Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭВАКУАЦИЯ ГОСПИТАЛДӘРЕ

ЭВАКУАЦИЯ ГОСПИТАЛДӘРЕ, эвакогоспиталдәр, яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәргә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән ваҡытлыса дауалау учреждениелары. Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 50‑нән ашыу Э.г. ойошторола, шуларҙың 2‑һе СССР Оборона ХК (289‑сы, 1742‑се), 4‑һе — Бөтә Союз проф. союздар...

ЭВЕРСМАНН Александр Герхарт

ЭВЕРСМАНН Александр Герхарт (Август Фридрих) фон (1759, Германия — яҡынса 1837 й.), тау эштәре начальнигы. Галле ун‑тын тамамлаған (Германия). 1780 й. алып Пруссияла хеҙмәт итә: фабрикалар комиссары, 1790 й. — тау эштәре советнигы, 1798 й. башлап хәрби советник, һуңыраҡ ген.‑инспектор. 19 б. башынан...

ЭВЕРСМАНН Эдуард Александрович

ЭВЕРСМАНН Эдуард Александрович (23.1.1794, Верингхаузен а., Вестфалия — 14.4.1860, Ҡазан ҡ.), урыҫ натуралисы. Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1842), философия докторы һәм ирекле фәндәр магистры (1814), медицина һәм акушерлыҡ докторы (1816), атҡаҙанған профессор (1853), профессор (1828). Действительный...

ЭВРИБИОНТТАР

ЭВРИБИОНТТАР (гр. eurys¼— киң һәм bio¼n — йәшәүсе), тирә‑яҡ мөхит шарттарының киң диапазонында йәшәй алған организмдар. Э. стенобионттарға ҡаршы ҡуйыла. Э. өсөн йәшәү стратегияһының һығылмалылығы, бик күп экотиптар (төрҙәрҙең генетик варианттары), киң географик ареал хас. Эврибат (һыуҙа вертикаль таралыу...

ЭЗБИЗТАШ

ЭЗБИЗТАШ, бурташ, ултырма тау тоҡомо. Башлыса кальциттан йәки организмдарҙың кальцитлы һөлдә ҡалдыҡтарынан, һирәк осраҡта арагониттан тора. Составына доломиттың, кварцтың, гипстың, балсыҡлы минералдарҙың ваҡ ҡушылмалары инә. Саф Э. составы CaO (56%) һәм CO2 (44%) миҡдары булған кальцитҡа тура килә....

ЭЙӘ

ЭЙӘ, башҡорт мифологияһында матди донъя объекттарының хужалары. Э. т‑дағы күҙаллауҙар анимистик ҡараштарҙың (ҡара: Анимизм) иң боронғо ҡатламына ҡарай. Төрлө Э. т‑дағы хөрәфәттәр беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған. Һыу эйәһе. Оҙон аҡ кейемле сал сәсле ҡарт рәүешендә күҙаллана, атлағанда тылсымлы таяҡҡа...

ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, ниндәй ҙә булһа бер затҡа йәки предметҡа мөнәсәбәт аша объектты белдергән грамматик категория. Башҡорт телендә Э.к. исем, алмаш, ш. уҡ исем ҡылым һәм сифат ҡылым (ҡара: Ҡылым) өсөн хас. Төп белдереү саралары булып зат һәм һан күрһәткестәре м‑н берләштерелгән аффикстар тора: 1‑се...

ЭЙӘР‑ӨПСӨН ЭШЕ

ЭЙӘР‑ӨПСӨН ЭШЕ, ат егеү кәрәк‑ярағының, ғәскәри һәм һунар амуницияһының (ҡара: Ҡорал) төрлө элементтарын эшләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл (ҡара: Һөнәрселек). Башҡортостандың Урал аръяғында һәм төньяҡ‑көнсығыш райондарында таралған була. Тауар‑аҡса мөнәсәбәттәре үҫешкәндән һуң һөнәрселек кәсебенә...

ЭЙГЕНСОН Александр Сергеевич

ЭЙГЕНСОН Александр Сергеевич (15.7.1912, Кубань өлк. Армавир а. — 4.4.1999, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1976). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1935). 1932 й. алып Баҡы ҡ. эшләй: нефть эшкәртеү...

ЭЙДИНОВ Семён Григорьевич

ЭЙДИНОВ Семён Григорьевич (11.7. 1911, Өфө — 23.1.1983, Рига), хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың халыҡ артисы (1976) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1958). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1938; Г.А.Дмитриевский класы). 1928 й. алып Мәскәүҙә үҙешмәкәр хор коллективтары етәксеһе. 1938 й. башлап...

