Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАҠ ЯҺАЛЫШЫ

ХАҠ ЯҺАЛЫШЫ, тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүгә хаҡтар формалашыуы процесы. Үҙәк, йәки дәүләт (тауар етештереү йәки хеҙмәт күрһәтеү сығымдарын иҫәпкә алып хаҡтар дәүләт органдары тарафынан билдәләнә), һәм баҙар (һорау һәм тәҡдимдең үҙ-ара тәьҫир итешеүе процесында формалаша; тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙең сикләнгән...

ХАҠАС ТЕЛЕ

ХАҠАС ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Хаҡастарҙың милли теле, Хакасияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Тыва Респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 52 меңгә яҡын кеше (2002). Айырыуса һары уйғыр теленә, шор теленә, сулым‑төрки теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм ҡырғыҙ...

ХАЛДЕЕВА Галина Викторовна

ХАЛДЕЕВА Галина Викторовна (7.10. 1947, Белорус ССР-ы Хотиново а.), йырсы (меццо-сопрано). БР-ҙың халыҡ артисы (1992), БАССР-ҙың атҡ. артисы (1980). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1974; А.С. Измайлова класы) 2004 й. тиклем БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1992 й. алып Дамаск консерваторияһында,...

ХАЛИЗОВА Мария Ивановна

ХАЛИЗОВА Мария Ивановна [13.5. 1929, БАССР-ҙың Өфө кантоны Ленинский а. (БР-ҙың Иглин р-ны) — 8.4.2008, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР-ҙың иң яҡшы һауынсыһы (1957).1941 й.алып Иглин р-нының “Ленин юлы” к-зында эшләй: 1951 й. башлап быҙау ҡараусы, 1953 — 85 йй. һауынсы. Юғары етештереү күрһәткестәренә...

ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы

ХАЛИҠОВ Валерий Абдулхаҡ улы (14.7.1950, Ишембай ҡ.), нейрохирург. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (2002). РФ-тың (2008) һәм БР-ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976 й. алып “Ишимбайнефть” НГДУ-һындағы мед.-санитария бүлегенең Ишембай берләштерелгән дауаханаһында,...

ХАЛИҠОВ Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы

ХАЛИҠОВ Ғабдулхаҡ Әбйәлил улы [9.2.1931, БАССР-ҙың Красноусол р-ны Ҡормантау а. (БР-ҙың Ғафури р-ны) – 30.9.2007, Өфө], инженер-механик. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д-ры (1971), проф. (1972). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). ӨНИ-не (1956), Удмурт ун-тын (Ижевск, 1979) тамамлаған. 1956—57...

ХАЛИҠОВ Мансур Хатип улы

ХАЛИҠОВ Мансур Хатип улы [20.12.1886, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Оло Үтәш а. (БР-ҙың Ғафури р-ны) — 1934, Силәбе өлк.], дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре, БАССР Диниә назараты мөфтөйө (1921—23). “Рәсүлиә” (1908), “Ғәлиә” (1910) мәҙрәсәләрен тамамлаған. 1910 й. алып Оло Үтәш а. мәҙрәсә мөҙәрисе, унда яңы...

ХАЛИҠОВ Мөхәмәтсабир Абдулхалиҡ улы

ХАЛИҠОВ Мөхәмәтсабир Абдулхалиҡ улы, С а б и р х ә ҙ р ә т [1854, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кесе Табын улусы (БР-ҙың Ғафури р-ны) Оло Үтәш а. — 1931, БАССР-ҙың Ғафури р-ны Сәйетбаба а.], дин әһеле, мәғрифәтсе. Тыуған ауылында мәҙрәсә тамамлаған, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә уҡыған. 1904 й....

ХАЛИҠОВ Муллайән Дәүләтша улы

ХАЛИҠОВ Муллайән Дәүләтша улы [4.2.1894, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аҡтау а., хәҙ. БР-ҙың Бүздәк р-ны Иҫке Аҡтау а., — 27.9.1937, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен, Ҡыҙыл профессура иҡт. ин-тын (Мәскәү, 1933) тамамлаған. 1915 й. алып Орск ҡ. уҡытыусы, 1917 й. башлап Ырымбур...

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы [17.1.1917, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 17.6.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып һәм 1940—41 йй. БАССР‑ҙың Маҡар районы “Урал” колхозында, 1935 й. башлап Маҡар МТС-ында эшләй....

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы

ХАЛИҠОВ Тимербулат Ғәләүетдин улы [17.1.1917, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 17.6.1958, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып һәм 1940—41 йй. БАССР‑ҙың Маҡар районы “Урал” колхозында, 1935 й. башлап Маҡар МТС-ында эшләй....

