Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УҺЫЛДАҠ ТӘЛМӘРЙЕН

УҺЫЛДАҠ ТӘЛМӘРЙЕН (Bombina bombina), ҡойроҡһоҙ ер‑һыу хайуандары отрядының йомро теллеләр ғаиләһенә ҡараған ер‑һыу хайуаны. Үҙәк һәм Көнсығыш Европала таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 6 см тиклем. Тиреһе суғырмаҡлы, ағыулы биҙҙәре бар, кәүҙәһенең өҫкө яғы көрәнһыу һоро, аҫҡыһы — күкһел ҡара таптары булған ҡыҙыл...

УЧАЛЫ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

УЧАЛЫ БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Магнитогорск мегасинклинорийының төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. 1939 й. “Башзолото” тресы һәм Бөтә Союз геол. ин‑тының (Ленинград) геол.‑геофизик ревизия партияһы тарафынан асыла. Ятҡылыҡ базальт нигеҙендә барлыҡҡа килгән эффузив‑экструзив риодацит вулкан көмбәҙҙәре (улар...

УЧАЛЫ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

УЧАЛЫ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1994 й. Учалы ҡ. Мосолман дини ойошмаһы инициативаһы м‑н Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты, Учалы р‑ны пр‑тиелары һәм айырым кешеләрҙең хәйриә аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында була. Мәсет 2 ҡатлы, ҡатмарлы планлы. Манараһы (көмбәҙе м‑н бергә бейеклеге — 27 м) бер яруслы,...

УЧАЛЫ МЕТАЛЛУРГИЯ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

УЧАЛЫ МЕТАЛЛУРГИЯ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. 1982 й. Баймаҡ ҡойоу‑механика заводының Учалы цехы базаһында Учалы ҡойоу‑механика з‑ды булараҡ ойошторола, 1992 й. алып У.м.м.э.з. (3 һәм 5 м3 күләмдәге сүместәр, КамАЗ автомобилдәре кузовтарын сығарған), 1993 й. башлап “Металлургмаш” Учалы з‑ды дәүләт пр‑тиеһы,...

УЧАЛЫ МУЗЕЙЫ

УЧАЛЫ МУЗЕЙЫ. Учалы ҡ. урынлашҡан. 1962 й. йәмғиәт башланғысы м‑н район тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ асыла, 1975 й. алып Учалы тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1978 й. “халыҡ” исеме бирелә, 1980–2016 йй. Милли музей филиалы. Музей фондында 20 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. археология, нумизматика,...

УЧАЛЫ РАЙОНЫ

УЧАЛЫ РАЙОНЫ, Башҡортостандың Урал аръяғының төньяғында урынлашҡан. Төньяҡ‑көнбайышта, төньяҡта һәм көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡта — Әбйәлил, көнбайышта Белорет р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Тамъян‑Ҡатай кантоны улустарынан ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә,...

УЧАЛЫ СӘНҒӘТ ҺӘМ МӘҘӘНИӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ

УЧАЛЫ СӘНҒӘТ ҺӘМ МӘҘӘНИӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1972 й. Учалы музыка уч‑щеһы булараҡ асыла, 2002 й. алып У.с.һ.м.у., 2012 й. — Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы, 2015 й. С.Ә.Низаметдинов исеме бирелгән. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: йыр сәнғәте, биҙәү‑ҡулланма...

УЧАЛЫ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ

УЧАЛЫ ТАУ-БАЙЫҠТЫРЫУ КОМБИНАТЫ, ААЙ. Баҡыр‑цинк мәғдәндәрен сығарыу һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. РФ‑та цинк (1‑се урын) һәм баҡыр (3‑сө урын) концентраттарын етештереү б‑са иң ҙур пр‑тие. Составына Учалы ер аҫты һәм Үҙйылға (Силәбе өлк.) рудниктары, байыҡтырыу ф‑каһы (1968), т. юл һәм технологик гидротехника...

УЧАЛЫ ТАУ‑МЕТАЛЛУРГИЯ ТЕХНИКУМЫ

УЧАЛЫ ТАУ‑МЕТАЛЛУРГИЯ ТЕХНИКУМЫ, 1959 й. Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы ҡасабаһында (хәҙ. Учалы ҡ.) Баймаҡ тау‑металлургия техникумының (ҡара: Баймаҡ тау‑механика техникумы) филиалы булараҡ асыла, 1967 й. алып У.т.‑м.т., 2014 й. башлап Учалы тау сәнәғәте колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, киске һәм ситтән тороп уҡыу...

