Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТЫПЫЙ, Илеш р‑нындағы ауыл

ТЫПЫЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Үрмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.-Көнб. табан 110 км алыҫлыҡта Оло Гүрҙе һәм Маты йй. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1722 кеше; 1920 — 1933; 1939 — 1514; 1959 — 832; 1989 — 555; 2002 — 506; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар...

ТЫРҠЫШ

ТЫРҠЫШ (Amanita), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 7 төрө бар: поганка һымаҡ Т., ҡаплан Т., һоро Тырҡыш һ.б. Эшләпәләренең диам. 4 — 20 см, аҡ, ҡыҙыл, йәшел йәки көрән төҫтә. Япмаһы дөйөм, ҡыҙыл Т. айырым. Йәш бәшмәктең емешлек тәне...

ТЫРМАТЫУ

ТЫРМАТЫУ, ер эшкәртеү алымы. Өҫкө тупраҡ ҡатламының ваҡланыуын, йомшарыуын, болғаныуын һәм тигеҙләнеүен тәьмин итә, ш. уҡ тешле һәм дискылы тырмалар ярҙамында ҡый үләндәренең үҫенте һәм шытымдарын бөтөрә. Үткәреү ваҡытына һәм тәғәйенләнешенә бәйле иртә яҙ, шытым алды һәм шытымдан һуңғы Т. айырыла. Иртә...

ТЫРНАҒУТ

ТЫРНАҒУТ (Hieracium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 10 меңдән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған өлкәләрендә, башлыса Европала, Кавказда һәм Азияның көнбайыш райондарында таралған. Башҡортостанда яҡынса 15 төрө — альп Т., аҡ һеңерле Т., сәнскеле Т., үтә күренмәле Т....

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮ, башлыса урындағы тикшеренеүселәр тарафынан илдәге айырым төбәктең (өлкә, респ., адм. йәки тәбиғи район, ҡала һ.б. кеше йәшәгән урындың) тәбиғәтен, халҡын, хужалығын, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү. Комплекслы һәм тармаҡлы Т.я.ө. төрҙәренә бүленә (тыуған яҡты геогр., тарихи, лингвистик,...

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ

ТЫУҒАН ЯҠТЫ ӨЙРӘНЕҮСЕЛӘР ЙӘМҒИӘТЕ, БР‑ҙың төрлө төбәктәрендә тыуған яҡты өйрәнеү фәненең үҫешенә булышлыҡ итер өсөн төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. Совет мәҙәниәте фондының Башҡ‑н бүлексәһе ҡарамағында төҙөлә. БР ҡалалары һәм райондарында филиалдары бар. Т.я.ө.й. 600‑гә яҡын кеше...

ТЫЧИНА Павло

ТЫЧИНА Павло (Павел Григорьевич) (27.1.1891, Чернигов губ. Пески а. — 16.9.1967, Киев), шағир. Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). Украина ССР‑ы ФА акад. (1929). “Ҡояшлы кларнеттар” (“Солнечные кларнеты”; 1918), “Берҙәм ғаилә тойғоһо” (“Чувство семьи единой”; 1938), “Үҫ, гүзәл донъя” (“Расти, прекрасный мир”;...

ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР

ТЫШҠЫ ИҠТИСАДИ БӘЙЛӘНЕШТӘР, дәүләттәрҙең халыҡ‑ара хеҙмәт бүленешенә нигеҙләнгән хужалыҡ итеү бәйләнештәре. Тауарҙарҙың һәм хеҙмәт күрһәтеү, финанс һәм хеҙмәт ресурстарының, технологияларҙың, идара итеү тәжрибәһенең һәм ғилми‑мәғлүмәт ағымдарының халыҡ‑ара хәрәкәтен, сит илдәргә туризмды үҙ эсенә ала....

ТЫШҠЫ САУҘА

ТЫШҠЫ САУҘА, бер илдең башҡа илдәр м‑н тауарҙы һәм хеҙмәтте индереүҙән (импорт) һәм сығарыуҙан (экспорт) торған сауҙаһы. Башлыса тышҡы сауҙа контракттары м‑н рәсмиләштерелгән коммерция килешеүҙәре аша тормошҡа ашырыла. Илдең Т.с. дәүләт тарафынан көйләнә. Башҡ‑нда 12 б. Урта Азия дәүләттәре м‑н сауҙа...

