Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭРЕ АҠ ТОҠОМ

ЭРЕ АҠ ТОҠОМ, сусҡаларҙың ит‑май йүнәлешле тоҡомо. 19 б. Англияла урындағы һуң өлгөрөүсән сусҡалар м‑н тиҙ өлгөрөүсән Ҡытай һәм күп үрсемле Неаполь һәм Португалия сусҡаларын ҡатмарлы ҡасырыу ярҙамында сығарыла. Ватан тоҡомо 20 б. 30‑сы йй. Э.а.т. ата сусҡаларын урындағы сусҡалар м‑н ҡасырыу ярҙамында...

ЭРЕ ҠАРА ТОҠОМ

ЭРЕ ҠАРА ТОҠОМ, сусҡаларҙың ит‑май йүнәлешле тоҡомо. 19 б. башында Англияла урындағы оҙон ҡолаҡлы сусҡаларҙы Неаполь һәм Ҡытай сусҡалары м‑н ҡасырыу ярҙамында сығарыла. Рәсәйгә 1949 й., Башҡортостанға 60‑сы йй. башында эре аҡ тоҡомдоң инә сусҡалары м‑н ҡасырыу өсөн индерелә. Тән төҙөлөшө ныҡлы, киң...

ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ КОНСТРУКЦИЯЛАР

ЭРЕ ПАНЕЛЛЕ КОНСТРУКЦИЯЛАР, биналарҙың (тышҡы һәм эске стеналар, түшәмдәр, ҡаплауҙар һ.б.) йәки сәнәғәт ҡоролмаларының бер үлсәме (ҡалынлығы) ҡалған ике үлсәменән (киңлеге һәм оҙонлоғо) күпкә бәләкәй булыуы м‑н айырылған, башлыса пластина формаһындағы терәк яҫы конструкциялар рәүешендәге өлөшө. Э.п.к....

ЭРЕМСЕК

ЭРЕМСЕК, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Айыртылған йәки айыртылмаған, әсегән йәки ойотолған (бер аҙ айран, ҡатыҡ әсеткеһе йәки май айраны ҡушып алына) һыйыр (һирәгерәк кәзә) һөтөн ҡайнатып эшләнә. Алынған эремсек һымаҡ массаны иләктән үткәрәләр, киндер тоҡҡа һалып һарҡыталар йәки ауыр әйбер...

ЭРЕНБУРГ Илья Григорьевич

ЭРЕНБУРГ Илья Григорьевич (14.1. 1891, Киев — 31.8.1967, Мәскәү), яҙыусы. “Йолҡҡос” (“Рвач”; 1925), “Париждың ҡолауы” (“Падение Парижа”; 1941), “Дауыл” (“Буря”; 1946— 47), “Туғыҙынсы вал” (“Девятый вал”; 1951—52) романдары, “Ваҡытлы килешеүҙәрҙән тыш” (“Вне перемирия”; 1937) хикәйәләр йыйынтығы, “Ут”...

ЭРЕТКЕСТӘР

ЭРЕТКЕСТӘР, матдәләрҙе иретеү, 2 йәки унан күберәк компоненттарҙан бер төрлө системалар булдырыу һәләтенә эйә булған индивидуаль химик берләшмәләр йәки уларҙың ҡатышмаһы. “Шыйыҡса—газ” һәм “шыйыҡса—ҡаты есем” ҡатышмалары өсөн Э. — шыйыҡса, 2 һәм күп компонентлы Э. өсөн — башҡаларынан күберәк миҡдарҙағы...

ЭРОЗИЯ

ЭРОЗИЯ (лат. еrosio — ашау) геоморфологияла, тау тоҡомдарының ер өҫтө һыуҙары тарафынан ашалыу процесы. Рельефты формалаштырған төп факторҙарҙың береһе. Э. тау тоҡомдарының ағым көсө тарафынан механик йыуылыуы, тау тоҡомдарының химик эреүе һ.б. юлдар м‑н бара. Э. һыу, ел, диңгеҙ һ.б. төрҙәре айырыла....

ЭРСЕН‑РАШ

ЭРСЕН‑РАШ Маргарет Ингеборг (16.12.1941, Лейпциг ҡ., Германия — 25.7.2017, Майндағы Франкфурт ҡ., Германия), төркиәтсе, башҡорттар б‑са белгес. И.В.Гёте ис. Франкфурт ун‑тын тамамлаған. 1964 й. башлап Юғары халыҡ мәктәбендә (Майндағы Франкфурт) уҡытҡан, 1977—2006 йй. Майнц, Франкфурт ун‑ттарында, Ирекле...

ЭСӘКҠЫУЫШЛЫЛАР

ЭСӘКҠЫУЫШЛЫЛАР, с а ҡ ҡ ы с т а р (Coelenterata), умыртҡаһыҙҙар тибы. 3 класы, яҡынса 9 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа гидроид һымаҡтар кла­сына ҡараған 2 төр асыҡлана. Күп күҙәнәкле, яңғыҙ йәки колониаль, күбеһенсә диңгеҙ хайуандары. Кәүҙәһе бер нисә мм алып 30 м тиклем, күҙәнәктәрҙең...