ЭЙЕК ЗАКАЗНИГЫ

ЭЙЕК ЗАКАЗНИГЫ. 1972 й. һунар йәнлектәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. 1998 й. заказник терр‑яһының бер өлөшө Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркына бүлеп бирелә. 2012 й. алып “Башҡортостан Уралы” биосфера резерваты составына инә. Күгәрсен р‑ны терр‑яһында Оло һәм Кесе...

ЭЙФЕЛЬ ЯРУСЫ

ЭЙФЕЛЬ ЯРУСЫ, урта девон бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Эмс ярусында ята, живе ярусы м‑н ҡаплана. А.Дюмон тарафынан Эйфель тауҙарында (Германия) айырып күрһәтелә (1848). Стратотибы мергель һәүерташтарынан, алевролиттарҙан, эзбизташ ҡатыш мергелдәрҙән тора; ҡалынлығы 450 м. Брахиоподалар, мәрйендәр, трилобиталар...

ЭЙХЕНВАЛЬД Антон Александрович

ЭЙХЕНВАЛЬД Антон Александрович (13.5.1875, Мәскәү — 1952, Ленинград), композитор, дирижёр, фольклорсы. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1945) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1933). Мәскәү рәсем сәнғәте, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһын тамамлаған (1892; педагогтары В.Д.Поленов,...

ЭКАДА 70, бойҙай сорты

ЭКАДА 70, йомшаҡ яҙғы бойҙай сорты. 2006 й. В.В.Сюков (Һамар а.х. ҒТИ), В.Г.Захаров (Ульяновск а.х. ҒТИ), В.Г.Кривобочек (Пенза а.х. ҒТИ), В.И.Никонов (БНИИСХ) тарафынан Волжанка, Hia 21677 һәм Лютесценс 9 сорттарын һеркәләндереп яһалған гибрид популяциянан индивидуаль һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла....

ЭКЗЕМА

ЭКЗЕМА (гр. ekzema— тән тиреһе сабыртмаһы), т и м е р ә ү, тән тиреһенең хроник шешеү ауырыуы, уға сабыртма һәм ҡысытыу хас. Балалар Э., ысын, микроблы, һөнәри һәм себореялы Э. айырыла. Ауырыуҙың башланып китеүенә аллергик реакцияларға нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, тиренең төрлө ҡуҙғытҡыстарға юғары...

ЭКЗОГАМИЯ

ЭКЗОГАМИЯ (гр. еxo — тышҡы һәм gаmos — никах), туғандаш ғаиләләр төркөмө, ырыу бүленеше, ырыу ағзалары араһында никахты тыйыу. Башҡорттарҙа традицион йола, эн­догамия м‑н йәнәш килә. Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо тарҡалғандан һуң Э. атай яғынан етенсе быуынға, һуңынан дүртенсе быуынға тиклем тарала...

ЭКЗОГЕН ПРОЦЕСТАР

ЭКЗОГЕН ПРОЦЕСТАР, Ер өҫтөндә һәм литосфераның өҫкө өлөштәрендә атмосфера, гидросфера, биосфера м‑н тәьҫир итешеү ваҡытында барған геол. процестар. Ҡояш радиация­һы энергияһына, ауырлыҡ көсөнә, организмдарҙың йәшәйешенә һ.б. бәйле. Ел, ер өҫтө һыуҙары, ер аҫты һыуҙарының һ.б. геол. эшмәкәрлеге Э.п....

ЭКЛОГИТ

ЭКЛОГИТ, юғары баҫымлы магматик һәм метаморфик тау тоҡомо. Пироп‑гроссуляр‑альмандинлы гранаттың, жадеит‑диопсидлы клинопироксендың (омфацит), рутилдың критик минераль ассоциацияларынан, икенсе дәрәжәләге минералдар­ҙан (кварц, коэсит, кианит, цоизит, мөгөҙ обманкаһы, ильменит) тора. Химик составы б‑са...

ЭКОЛОГИК МОНИТОРИНГ

ЭКОЛОГИК МОНИТОРИНГ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда тирә‑яҡ мөхит, биологик ресурстар, халыҡ һаулығы торошондағы үҙгәрештәрҙе даими күҙәтеүҙәр системаһы. Э.м. төп мәсьәләләре: тирә‑яҡ мөхиткә тәьҫир иткән факторҙарҙы асыҡлау, уның торошон баһалау һәм ундағы үҙгәрештәрҙе, техноген һәләкәттәр...

ЭКОЛОГИК ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК

ЭКОЛОГИК ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК, 1) тәбиғи мөхиттең һәм кеше ғүмере өсөн мөһим мәнфәғәттәрҙең хужалыҡ һ.б. эшмәкәрлектең кире йоғонтоһонан, тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән, уларҙың эҙемтәләренән һаҡланған булыуы; 2) Ерҙәге экологик балансты тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сәйәси, хоҡуҡи, иҡт.,...