙа хакимы тип иғлан итә. Сыңғыҙхан нәҫеле вәкилдәренең фетнәһе һөҙөмтәһендә үлтерелә. Әҙәб.: У т е м и ш - х а д ж и. Чингиз-наме. Алма-Ата, 1992. Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ

ТУҠ-СОРАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Ырымбур өйәҙенең Ҡыпсаҡ, Яңы Башҡорт, Туҡ (Ҡыпсаҡ улусынан бүленеп сыҡҡан) улустары һәм Быҙаулыҡ өйәҙенең Йомран-Табын улусынан АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Т.‑С.к. сиктәре нигеҙ итеп алына. Төньяҡ-көнсығышта, көнсығышта...

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы

ТУҠАЕВ Ғәзим Ғәҙелмотаһар улы [14.3.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 7.11.1981, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1955) артисы, БАССР‑ҙың халыҡ (1954) һәм атҡ. (1945) артисы. Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1932; М.Ә.Мәһәҙиев, В.Мортазин‑Иманский курсы)....

ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы

ТУҠАЕВ Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы [14.1.1862, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) — 1932, Ырымбур ҡ.], Өфө губернаһынан 2‑се (1907) һәм 3‑сө (1907—12) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡорт. Туҡаевтар нәҫеленән. 1905 й. алып Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. Стәрлебаш...