Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШИБАЕВ Иван

ШИБАЕВ Иван (?, Илек ҡаласығы — 8.7.1774, Ҡазан губ. Мамадыш а.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казактарҙан. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт итә. Ихтилалға 1773 й. 21 сент. ҡушыла. Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә, Исәт провинцияһында Пугачёвтың манифестарын тарата....

ШИБАЕВА Вера Михайловна

ШИБАЕВА Вера Михайловна (16.2. 1949, Свердловск өлк. Привокзальный ҡсб — 20.11.2000, Өфө), биҙәү‑ҡулланма сәнғәте рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). 1985—88 йй. М.И.Калинин ис. Мәскәү художество‑сәнәғәт уч‑щеһының Өфө фи­лиалында уҡыған. 1980 йй. алып нәфис текстиль сәнғәтенең төрлө техникаһында...

ШИВЕРЕКИЯ ҮЛӘНЕ

ШИВЕРЕКИЯ ҮЛӘНЕ (Schivereckia), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 5 төрө билдәле, Көнсығыш Европала һәм Кесе Азияла таралған. Башҡортостанда төньяҡ, йәки подольск Ш. үҫә. Һорғолт йондоҙ һымаҡ төклө мендәргә оҡшаған ҡуйы тарбаҡлы күп йыллыҡ үлән. Генератив һабағының бейеклеге 10—25 см....

ШИГАЕВ Максим Григорьевич

ШИГАЕВ Максим Григорьевич (1726 — 10.1.1775, Мәскәү), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казактарынан. 1772 й. ғин.—июнендә Яйыҡ казак ғәскәре ихтилалында ҡатнаша. 1773 й. 17 сент. Пугачёвтың баш күтәреүселәр отрядына ҡушыла, нояб. алып Хәрби коллегия ағзаһы. Баш...

ШИҒИСЫЛЫҠ

ШИҒИСЫЛЫҠ, исламдағы төп (сөнниселек м‑н бер рәттән) йүнәлештәрҙең береһе. 7 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә, 8 б. уртаһында тулыһынса формалаша. Ш. юлынан барыусылар Ғәли хәлифә м‑н Фатима (Мөхәммәттең ҡыҙы) нәҫеленең имаматҡа хоҡуғын таный, тәүге хәлифәләрҙең (Ғосман, Ғүмәр, Әбү Бәкер) идара итеү законлығын...

ШИҒРИӘТ

ШИҒРИӘТ, башҡорт шиғриәте. Башҡорт фольклоры, боронғо төрки әҙәбиәте һәм урта быуаттар төрки әҙәбиәте ҡомартҡылары [Йософ Баласағуниҙың “Ҡотаҙғу белек”, Мәхмүт Ҡашғариҙың “Диуану лөғәт әт-төрк”, Әхмәт Йүгнәкиҙең “Һибәт әл‑хаҡаиҡ” (“Хәҡиҡәт бүләктәре”), Ҡол Ғәли, Ҡотб, Харәзми, С.Сараи, Хөсәм Кәтиб һ.б....

ШИҒЫР ТӨҘӨЛӨШӨ

ШИҒЫР ТӨҘӨЛӨШӨ, шиғри телмәрҙең өн составын ойоштороу ысулы. Үлсәү нигеҙе итеп алынған һәм шиғырҙың ритм барлыҡҡа килтереүсе компоненты булып торған элементтарға бәйле Ш.т. шиғыр юлдарындағы ижек һандарының тигеҙ бу­лыуына нигеҙләнгән силлабик; шиғри юлдарҙа баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө...

ШИЗОФРЕНИЯ

ШИЗОФРЕНИЯ (гр. schіzō — бүлгеләү һәм phrēn — аҡыл, фекер), баш мейеһенең хроник ауырыуы, психик процестарҙың, хәрәкәттең диссоциацияһы һәм шәхестең үҙгәреүе (әүҙемлектең кәмеүе, аутизм һ.б.) м‑н бергә бара. Ш. формалары: ге­бефрения, кататония, параноидлы һ.б.; барышы типтары: өҙлөкһөҙ, өйәнәк һымаҡ‑прогредиент...

ШИК Василий Никитович

ШИК Василий Никитович (3.3.1931, Украина ССР‑ының Лариновка а.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1973). Ҡазан химия‑технология ин‑тын тамамлаған (1964). 1950—2001 йй. “Авангард” з‑дында (Стәрлетамаҡ ҡ.) эшләй: мастер, 1955 й. алып нач., 1961 й. — баш инженер урынбаҫары, 1969 й. — дир., 1985 й. башлап...

