Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФАБРИКА-ЗАВОД КОМИТЕТТАРЫ

ФАБРИКА-ЗАВОД КОМИТЕТТАРЫ (ФЗК), ф а б з а в к о м д а р, сәнәғәт пр‑тиелары м‑н транспорт эшселәре һәм хеҙм‑рҙәренең һайланма органдары. Рәсәйҙә революция (1905—07) осоронда профессиональ союздар, эшсе комиссиялары, ком‑ттары һәм союздары м‑н бергә эшселәр синыфын ойоштороу формаһы буларак барлыҡҡа...

ФАБРИКА‑ЗАВОД ЭШЕНӘ ӨЙРӘТЕҮ

ФАБРИКА‑ЗАВОД ЭШЕНӘ ӨЙРӘТЕҮ, фабрика һәм заводтарҙа күмер, тау мәғдәндәрен эшкәртеү, металлургия, нефть сәнәғәттәре һәм төҙөлөш өсөн эшселәрҙе проф. әҙерләү системаһы (ҡара: Башланғыс профессиональ белем). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оборона сәнәғәте өсөн эшселәр әҙерләгәндәр. Ф.‑з.э.ө. мәктәптәре...

ФАГТАР

ФАГТАР (гр. phágos — ашаусы), б а к т е р и о ф а г т а р, бактерияларҙа паразит булып йәшәгән вирустар төркөмө. Яҡынса 100 Ф. билдәле, киң таралған. Башы йомро, гексагональ йәки таяҡса формаһында, диам. 20—90 нм, аҡһым капсомерҙарынан барлыҡҡа килгән; уның эсендә ДНК йәки РНК, ш. уҡ бер нисә амин урынлашҡан....

ФАДЕЕВ Александр Александрович

ФАДЕЕВ Александр Александрович (11.12.1901, Тверь губ. Кимры а. — 13.5.1956, Мәскәү), яҙыусы. 1939—44 йй. һәм 1954—56 йй. СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1946—54 йй. рәйесе. “Ҡыйралыш” (“Разгром”; 1927), “Һуңғы удэге” (“Последний из удэге”; 1—4‑се бүлектәр; 1929—1940), “Йәш гвардия” (“Молодая...

ФАДЕЕВ Сергей Анатольевич

ФАДЕЕВ Сергей Анатольевич (6.6. 1926, Воронеж губ. Ростоши а. — 24.10.1988, Өфө), график. Рәссамдар союзы (1971), Журналистар союзы (1961) ағзаһы. Елец художество уч‑щеһын тамамлаған (1955). 1956 й. алып Өфөлә йәшәй. Ваҡыт талабына яуап биргән тәьҫирле, сәйәси характерҙағы эштәр һәм плакаттар авторы:...

ФАДЕЕВА Анна Алексеевна

ФАДЕЕВА Анна Алексеевна (2.5. 1969, Өфө), спортсы. Спорт ориентиры б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). БДПИ‑ны тамамлаған (1993). 7‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А. Капитонов). СССР (1990) һәм Рәсәй (2005—07) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (2002), Рәсәй чемпионаттарының көмөш...

ФАЗЛЕТДИНОВ Илдар Камил улы

ФАЗЛЕТДИНОВ Илдар Камил улы (5.6.1978, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а.), журналист. Филол. ф. канд. (2008). Журналистар Союзы ағзаһы (1999). К. Фазлыйҙың улы. БДУ‑ны тамамлаған (2000). 1998 й. алып “Өмет” гәз., 2001 й. — “Ҡыҙыл таң” гәз. хеҙм‑ре. Үҙенең статьяларында ижт.‑сәйәси, милләт‑ара һәм...

ФАЗЛЫӘХМӘТОВА Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы

ФАЗЛЫӘХМӘТОВА Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы (28.12.1931, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ҡотош а. — 29.12. 1996, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1944 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зында эшләй (1954—70 йй. быҙау ҡараусы). 1963—65 йй. 521 быҙау үҫтергән (мал һанының һаҡланғанлығы 100%, уртаса тәүлек артымы...

ФАЗЛЫЕВ Марат Мөҙәрис улы

ФАЗЛЫЕВ Марат Мөҙәрис улы (8.5.1967, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005), проф. (2006). БДМИ‑ны тамамлаған (1992), 1996 й. алып шунда уҡ уҡыта (2002 й. башлап өҫтәлмә проф. белем биреү ин‑тында), бер үк ваҡытта БР б‑са ЭЭМ‑дың мед.‑санитария бүлеге госпитале начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге гематология,...

ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы

ФАЗЛЫЕВ Рәбис Тимерхан улы (19.4.1937, БАССР‑ҙың Шаран р‑ны Ерекле а. — 19.4.2012, Бөгөлмә ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1980). ТР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1993), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1990). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында...

ФАЗЛЫЕВ Рәфҡәт Ғәлим улы

ФАЗЛЫЕВ Рәфҡәт Ғәлим улы (3.4.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 1991—92 йй. паразитология, микробиология һәм патофизиология каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 2004—09 йй. анатомия, гистология...

ФАЗЛЫЕВА Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы

ФАЗЛЫЕВА Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы (25.2.1937, БАССР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны Абдулла а.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2000), БР‑ҙың атҡ. табибы (1992). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) ашығыс мед. ярҙамы станцияһында, 1966—69 йй. 5‑се поликлиникала (икеһе лә — Өфө), 1971...

ФАЗЛЫЙ Камил

ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы; 15.2.1949, БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Туҙлыҡыуыш а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Яҙыусылар союзы (1997), Журналистар союзы (2005) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Туҙлыҡыуыш урта мәктәбендә эшләй (1983—94 йй....

ФАЗУЛЛИН Йыһанур Йосоп улы

ФАЗУЛЛИН Йыһанур Йосоп улы (1.9.1955, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡолсора а.), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (2006). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2014). БДУ‑ны тамамлаған (1978), 1984 й. алып шунда уҡ эшләй (2010 й. башлап математика һәм мәғлүмәт технологиялары ф‑ты деканы). Фәнни хеҙмәттәре...

ФАЗЫЛОВ Ғаҡый Таһир улы

ФАЗАЛОВ Ғаҡый Таһир улы [1.3.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 18.10.2018, Междуреченск ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. шахтёры (1984). Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) “Башкируголь” тресы Ермолаевка разрезының (Күмертау ҡ.) тау мастеры, быраулау‑шартлатыу...

ФАЗЫЛОВ Хатип Сәрүәр улы

ФАЗЫЛОВ Хатип Сәрүәр улы (25.4.1960, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Яңауыл а.), рәссам. РФ‑тың (2012), БР‑ҙың (2001) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1979; педагогы Л.Ф. Мөғтәбаров), БДПУ‑ны (2013) тамамлаған 2003 й. алып “Рәсәй рәссамдары союзы” Бөтә Рәсәй ижады ойошмаһының...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР, ер ҡабығының тәбиғи минераль ҡатламдары, химик составы һәм физик үҙсәнлектәре уларҙы милли иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һөҙөмтәле ҡулланырға мөмкинлек бирә. Ф.ҡ. янар, металл, металл булмаған төрҙәргә; минераль һәм сөсө ер аҫты һыуҙарына, термаль газдарға бүленә. Янар Ф.ҡ. углеводород...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЗАПАСТАРЫ, Ер аҫтындағы һәм өҫтөндәге файҙалы ҡаҙылмаларҙың геология‑разведка эштәре мәғлүмәттәре буйынса билдәләнгән күләме. РФ‑та Ф.ҡ.з. өйрәнелеү дәрәжәһенә ҡарап 4 категорияға айырыла: А, В, С1 һәм С2. Тәүге өс категорияһы — разведкаланған запастарҙы, һуңғыһы алдан баһаланған...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ БАЙЫҠТЫРЫУ, сәнәғәт өсөн ҡиммәтле йәки артабанғы металлургия, химик һ.б. эшкәртеүгә яраҡлы продукттар алыу өсөн минераль сеймалды беренсел эшкәртеү процестары йыйылмаһы. Ф.ҡ.б. ҡулланыу б.э. тиклем 4 мең йыл элек башлана.  Ф.ҡ.б. төп ысулдарына гравитация менән байыҡтырыу (айырыла...

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ

ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАРҘЫ ГЕОХИМИК ЭҘЛӘҮ ЫСУЛДАРЫ файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын табыу маҡсатында геосфераларҙа химик элементтарҙың йәки уларҙың тәбиғи берләшмәләренең арауыҡта таралыу законлыҡтарын өйрәнеүгә нигеҙләнә. Геол. эҙләнеү маҡсатында тикшерелгән матдәгә бәйле литохимик, гидрохимик, атмохимик...