ТЮГАЕВ Прокофий Фёдорович

ТЮГАЕВ Прокофий Фёдорович (6.10. 1931, Ульянов өлк. Кузоватово а. – 2.3.2011, Салауат ҡ.) инженер‑технолог. РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1991), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1988)....

ТЮКИН Эдуард Автандилович

ТЮКИН Эдуард Автандилович (19.5. 1978, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2004). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (2004). “Химпром” спорт клубы (тренерҙары Р.З.Сираев, А.Ф.Яруллин) һәм 15‑се СДЮСШОР (В.Г.Вагин) тәрбиәләнеүсеһе....

ТЮКОВ Николай Иванович

ТЮКОВ Николай Иванович (10.01. 1937, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны, Молокан а. — 16.6.2011, Күмертау ҡ., тыуған яғында ерләнгән), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1987). Ырымбур а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ырымбур өлк. Абдулла р‑ны “Россия” к‑зында баш инженер. 1965 й. алып Ырымбур...

ТЮЛЕНЕВА Любовь Андреевна

ТЮЛЕНЕВА (Филатова) Любовь Андреевна (2.9.1927, Воронеж губ. Васильево а. – 29.6.2016, Өфө), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1969), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1975), СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1967), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын...

ТЮЛИН Михаил Степанович

ТЮЛИН Михаил Степанович (1.9. 1862, С.‑Петербург губ. — 1935, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Кавалериянан ген. (1917). Дворян. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1889). 1879 й. алып рус армияһында, 1918 й. — РККА‑ла. 1899 й. башлап Новочеркасск казак...

ТЮЛЬКА

ТЮЛЬКА (Clupeonella cultrivetris), сельдь һымаҡтар отрядының сельдтәр ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Азов, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ басс. йәшәй. Өйөр булып йәшәүсе пелагик балыҡ (каспий формаһы килька исеме м‑н билдәле). Кәүҙәһе тар, ян‑яғынан ҡыҫылған. Кәүҙә оҙонлоғо 10 — 15 см, ауырлығы 8 — 31 г. Ян‑яғы һәм...

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ-МУЗЕЙЫ

ТЮЛЬКИН А.Э. ЙОРТ‑МУЗЕЙЫ, Нестеров М.В. исемендәге художество музейы филиалы. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. Тюлькин А.Э. мемориаль йорт‑музейы булараҡ ойошторола, унда 1920—80 йй. А.Э. Тюлькин йәшәгән. Музей фондында 103 һаҡлау берәмеге. 4 бүлмәлә урынлашҡан экспозицияла Тюлькин йортоноң интерьеры тергеҙелгән;...

ТЮЛЬКИН Александр Эрастович

ТЮЛЬКИН Александр Эрастович (30.8.1888, Өфө — 18.3.1980, шунда уҡ), рәссам, педагог. РСФСР‑ҙың (1960) һәм БАССР‑ҙың (1944) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1955). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1918; педагогтары Н.И.Фешин, П.П.Беньков) Өфөнөң...

ТЮЛЬПАН

ТЮЛЬПАН (Tulipa), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә (башлыса Урта Азияла) таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбаш үҫемлектәр. Һуғанбашы ҡуйы һоро тиресәле тәңкәләре булған йомортҡа формаһында. Һабағы төҙ, цилиндр формаһында,...

ТЮРИНА Лидия Аркадьевна

ТЮРИНА Лидия Аркадьевна (26.6. 1944, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Иҫке Баҙан а. — 20.5.2008, Өфө), химик-технолог. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑тында эшләй: 1983 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р,...

ТЮФЯКОВ Сергей Михайлович

ТЮФЯКОВ Сергей Михайлович (1.4.1949, Өфө), баянсы, педагог. Проф. (1996). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; педагогы В.Ф.Беляков), 1975—79 йй. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тында стажировка үтә (Мәскәү; етәксеһе А.А.Сурков). 1974 й. алып ӨДСИ‑ла уҡыта, 1991 й. —...