Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХӘЛИЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ХӘЛИЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 72 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 499; 1939 — 254; 1959 — 256; 1989 — 227; 2002 — 221; 2010 — 224 кеше....

ХӘЛИЛОВ Зыя Ишбулды улы

ХӘЛИЛОВ Зыя Ишбулды улы (13.6. 1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а. — 10.4.2009, Күмертау ҡ., тыуған яғында ерләнгән), ҡурайсы, йырсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1986). Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1999). Ә.Д.Исҡужиндың уҡыусыһы. Учалы музыка уч‑щеһын (1976), БДУ‑ны (1991) тамамлаған. 1976 й....

ХӘЛИЛОВ Леонард Мөхип улы

ХӘЛИЛОВ Леонард Мөхип улы (1.1. 1951, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Иҫке Михайловка а.,хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Малаяҙ а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1991), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). БДУ‑ны тамамлаған (1972). 1974 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй (1981 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р). 1993...

ХӘЛИЛОВ Мәүлитбай Рамаҙан улы

ХӘЛИЛОВ Мәүлитбай Рамаҙан улы (2.12.1952, Ишембай ҡ.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1981). 1982— 97 йй. Ҡ.Дәүләткилдеев ис. Респ. һынлы сәнғәт гимназия‑интернатында уҡыта. Ижадының төп темаһы — башҡорт этносы, халыҡ тормошоноң фәлс.‑донъяуи...

ХӘЛИЛОВ Рөстәм Радик улы

ХӘЛИЛОВ Рөстәм Радик улы (10.12. 1979, Ишембай ҡ.), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). ӨДАТУ‑ны тамамлаған (2003). Хәҙ. бишбәйге б‑са респ. СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.М.Уткин). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта донъя һәм Европа чемпионаттарының...

ХӘЛИМОВ Андалис Ғариф улы

ХӘЛИМОВ Андалис Ғариф улы (26.10.1941, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Балаҡ а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2017), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй (1985 й. тиклем Салауат филиалында),...

ХӘЛИМОВ Элик Мәзит улы

ХӘЛИМОВ Элик Мәзит улы (19.3. 1931, Өфө — 25.9.2014,шунда уҡ), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1970), проф. (1972). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1974), РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1979), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1991). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын...

ХӘЛИТОВ Рәйес Йосоп улы

ХӘЛИТОВ Рәйес Йосоп улы (4.11. 1934, Өфө — 14.9.2008, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). П.П.Беньков ис. Ташкент художе­ство уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1958) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Х. рәсем сәнғәтенә акад. реализм традицияларына тартылыу хас: “М.Ш. Хоҙайбирҙина...

ХӘЛИУЛЛИН Айрат Нәсибулла улы

ХӘЛИУЛЛИН Айрат Нәсибулла улы (16.5.1934, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Имәнкүпер а. — 11.7.2000, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1964). 1950 й. алып “Башзападнефтеразведка” (Октябрьский ҡ.) тресының транспорт контораһында слесарь. 1952 й. башлап “Востокнефтепроводстрой” тресының 2‑се һәм 3‑сө төҙөлөш идаралығында:...

ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы

ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы (1.6.1962, ТАССР‑ҙың Иҫке Кәкерле а.), фармхимик. Фарм. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1988 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1992 й. башлап фарм. химия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге азотлы гетероциклдар нигеҙендә тиирандар һәм тиетандар реакцияһы...

ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы

ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы (1.6.1962, ТАССР‑ҙың Иҫке Кәкерле а.), фармхимик. Фармацевтика фәндәре докторы (1999), профессор (2000). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2019). Ҡазан медицина институтын тамамлаған (1985). 1988 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1992 й. башлап аналитик һәм токсикологик химия курстары...

ХӘЛФИНА Аида Әнүәр ҡыҙы

ХӘЛФИНА Аида Әнүәр ҡыҙы (11.8. 1941, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ильинка приискыһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Ильинка а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2003), проф. (2004). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ, 1966—2010 йй. БДУ‑ла эшләй. Фәнни...

ХӘМӘҘИНУРОВ Шамил Шәрифйән улы

ХӘМӘҘИНУРОВ Шамил Шәрифйән улы (2.9.1950, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Иштебай а. — 14.11.2014, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), йырсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2013), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1988). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1978; М.Ғ.Мортазина класы) 2008 й. тиклем Башҡорт филармонияһының артист‑вокалисы....

ХӘМӘЕВ Вәғиз Хәмәй улы

ХӘМӘЕВ Вәғиз Хәмәй улы (24.11. 1938, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Көнтүгеш а.–25.4.2003, Өфө.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1983). БР‑ҙың атҡ. химигы (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй (1983 й. алып ғәмәли химия һәм физика каф. мөдире),...

ХӘМӘТДИНОВ Зөфәр Зиятдин улы

ХӘМӘТДИНОВ Зөфәр Зиятдин улы (13.7.1948, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Яңы Муса а.), валторнасы, педагог. Проф. (1997). БССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). Өфө сәнғәт уч‑ще­һын (1967; М.Е.Перфильев класы), Ҡазан консерваторияһын (1972; Е.И.Карпухин класы) тамамлаған. 1969 й. алып ТАССР‑ҙың Дәүләт симфоник...

ХӘМӘТДИНОВА Әнисә Әхтәм ҡыҙы

ХӘМӘТДИНОВА Әнисә Әхтәм ҡыҙы [13.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Иҫке Ҡормаш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 25.10.1989, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) 1956 й. тиклем Салауат р‑нының Нәсибаш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1961—73 йй....

ХӘМӘТЙӘНОВ Өлфәт Рәхимйән улы

ХӘМӘТЙӘНОВ Өлфәт Рәхимйән улы (27.7.1938, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Ҡыҙыл Юл ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш.уҡ р‑ны Ҡыҙыл Юл а. — 6.12.2016, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1987), проф.(1988). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың (2001) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1966 й....

ХӘМБӘЛЕЕВА Әлфиә Сәйәр ҡыҙы

ХӘМБӘЛЕЕВА Әлфиә Сәйәр ҡыҙы (2.2.1960, Силәбе ҡ. — 3.7.2013, Өфө, БР‑ҙың Өфө р‑ны Йоматау а. ерләнгән), йырсы (драматик сопрано). БР‑ҙың атҡ. артисы (1996). ӨДСИ‑не тамамлаған (1987; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы). 1989 й. алып Башҡорт филармонияһы, 1994 й. — БДОБТ солисы. Йомшаҡ тембрлы көслө тауышҡа, сәхнә...

ХӘМЗИН Адоль Сағман улы

  ХӘМЗИН Адоль Сағман улы (7.2.1934, Өфө ҡ. — 17.5.2020, Санкт-Петербург ҡ.), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1966). Ленинград хореография училищеһын (1953; педагогы А.И.Пушкин), Юғары профессиональ мәҙәниәт мәктәбен (Ленинград ҡ., 1981) тамамлаған. 1953 й. алып Ленинград Бәләкәй...

ХӘМЗИН Ғәли Ғәббәс улы

ХӘМЗИН Ғәли Ғәббәс улы (12.6.1950, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Ҡоҙғон‑Әхмәр а.—15.11.2010, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), йырсы (лирик тенор). БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1986) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; М.С.Алкин класы) 2009 й. тиклем Башҡорт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 2000 й....