Список материалов
УРМАНСЫЛЫҠ
УРМАНСЫЛЫҠ, 1) үҫемлекселектең ағас, башҡа урман продукттары алыу, ш. уҡ һаҡлау, һыу көйләү, һауыҡтырыу, эстетик һ.б. халыҡ‑хужалыҡ һәм соц. маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн урман үҫтереү м‑н шөғөлләнгән тармағы. У. урман хужалығының нигеҙе булып тора. 2) Тәбиғәт, урманды үҫтереү һәм яҡшыртыу, уның продуктлылығын...
УРМАНТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ
УРМАНТАУ МӘМЕРЙӘҺЕ, 1 ‑ с е А т а у т а м а ҡ. Салауат р‑ны Урмантау а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ‑көнбайыш һәм төньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле каньон һәм туннель формаһындағы...
УРМАНТАУ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ
УРМАНТАУ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1959 й. Салауат р‑нында Урмантау урман участкаһы (1948 й. нигеҙләнгән) базаһында ойошторолған, 1998 й. алып МУП, 2007 й. ябылған. Составына Биәз һәм Троягыш урман участкалары ингән (икеһе лә – 1959 й.). 2003 й. 14 кеше эшләгән;...
УРМАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл
УРМАНТАУ, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 61 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 89 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 1835 кеше; 1989 — 863; 2002 — 483; 2010 — 357 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...
УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы
УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы (28.4.1931, Стәрлетамаҡ ҡ. – 20.5. 2016, Мәскәү), философ. Биол. ф. канд. (1963), филос. ф. д‑ры (1974). МДУ‑ның философия (1954) һәм биология‑тупраҡ (1955) ф‑ттарын тамамлаған. 1963—2006 йй. РФА‑ның К.А.Тимирязев ис. Үҫемлектәр физиологияһы ин‑тында эшләй (Мәскәү). Фәнни хеҙмәттәре...
УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы
УРМАНЦЕВ Юнир Абдулла улы (28.4.1931, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.5.2016, Мәскәү ҡ.), философ. Биология фәндәре кандидаты (1963), философия фәндәре докторы (1974). МДУ‑ның философия (1954) һәм биология‑тупраҡ (1955) факультеттарын тамамлаған. 1963—2006 йй. РФА‑ның К.А.Тимирязев исемендәге Үҫемлектәр физиологияһы...
УРМАНЧЕЕВ Саид Фёдорович
УРМАНЧЕЕВ Саид Фёдорович (20.2. 1952, Өфө), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005), проф. (2010). Мәскәү энергетика ин‑тын тамамлаған (1975). 1980 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә, 1988 й. — Математика ин‑тында, 1991 й. — РФА Себер бүлексәһенең Күп фазалы системалар механикаһы...
УРМИЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл
УРМИЯҘ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Урмияҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 133 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 780 кеше; 1920 — 931; 1939 — 866; 1959 — 984; 1989 — 681; 2002 — 684; 2010 — 583 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта...
УРНАШ
УРНАШ, башҡорттарҙа йәштәрҙең аралашыу өсөн ойошторолған традицион йолаһы. Ата-әсәһе өйҙә булмаған ҡыҙҙың өйөндә көҙ, ҡыш көндәре үткәрелгән, ғәҙәттә, хужалар уларға күҙ-ҡолаҡ булырға ҡатын-ҡыҙ туғандарының береһен ҡалдырған. У. егеттәр, ш. иҫ. күрше ауыл егеттәре, саҡырылған. Килтерелгән аҙыҡ‑түлектән...
УРОЛОГИЯ
УРОЛОГИЯ (гр. uron — бәүел һәм ...логия), урология ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын өйрәнгән, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән клиник медицина өлкәһе. Онкологик, гериатрик, балалар У., андрология, урогинекология айырыла. Башҡортостанда У. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр...
УРОЛОГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ
УРОЛОГИЯ АУЫРЫУҘАРЫ, кеше һәм хайуандарҙың бәүел‑енес системаһы ағзалары ауырыуҙары төркөмө. Бәүел бүлеп сығарыу системаһы ауырыуҙары (нефрит, һейҙек ташы ауырыуы), ир‑аттың енси системаһы ауырыуҙары (простатит һ.б.), ҡатын‑ҡыҙҙың янбаш ағзалары ауырыуҙары, бәүел‑енес системаһының башҡа боҙолоштары...
УРОМИЦЕС
УРОМИЦЕС (Uromyces), тут бәшмәктәре төркөмө. 600‑гә яҡын бер һәм төрлө хужалы төрҙәре билдәле, киң таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө бар. Башлыса ҡуҙаҡлылар (уредо- һәм телейтостадиялар) һәм һөтлөгән һымаҡтар (эцидиялар) ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙә паразит булып йәшәйҙәр. Үҫеш циклы тулы...
УРСАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл
УРСАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 8 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 214 кеше; 1920 — 288; 1939 — 244; 1959 — 181; 1989 — 99; 2002 — 99; 2010 — 106 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....
УРТА АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл
УРТА АҠА, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Аҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 14 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.-Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 657 кеше; 1920 — 704; 1939 — 560; 1959 — 466; 1989 — 354; 2002 — 327; 2010 — 319 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....
УРТА АҠБАШ, Кушнаренко р-нындағы ауыл
УРТА АҠБАШ, Кушнаренко р-нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 23 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 495 кеше; 1920 — 570; 1939 — 397; 1959 — 306; 1989 — 202; 2002 — 168; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар,...
УРТА БЕЛЕМ
УРТА БЕЛЕМ, дөйөм белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — уҡыусыларҙың тейешле уҡыу программаларын үҙләштереүе; юғары белем өсөн нигеҙ булып тора. Дөйөм У.б. һәм урта профессиональ белем айырыла (ҡара: Мәғариф).
Башҡортостанда У.б. формалашыуы мәсеттәрҙә (ҡара: Мәҙрәсә) мосолман дини мәктәптәре таралыуға...
УРТА ҠАРАМАЛЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл
УРТА ҠАРАМАЛЫ, Х у р а м а л, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Урта Ҡарамалы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 917 кеше; 1920 — 579; 1939 — 612; 1959 — 481; 1989 — 335; 2002 – 397; 2010...
УРТА МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл
УРТА МУЙНАҠ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнc. 30 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 64 км алыҫлыҡта Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 241 кеше; 1920 — 220; 1939 — 278; 1959 — 228; 1989 — 146; 2002 — 184; 2010 — 176...
УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ
УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ, проф. белемдең икенсе баҫҡысы, маҡсаты — урта квалификациялы белгестәр әҙерләү; ижади һәм проф. фекерләүҙе үҫтерергә булышлыҡ иткән дөйөм теоретик һәм махсус белемдәр һәм проф. күнекмәләр йыйылмаһы. Ҡайһы бер һөнәрҙәр өсөн У.п.б. — проф. әҙерлектең юғары баҫҡысы (балет, цирк...
УРТА ТҮБӘ
УРТА ТҮБӘ, таш быуаттың археологик ҡомартҡыһы (тораһы). Ҡарабалыҡты ҡомартҡылары комплексына инә. Әбйәлил р‑ны Ташбулат а. көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ҡарабалыҡты күленең көнбайыш морононда урынлашҡан. 1961—68 йй. Г.Н.Матюшин тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1971 й. О.Н.Бадер өйрәнә. Күп ҡатламлы...