ШИКӘЙӘТНАМӘ

ШИКӘЙӘТНАМӘ, публицистик жанр; ниндәй ҙә булһа чиновник йәки айырым шәхес өҫтөнән ялыу м‑н дәүләттең юғары вазифа биләгән кешеләренә яҙма мөрәжәғәт. Башлыса, айырым кеше тарафынан яҙыла, күмәк Ш. баш күтәреү һ.б. күмәк сығыштар т‑да алдан иҫкәртә. Өфө өйәҙе башҡорттарының батша Пётр I яҙған күмәк Ш....

ШИКИНА Людмила Васильевна

ШИКИНА (Михалкова) Людмила Васильевна [20.1.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны)], шағирә. Мәскәү пед. ситтән тороп уҡыу ин‑тын (1958), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын (Мәскәү, 1964) тамамлаған. 1949 й. алып Көйөргәҙе р‑нының Михелёвка башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы. 1952 й....

ШИКТАШ, тау

ШИКТАШ, тау. Белорет р‑нында Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендәге Инйәр һәм Ҡалпаҡ (Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1261,0 м, оҙонлоғо 3,0 км, киңлеге 3,5 км. Рельефы ҡатмарлы, түбәһе яҫы, битләүҙәре текә. Урта рифейға ҡараған егәлгә свитаһының кварциттарынан тора. Ландшафтарҙың...

ШИЛЕНКО Борис Петрович

ШИЛЕНКО Борис Петрович (8.10. 1912, Ырымбур ҡ. — 2.11.1983, Өфө), агроном. А.х. ф. канд. (1964). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы, СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1949). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1934) БАССР‑ҙың Игенселек...

ШИЛКИН Константин Михайлович

ШИЛКИН Константин Михайлович (17.4.1901, Ырымбур губ. Троицк ҡ. — 11.9.1976, Белорет ҡ.), металлург. Ленин­град индустриаль ин‑тын (1934), Башҡ‑н инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең һәм хужалыҡ етәкселәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тын (1939, Өфө) тамамлаған. 1916—56 йй. (өҙөклөк м‑н) Белорет металлургия...

ШИЛОВ Сергей Леонидович

ШИЛОВ Сергей Леонидович (18.8. 1955, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2008). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Бу­лат” ПБ‑ның мед.‑санитария бүлегендә эшләй (Златоуст ҡ.). 1997 й. алып БДМУ клиникаһында, бер үк ваҡытта 2000 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 2014 й. — 43‑сө поликлиникала эшләй (Өфө). Фәнни эшмәкәрлеге...

ШИЛЬНИКОВ Алексей Борисович

ШИЛЬНИКОВ Алексей Борисович (29.4.1970, Туймазы ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). 1989 й. алып “Туймазы автобетоновоздар заводы” ҠП‑нда эшләй. 1993 й. башлап Туймазы телевидение студияһы хәбәрсеһе, 1997 й. алып “Туймазинский вестник” гәз. хәбәрсеһе, 2002 й. — мөхәррире. 2006 й. башлап...

ШИМАНОВ Николай Степанович

ШИМАНОВ Николай Степанович (3.5.1919, Ҡазан губ. Ҡырлаңғы а. — 2.6.1988, Өфө), гистолог. Биол. ф. д‑ры (1954), проф. (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ветеринария ин‑тын тамамлаған (1941). 1948 й. алып Воронеж зоотехния‑ветеринария ин‑тының гистология каф. мөдире, бер үк ваҡытта Воронеж мед....

ШИМАНОВСКИЙ Шавель Наумович

ШИМАНОВСКИЙ Шавель Наумович (10.5.1917, Киев губ. Горностайполь а. — 10.2.2005, Ишембай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1943) “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: өлкән инженер, 1952 й. алып Ҡалтасы нефть...

ШИНКОВА Матрёна Васильевна

ШИНКОВА Матрёна Васильевна (9.4.1921, ТАССР‑ҙың Һалдат Ҡондоҙо а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1932 й. алып Бәләбәй р‑нының М.Горький ис. тоҡомсолоҡ з‑дында эшләй (1936—81 йй. сусҡа ҡараусы). Юғары етештереү күрһәткестә­ренә өлгәшә: 1982 сусҡа балаһын ҡабул итә һәм һаҡлап ҡала (1963—65), айырғанда (2...

ШИНКОВА Матрёна Васильевна

ШИНКОВА Матрёна Васильевна (9.4.1921, ТАССР‑ҙың Һалдат Ҡондоҙо а. — 11.5.2014, БР‑ҙың Бәләбәй районы М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы а.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). 1932 й. алып Бәләбәй районының М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводында эшләй (1936—81 йй. сусҡа ҡараусы)....