ЭСӘКТӘРҘЕҢ ҮТКӘРМӘҮСӘНЛЕГЕ

ЭСӘКТӘРҘЕҢ ҮТКӘРМӘҮСӘНЛЕГЕ, и л е у с, эсәктәрҙәге тупланманың хәрәкәте туҡталыуға бәйле киҫкен хирургик ауырыу. Механик (странгуляцион, обтурацион һәм ҡат­наш) һәм функциональ (спастик һәм паралитик) Э.ү. айырыла. Кешелә Э.ү. Симптомдары: газдар һәм оло ярауҙың туҡталыуы, ҡорһаҡта ҡатыу алыу рәүешендәге...

ЭСЕРҘАР, ҡара: Социал революционерҙар партияһы.

ЭСЕРҘАР, ҡара: Социал‑революционерҙар партияһы. 

ЭСКАДРИЛЬЯЛАР

ЭСКАДРИЛЬЯЛАР (фр. escadrille), 1) авиацияның бер типтағы самолёт отрядтары йәки бер нисә звенонан (10—24 хәрби берәмек) торған төп тактик подразделениеһы; 2) ҡайһы бер сит ил Ҡораллы көстәренең ракета (зенит‑ракета) подразделениеһы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Э. халыҡтың үҙ ирке м‑н индерелгән аҡсалата...

ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ МУЗЕЙЫ

ЭСКЕ ЭШТӘР МИНИСТРЛЫҒЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. БР б‑са ЭЭМ‑дың Милиция музейы булараҡ ойошторола, 2011 й. алып БР б‑са ЭЭМ музейы. БР ҡалаларында һәм райондарында 79 филиалы бар (2013). Музей фондына 1,5 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 1905 й. башлап формалы кейем, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы...

ЭСКЕ ЯНЫУЛЫ ДВИГАТЕЛДӘР

ЭСКЕ ЯНЫУЛЫ ДВИГАТЕЛДӘР, яғыулыҡты яндырған һәм йылылыҡ энергияһының бер өлөшөн механик энергияға үҙгәрткән йылылыҡ двигателе. Ҡулланылған яғыулыҡ төрө б‑са шыйыҡлыҡ һәм газ; эш циклы б‑са — өҙлөкһөҙ эшләгән, ике һәм дүрт тактлы һ.б.; энергия үҙгәртеү принцибы б‑са — тура реакциялы (реактив), роторлы...

ЭССЕ

ЭССЕ (фр. essai), ниндәй ҙә булһа бер күренешкә авторҙың шәхси күҙаллауын сағылдырған һәм баштан уҡ уны тулыһынса аңлатыуға дәғүә итмәгән бәләкәй күләмле һәм ирекле композициялы проза әҫәре. Эссеистика синкретизмға тартыла (асылда художестволы башланғыстар публицистик һәм фәлс. башланғыстар м‑н ҡушыла);...

ЭССЕН Пётр Кириллович

ЭССЕН Пётр Кириллович (11.8.1772—23.9.1844, С.‑Петербург, Орёл губ. ерләнгән), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1819). Граф (1833). А.В.Суворовтың 1799 й. Швейцария походында, 1806—07 йй. рус‑прусс‑француз һуғышында, 1806—12 йй. рус‑төрөк, 1812 й. Ватан һуғыштарында, рус армияһының 1813—14 йй....

ЭСТЕТИКА

ЭСТЕТИКА (гр. aisthētikos — һиҙемле), кешенең донъяны эстетик үҙләштереүенең дөйөм законлыҡтары, матурлыҡ ҡануны б‑са ижадтың асылы һәм формалары т‑дағы философия фәне. Э. термины тәүге тапҡыр 18 б. уртаһында нем. философы А.Г.Баумгартен тарафынан индерелә. Э. структураһында Э. теорияһы һәм тарихы,...

ЭСТОНИЯ

ЭСТОНИЯ, Эстон Республикаһы, Көнсығыш Европала, Балтик буйында урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 43,5 мең км2. Баш ҡалаһы — Таллин. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 1,3 млн кеше (2016): эстондар, урыҫтар, украиндар, белорустар һ.б.; 112 башҡорт йәшәй (2011). Рәсми тел — эстон теле. Диндарҙарҙың күпселеге...

ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ

ЭСТРАДА МУЗЫКАҺЫ, киң аудиторияға күңел асыу өсөн тәғәйенләнгән музыка сәнғәте төрө. Башҡортостанда эстрада мәҙәниәте формалашыуына урындағы артистарҙың һәм танылған йырсыларҙың, инструменталистарҙың, драма труппаларының концерттары, Волковтар, Пекарскийҙар, Тимашевтар һ.б. имениеларында крепостной...

ЭҪЕМ ЗАВОДТАРЫ

ЭҪЕМ ЗАВОДТАРЫ, Себер даруғаһының Шайтан‑Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Эҫем й. буйында нигеҙ һалына, Үрге Эҫем суйын иретеү һәм тимер етештереү з‑ды 1759 й. И.Б. Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар), Түб. Эҫем тимер етештереү з‑ды 1782 й. Я.Б.Твердышев...