Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАБАЕВА Ольга Владимировна

ШАБАЕВА Ольга Владимировна (20.11.1963, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Саруа ҡсб), спортсы. Конькиҙа шыуыу спорты б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987). Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалын тамамлаған (1986). 1‑се СДЮСШОР һәм “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.А.Щаднев). 3000 м йүгереүҙә...

ШАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

ШАБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Борай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 6 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сүлҙи й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1590 кеше; 1920 — 1556; 1939 — 876; 1959 — 474; 1989 — 270; 2002 — 281; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ШАБАЛИНА Раиса Петровна

ШАБАЛИНА Раиса Петровна [23.1. 1927, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Манатау а. (БР‑ҙың Иглин районы)], актриса, кино­режиссёр. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1950; Ф.П.Крашенинников курсы) Респ. урыҫ драма театры (Өфө), 1955 й. алып Сәмәрҡәнд урыҫ...

ШАБАНОВ Василий Прокофьевич

ШАБАНОВ Василий Прокофьевич (24.3.1905, Полтава губ. Великая Буромка а. — 20.1.1963, Хабаровск ҡ.), Советтар Сою­зы Геройы (1943). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. “Выстрел” РККА‑ның команда соста­вын камиллаштырыу юғары атыу‑тактика курстарын тамамлаған. Житомир һәм Киев...

ШАБАНОВА Татьяна Дмитриевна

ШАБАНОВА Татьяна Дмитриевна (8.3.1947, Минеральные Воды ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). Пятигорск сит телдәр пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) БДПУ‑ла уҡыта: 1977— 88 йй. ингл. теле каф. мөдире, 1996—2006 йй. сит телдәр ф‑ты деканы. Фәнни хеҙмәттәре...

ШАБАТ Алексей Борисович

ШАБАТ Алексей Борисович (8.8. 1937, Мәскәү), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) СССР ФА Себер бүлексәһенең Гидродинамика ин‑тында (Новосибирск ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑р. 1973 й. алып БДУ‑ла уҡыта, 1980 й. — Матем. ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире....

ШАБИЕВ Салауат Ғәли улы

ШАБИЕВ Салауат Ғәли улы (11.5. 1948, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Яңы Күскилде а.), архитектор. Архитектура д‑ры (1994), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1998), РФ‑тың почётлы архитекторы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы (1977). Свердловск...

ШАВАНОВ Станислав Сергеевич

ШАВАНОВ Станислав Сергеевич (13.5.1942, Шымкент ҡ. — 19.2.2006, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер‑технолог. Химия ф. д‑ры (1989). Ҡаҙаҡ химия‑технология ин‑тын тамамлаған (Шымкент, 1968). 1959 й. алып “Металлист” артелендә, 1960—61 йй. химия‑фарм. з‑дында, 1966 й. — фосфор тоҙҙары з‑дында, 1967 й. — Ҡаҙаҡ ССР‑ы...

ШАВШУКОВА Светлана Юрьевна

ШАВШУКОВА Светлана Юрьевна (24.11.1971, Өфө), биотехнолог. Техник ф. д‑ры (2009). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары ҒТИ‑нда (Өфө) эшләй. 2007 й. алып ӨДНТУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре микротулҡын нурланышының органик синтезға тәьҫирен, сәнәғәт процестарын интенсивлаштырыу...

ШАГИНЯН Мариэтта Сергеевна

ШАГИНЯН Мариэтта Сергеевна (21.3.1888, Мәскәү — 20.3.1982, шунда уҡ), яҙыусы. Әрмән ССР‑ы ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1950). Соц. Хеҙмәт Геройы (1976). “Тәүге осрашыуҙар” (“Первые встречи”; 1909), “Orientalia” (1913) шиғырҙар йыйынтыҡтары, “Тәнәфес” (“Перемена”; 1922—1923) повесы, “Гидроцентраль” (1930—1931),...

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ

ШАДРИНСК ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Исәт провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Пермь губернаһы (өйәҙгә Пермь наместниклығы Далмат өйәҙенең бер өлөшө ҡарай), 1919 й. — Екате­ринбург губернаһы составына инә. 19 б. аҙ. төньяҡта — Пермь губ. Ҡамышлы өйәҙе, көнсығышта...

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы

ШАИМОВА Маһинур Әйүп ҡыҙы (14.6.1905, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡуйһары а., хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Бикҡол а., — 25.11.1991, ш. уҡ өлкәнең ш. уҡ р‑ны Ҡолой а.), халыҡ йырсыһы. Ш. репертуарында бәйеттәр, мөнәжәттәр, сеңләүҙәр, “Ағиҙелкәй буйы”, “Арғужа”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Тәфтиләү”,...

ШАЙБАЛЫ ХОККЕЙ

ШАЙБАЛЫ ХОККЕЙ, спорт төрө, махсус разметкалар яһалған майҙансыҡта сәкәндәр һәм шайба м‑н команда уйыны. Башҡортостанда Ш.х. 1953 й. Өфөлә 628‑се з‑д (ҡара: “БЭТО”) һәм 656‑сы Дәүләт союз з‑ды (ҡара: “Электроаппарат”) эргәһендәге тәүге командалар төҙөлөүгә бәйле үҫешә. 1955 й. “Б” класындағы СССР чемпионатында...

ШАЙДАКОВ Владимир Владимирович

ШАЙДАКОВ Владимир Владимирович (17.10.1955, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1978) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй. 1979 й. алып ӨНИ‑лә: 1987 й. — “Азимут” ҒПП‑нда өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989 й. — бүлек мөдире, 1991 й. — ген. дир. урынбаҫары. 1993...

ШАЙҘАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ШАЙҘАЛЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 62 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Шайҙалы й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 101 кеше; 1959 — 368; 1989 — 178; 2002 — 108; 2010 — 48 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй...

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское а. ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1942). Граж­дандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. тамамлаған...

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы

ШАЙМОРАТОВ Миңлеғәли Минһаж улы (15.8.1899, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Биштәкә а., хәҙер БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов а., — 23.2.1943, Украина ССР‑ының Петровское ҡсб ерләнгән), хәрби эшмәкәр. Генерал‑майор (1942). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2020). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы....

ШАЙМОРАТОВ УРТА МӘКТӘБЕ

ШАЙМОРАТОВ УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑нында урынлашҡан. 1912 й. Биштәкә земство урыҫ-башҡорт халыҡ училищеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1924 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1940 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1964 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 1967 й. хәҙ. статусын...

ШАЙМОРАТОВ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ШАЙМОРАТОВ, Б и ш т ә к ә, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Шайморатов а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Иштиле й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 ке­ше; 1920 — 2685; 1939 — 1803; 1959 — 1094; 1989 — 812; 2002 — 982; 2010 — 776 кеше....

ШАЙМОРАТОВА Әсмә Сабир ҡыҙы

ШАЙМОРАТОВА (Хәбибуллина) Әсмә Сабир ҡыҙы [9.12.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 11.1.1992, Өфө], йырсы (лирик‑колоратура сопраноһы). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1950). Башҡорт сәнғәт технику­мын (1932) һәм Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын (1942; М.В.Владимирова...