УЧАЛЫ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ

УЧАЛЫ ТЕГЕҮ ФАБРИКАҺЫ, ЯСЙ. Махсус кейем, обмундирование һ.б. тегеү м‑н шөғөлләнә. Составына 2 тегеү, бесеү, сеймал әҙерләү (бөтәһе лә 1971 й. нигеҙләнгән), эксперименталь (1983) цехтар; ватин һәм синтепон бесеү участкаһы инә. Магазины бар. 2009 й. 452 кеше эшләгән; 245,0 мең комплект махсус кейем;...

УЧАЛЫ УРМАН МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

УЧАЛЫ УРМАН МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. 1976 й. ойошторола, 1981 й. файҙаланыуға индерелә (ағас тейәгестәр, ботаҡ ҡырҡҡыс, ботаҡ ҡырҡҡыс‑бысыу, транспорт‑тейәү машиналары; 90‑сы йй. уртаһында ТЭЦ һәм ГЭС‑тар өсөн йылытыу‑техник ҡорамалдар, манипуляторҙар, ашлыҡ киптергестәр; 2000 й. алып утын яғыла торған...

УЧАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ

УЧАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Учалы р‑нында урынлашҡан. 19 б. аҙ. мәҙрәсә булараҡ асыла, 1902 й. алып башланғыс мәктәп, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1929 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1935 й. хәҙ. статусын ала. 2006 й. Ә.Ғ.Хөснөтдинов исеме бирелә. Компьютер класы, китапханаһы,...

УЧАЛЫ ФИЛАРМОНИЯҺЫ

УЧАЛЫ ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 2000 й. нояб. асыла. У.ф. тәүге ижади коллективы бейеү ансамбленән (етәксеһе – Р.Й.Низаметдинов, 2005—06 йй. Ф.Ғ.Амантаева), халыҡ музыка ҡоралдары оркестрынан (етәксеһе Р.Р.Ғабдуллин) һәм солистарҙан (Ғ.А.Батыршин, С.Б.Исламова, К.М.Ишбулдин, Л.Ф.Ҡужагилдина, Р.Ә.Мәхмүтова, И.С.Юламанов...

УЧАЛЫ, ҡала

УЧАЛЫ, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл ст., Учалы р‑нының адм. үҙәге (1965 й. алып). Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа табан 376 км алыҫлыҡта Башҡортостандың Урал аръяғының төньяғында, Ҡарағастүбә (586 м) һәм Олотау (659 м) тауҙары араһындағы уйпатлыҡта урынлашҡан. Майҙаны — 46 км2. Халҡы (мең кеше): 1989 — 32,3; 2002...

УЧАЛЫ, Учалы р‑нындағы ауыл

УЧАЛЫ, Учалы р‑нындағы ауыл, Учалы а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т. табан 12 км алыҫлыҡта Оло Учалы күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 2119 кеше; 1920 — 3129; 1939 — 2552; 1959 — 3475; 1989 — 5186; 2002 — 6102; 2010 — 6049 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Юл ремонт‑төҙөлөш...

УЧИЛИЩЕЛАР

УЧИЛИЩЕЛАР, Рәсәйҙә проф., урта махсус, ш. уҡ ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары; революцияға (1917) тиклем — башланғыс, урта махсус һәм проф. уҡыу йорттары (ҡара: Ер үлсәү училищеһы, Коммерция училищеһы, Мәхәллә училищелары, Өйәҙ училищелары, Реаль училищелар, Халыҡ училищелары һ.б.). 1930 йй. алып байтаҡ...

УШАКОВ Пётр Алексеевич

УШАКОВ Пётр Алексеевич [1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 31.1.1944, Украина ССР‑ының Алексеевка а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 89‑сы гвардия...

УШАКОВ Сергей Петрович

УШАКОВ Сергей Петрович (1828, Тамбов губ. Борисоглебск өйәҙе — 1894), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1887). Дворян. Паж корпусын (С.‑Петербург) тамамлаған. 1852 й. алып Мәскәү хәрби губернаторы ҡарамағында махсус эштәр чиновнигы, 1862 й. — Һамар вице-губернаторы. 1867 й. башлап Өфө губернаторы. Өфө...

УШАНОВ Ғиниәт Ғабдулла улы

УШАНОВ Ғиниәт Ғабдулла улы (5.5.1894, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Шаҙығай а. – 5.3.1947, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1944) һәм атҡ. (1935) артисы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1920 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БАДТ актёры. 1937—38 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театрының (ҡара: Сибай...

УШАНОВ Юлай Ғиниәт улы

УШАНОВ Юлай Ғиниәт улы (17.1. 1946, Өфө — 2.2.2002, шунда уҡ, БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шәрип а. ерләнгән), балет артисы. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1971) артисы. Ғ.Ғ.Ушановтың улы. 1961—64 йй. БДОБТ эргәһендәге балет студияһында уҡыған (педагогтары Ф.М.Саттаров, Х.Ғ.Сафиуллин, Ф.Н.Әхмәтшин). Пермь...