ХАЛИҠОВ Хәбибназар Һиҙиәт улы

ХАЛИҠОВ Хәбибназар Һиҙиәт улы [9.8.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Үрге Иҙрис а. (БР-ҙың Баймаҡ р-ны) — 2.1.1996, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936— 79 йй. (өҙөклөк м-н) Октябрҙең 50 йыллығы ис. к-зда эшләй (1950 й. алып рәйес); 1946 й. башлап “1-се май” к-зында (1947 й. тиклем,...

ХАЛИҠОВА Рәйсә Хәлил ҡыҙы

ХАЛИҠОВА Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16.3.1934, Ҡаршы ҡ. — 14.9.2005, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д-ры (1992),проф.(1995). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1987). МДУ эргәһендәге Көнсығыш телдәр ин-тын тамамлаған (1958). 1962 й. алып СДПИ-ла(1966 й.—башҡорт теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире), 1967 й. — БДПИ-ла уҡытҡан,...

ХАЛИУЛЛИН Юрий Михайлович

ХАЛИУЛЛИН Юрий Михайлович (10.8.1943, БАССР-ҙың Шаран р-ны Анисимова Поляна а.), инженер-механик. Контр-адмирал (1990). Техник ф. д-ры (1996), проф. (1998). РФ-тың атҡ. фән эшмәкәре (2002). Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙар уч-щеһын (Пушкин ҡ., 1968),Хәрби-диңгеҙ акад. (Ленинград, 1975) тамамлаған. 1968...

ХАЛЦЕДОН, минерал

ХАЛЦЕДОН (гр. chalkedon), минерал, кварцтың микросүсле төҙөлөшө булған йәшерен кристаллы төрө, SiO2. Составына 97—99% SiO2, Fe3+, Mn һ.б. ҡушылмалар инә. Агрегаттары: һарҡыу бөрө һымаҡ, ҡабыҡтар, төйөрсәләр. Төҫө б-са Х. төрҙәре: ҡыҙғылт аҡыҡ, карнеол (ҡыҙғылт һары), хризопраз (йәшел алма һымаҡ), сардер...

ХАЛЫҠ

ХАЛЫҠ, тарихи яҡтан ойошҡан, халыҡтың тәбиғи артыуы процесында өҙлөкһөҙ тулыланған, айырым терр-яла йәшәгән кешеләр төркөмө. Х. өсөн даими халыҡһаныныңғәмәли үҙгәреше, механик (халыҡ миграцияһы), соц. (ҡара: Социаль стратификация) хәрәкәттәр хас, һөҙөмтәлә халыҡ һаны, халыҡтың урынлашыуы һәм тығыҙлығы,...

ХАЛЫҠ АЗАТЛЫҒЫ ПАРТИЯҺЫ

ХАЛЫҠ АЗАТЛЫҒЫ ПАРТИЯҺЫ, конституцион-демократик партия, к а д е т т а р, 1905—17 йй. Рәсәйҙә либераль партия. Окт. Ойоштороу съезында булдырыла (Мәскәү). Партия составына традицион земство либерализмы һәм либераль-демократик интеллигенция вәкилдәре (“Азатлыҡ союзы” һәм “Союз земцев-конституционалистов”...

ХАЛЫҠ АРМИЯҺЫ

ХАЛЫҠ АРМИЯҺЫ, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетының ҡораллы көстәре. 1918 й. 8 июнендә Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары ком-тының Баш штабы приказы б-са Һамар ҡ. ойошторола. Х.а. составына Төньяҡ (Кама буйы), Сызрань (Волга буйы), Хвалынск (Көньяҡ) ғәскәрҙәре төркөмө, ш. уҡ Башҡорт...

ХАЛЫҠ АУЫҘ‑ТЕЛ ИЖАДЫ, ҡара: Фольклор

ХАЛЫҠ АУЫҘ‑ТЕЛ ИЖАДЫ, ҡара: Фольклор. 

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ

ХАЛЫҠ БЕЙЕҮЕ, халыҡ сәнғәтенең иң боронғо төрө. Башҡорттарҙа Х.б. халыҡтың тарихи һәм соц. тормош шарттары йоғонтоһонда формалашҡан һәм үҫешкән. Унда хеҙмәт эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре, төрлө йола һәм дини инаныуҙар, тирә-яҡ тәбиғәтте, йәнлек, ҡош, хайуан ҡылыҡта­рын образлы ҡабул итеү сағылдырылған....