Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ФИТОДИЗАЙН

ФИТОДИЗАЙН (фито... һәм дизайн), интерьерҙарҙы биҙәгәндә, биналарҙы йәшелләндергәндә, ҡышҡы баҡсалар һәм баҡса‑парк ландшафтары яһағанда үҫемлек композицияларын төҙөү. Тере һәм яһалма үҫемлектәр, ҡоро сәскәләр, ҡырҡып алынған сәскәләрҙән композициялар, ш. уҡ уларҙың комбинациялары ҡулланыла. Үҫемлек...

ФИТОФТОРА

ФИТОФТОРА (Phytophthora), оомицеттар класының пероноспоралылар тәртибенә ҡараған түбән төҙөлөшлө бәшмәк заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Мицелийҙары яҡшы үҫешкән, йыуан, аҡ төҫтә, үрмәксе ауы һымаҡ, хужа-үҫемлектең күҙәнәк араларында урынлаша, гаусториялар барлыҡҡа...

ФИТОФТОРОЗДАР

ФИТОФТОРОЗДАР, үҫемлектәрҙең фитофтора заты бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуҙары. Бөтә ерҙә осрай. Башҡортостанда иң зыян килтергәне — картуф Ф. Япраҡ, һабаҡ һәм бүлбеләрҙә, төрлө ҙурлыҡтағы тиҙ таралған көрән таптар барлыҡҡа килә. Бүлбене ҡырҡҡанда ситенән үҙәккә табан телсәләр рәүешендә таралған...

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ, Т р а н с ц е н д е н т а л ь  м ә к т ә п, мәҙәни-ағартыу һәм филос. берекмә. 1992 й. БДУ‑ла асыла. Мәскәү, С.‑Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Германия һәм Италияның филос. берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек итә. И.Г.Фихте философияһын тәү сығанаҡтарҙан...

ФИШЕР Римма Лазаревна

ФИШЕР Римма Лазаревна (5.4.1900, Полтава ҡ. — 4.4.1968, Өфө), вокал б‑са педагог, йырсы (колоратуралы сопрано). Фп. класы б‑са С.‑Петербург консерваторияһын тамамлаған (1921), 1939—40 йй. Гнесиндар ис. Дәүләт муз.‑пед. ин‑тында (Мәскәү) вокал класы б‑са уҡыған. 1921—39 йй. Украина баш ҡала операһы (Харьков...

ФЛАВОНОИДТАР

ФЛАВОНОИДТАР, биологик актив матдәләр, үҫемлек пигменттары, бензо‑γ‑пиран сығарылмалары. Молекулаларында 2 бензол ҡулсаһы бер‑береһенә пропан гетероциклик кислородлы фрагмент (фенилпропан каркасы С6—С3—С6) м‑н бәйләнгән фенол берләшмәләре. 1000‑дән ашыу Ф. билдәле, үҫемлектәрҙә киң таралған, ҡайһы берҙә...

ФЛАГТАР

ФЛАГТАР (голландса — vlag), ҡабул ителгән төҫтәге, формалағы, ҙурлыҡтағы, тейешле эмблемалары һәм яҙыуҙары булған туҡыма киҫәге. Дәүләт, төбәк, ҡала һ.б. символы һәм билдәһе. Тәғәйенләнеше б‑са танытыу (дәүләт, милли, халыҡ-ара, ведомство, терр., корпоратив, вазифа, ваҡиға), сигнал һәм декоратив Ф....

ФЛОКС

ФЛОКС (Phlox), фаягөл һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, себер Ф. — Евразияла (ш. уҡ һирәкләп Башҡортостанда осрай) таралған. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы күп һанлы, йәйелеүсән йәки күтәрелеүсән, бейеклеге 5—15 см. Япрағы...

ФЛОРА

ФЛОРА (лат. Flora — Флора алиһә исеменән), ниндәй ҙә булһа терр‑яла тарихи яҡтан формалашҡан йәки уны төрлө геол. осорҙарҙа төбәк иткән үҫемлек төрҙәре йыйылмаһы. Ф. төшөнсәһе орлоҡло үҫемлектәр, абаға һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар; ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр, бәшмәктәр һәм лишайниктар...

ФЛОРИНСКИЙ Василий Маркович

ФЛОРИНСКИЙ Василий Маркович (1833—3.1.1899), табип, археолог, этнограф. Медицина д‑ры (1861). Тайный советник (1892). Император Медицина һәм хирургия акад. (С.‑Петербург, 1858) тамамлағандан һуң, шунда уҡ эшләй (1863—68 йй. лаб. мөдире), бер үк ваҡытта 1865—72 йй. балалар клиникаһы мөдире. 1877 й. алып...

ФЛОРИСТИКА

ФЛОРИСТИКА, 1) Ер һәм уның өлөштәренең флораһын өйрәнгән ботаника бүлеге. Ф. төп маҡсаты — флораның төр составын асыҡлау (инвентаризация), өйрәнелгән терр‑яны маршрутлы тикшереү барышында билдәләнә. Мәғлүмәтте документлаштырыу ысулы — гербарийҙар йыйыу. Тәү сиратта флора абориген (урындағы) һәм адвентив...

ФЛОТАЦИЯ

ФЛОТАЦИЯ (фр. flottation), суспензияларҙан ваҡ ҡаты өлөштәрҙе бүлеү, эмульсияларҙан дисперслы фаза тамсыларын айырып алыу. Өлөшсәләрҙең (тамсыларҙың) шыйыҡса м‑н еүешләнеүсәнлегенең төрлөлөгөнә һәм уларҙың фаза бүлеге сиктәрендә тупланыуына нигеҙләнгән. Фаза‑ара сиктәр барлыҡҡа килеү механизмына бәйле...

ФЛУОРЕСЦЕНТ АНАЛИЗ

ФЛУОРЕСЦЕНТ АНАЛИЗ, флуоресценция күренешенә (ҡара: Люминесценция) нигеҙләнгән анализ ысулы. УФ‑нурланыш (сығанаҡтары — кварцлы газ разрядлы терегөмөш йәки ксенон лампалары, УФ‑лазерҙар) м‑н ярһытылған тикшерелгән матдәнең фотолюминесценцияһы визуаль, фотографик йәки фотоэлектрон приёмник ярҙамында...

ФЛЮОРИТ

ФЛЮОРИТ (лат. Fluorum — фтор), п л а в и к ш п а т ы, фторидтар класы минералы, CaF2. Составына ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары куб, октаэдр формаһында. Айырым кристалдар, ҡушылмалар, друзалар, бөртөклө, бағаналы, сүсле агрегаттар рәүешендә осрай. Ф. тупраҡлы төрө — ратовкит. Үтә...

ФОЛЬКЛОР

ФОЛЬКЛОР (ингл. folklore), х а л ы ҡ и ж а д ы, кешеләрҙең тормошон, фекерен, идеалдарын сағылдырған халыҡтың художестволы коллектив ижади эшмәкәрлеге; халыҡ тарафынан тыуҙырылған һәм халыҡ массаларында йәшәп килгән поэзия (халыҡ ауыҙ‑тел шиғри ижады), музыка (ҡара: Халыҡ музыкаһы), театр (ҡара: Халыҡ...

ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛДӘРЕ

ФОЛЬКЛОР АНСАМБЛДӘРЕ, халыҡ музыкаһын, халыҡ бейеүен, халыҡ уйындарын, йолаларҙы һ.б. һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективтары. Мәҙәни‑ял учреждениелары, дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре, урта махсус белем биреү йорттары,...

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ

ФОЛЬКЛОР ФОРМУЛАЛАРЫ, традицион, нығынған, ритмик тәртиптәге һүҙ конструкциялары. Ф.ф. фольклор поэтикаһының характерлы күренештәренең береһе булараҡ традицияның мөһим терәге булып тора. Тамамланған фекер итеп бирелә. Ф.ф. төрҙәре 1) инициаль (башлаусы), мәҫ., бәйеттәрҙең башы: “Бисмилла итеп башланым...

ФОЛЬКЛОРИСТИКА

ФОЛЬКЛОРИСТИКА. Фольклор, уның барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше, идея‑эстетик тәбиғәте, жанр һәм художество үҙенсәлектәре, башҡорт әҙәбиәте м‑н үҙ‑ара бәйләнеше т‑дағы фән. Башҡорттарҙың фольклоры т‑да айырым мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Плано Карпини, В.Рубрук һ.б. көндәлек яҙмаларында һәм иҫтәлектәрендә бирелә....

ФОМА

ФОМА (Phoma), сферопсид һымаҡтар тәртибенә ҡараған дейтеромицеттар заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, киң таралған. БР‑ҙа бер нисә тиҫтә төрө бар. Пикнидалары шар, эллипс формаһында, субстратҡа күмелгән, ҡайһы берҙә сығып тора, ябай поруслы йәки конус формаһындағы имсә рәүешле ауыҙсалы; көптәре ҡара төҫтә,...

ФОМЕНКОВ Михаил Петрович

ФОМЕНКОВ Михаил Петрович (5.11.1924, Өфө — 22.1.2004, шунда уҡ), хор дирижёры, педагог. Сәнғәт ғилеме канд. (1978). Проф. (1988). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1963) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. муз. уч‑щеһын (1948; О.М.Райцын класы), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын (Мәскәү,...