Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭТҠОЛ 1‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЭТҠОЛ 1‑се, Я м а ш, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, 1‑се Этҡол а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Ҡышлауар й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 630 кеше; 1920 — 794; 1939 — 743; 1959 — 926; 1989 — 963; 2002 — 1071; 2010 — 926 кеше....

ЭТҠОЛ 2‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЭТҠОЛ 2‑се, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта Таулы, Рәжәп йй. (Һаҡмар й. басс.) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 974 кеше; 1920 — 615; 1939 — 2037; 1959 — 1003; 1989 — 1034; 2002 — 1012; 2010 — 853 кеше. Башҡорттар...

ЭТҠОЛ, Дәүләкән ҡ. эсендәге ауыл

ЭТҠОЛ, ауыл, 20 б. башынан Дәүләкән ҡ. эсендә урынлашҡан. Ауылға 1797 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Төрөкмән а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а.) башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Этҡол Боҫҡонов исеме м‑н аталған. 1865 й....

ЭТҠОЛ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ЭТҠОЛ, Ю л д а ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Абҙан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 55 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Әселе й. (Һаҡ­мар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 529 кеше; 1920 — 604; 1939 — 442; 1959 — 386; 1989 — 386; 2002 — 422; 2010 —...

ЭТҠОЛАҠ

ЭТҠОЛАҠ (Symphytum), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда да­рыулы Э. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ҡытыршы төклө үлән. Һабағы ҡырлы, тарбаҡлы, төҙ, бейеклеге 30—100 см. Япрағы эре, оҙонса‑йомортҡа...

ЭТНИК ДӨЙӨМЛӨК, ҡара: Этнос

ЭТНИК ДӨЙӨМЛӨК, ҡара: Этнос. 

ЭТНИК ҠАТЛАМ ТӨРКӨМДӘРЕ

ЭТНИК ҠАТЛАМ ТӨРКӨМДӘРЕ, айырым халыҡ төркөмөнөң ҡатлам өҫтөнлөктәре һәм бурыстарын (ҡара: Казак ҡатламы), йәки этностың ҡатлам статусын алыуға бәйле бүленә. Э.ҡ.т. этник (мәҙәни‑тел) һәм соц. берлек араһында билдәле булмаған урын биләй. Термин 20 б. аҙ. Р.Ғ.Кузеев тарафынан индерелә. Ҡатлам бер этностың,...

ЭТНИК МӘҘӘНИӘТ

ЭТНИК МӘҘӘНИӘТ, билдәле этносҡа хас матди һәм рухи мәҙәниәт элементтары йыйылмаһы. Этногенез һәм этник тарих барышында формалаша, этностың төп билдәләренең береһе булып тора. Башҡорттарҙың традицион Э.м. йолалар, традициялар, тел (ҡара: Башҡорт теле), дин, йола хоҡуғы нормалары, биҙәү‑ҡулланма сәнғәте,...

ЭТНИК ПРОЦЕСТАР

ЭТНИК ПРОЦЕСТАР, этногенез һәм этник тарих барышында этнос‑ара эшмәкәрлек йәки этностың эске эволюцияһына бәйле айырым этник компоненттарҙың, этностың йәки уның бер өлөшөнөң үҙгәреүе. Эволюцион (этносты берләштергән) һәм трансформацион (этносты бүлгән) Э.п. айырыла. Этносты берләштергән процестар этностың...

ЭТНИК ТӨРКӨМДӘР

ЭТНИК ТӨРКӨМДӘР, башҡорттарҙа этностың традицион мәҙәниәттә, телдә үҙенсәлектәре булған һәм этник үҙаңын һаҡлаған территориаль яҡтан айырымланған өлөшө. Волга‑Урал тарихи‑этнография өлкәһе терр‑яһында Кама‑Ыҡ башҡорттары, Пермь башҡорттары, Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ‑Кәмәлек башҡорттары, Ырымбур...

ЭТНИК ҮҘАҢ

ЭТНИК ҮҘАҢ, кешенең билдәле этносҡа ҡарауын аңлауы; этник ҡиммәттәргә, туған телгә, мәҙәниәткә (ҡара: Этник мәҙәниәт) тартылыуы, тарихи яҡтан формалашҡан йәшәү терр‑яһы. Э.ү. этносҡа хас булған идеологияны, донъяға ҡарашты, инаныуҙарҙы сағылдыра. Этник тарих барышында формалаша, халыҡтың этнос булараҡ...

ЭТНОАРХЕОЛОГИЯ

ЭТНОАРХЕОЛОГИЯ, археологик һәм этнографик мәғлүмәттәр нигеҙендә халыҡтарҙың матди мәҙәниәтен өйрәнгән фән. 20 б. уртаһында барлыҡҡа килә. Башҡортостанда Э. объекттары — 13 —18 бб. археологик ҡомартҡылары һәм этнографик экспедициялар барышында йыйылған 19 — 20 бб. башҡорт этнографияһы материалдары. Археологик...

ЭТНОБОТАНИКА

ЭТНОБОТАНИКА, халыҡтың үҫемлектәр т‑дағы белемен системаға һалған ботаника бүлеге. Э. төп бурыстары: этностар тарафынан үҫемлектәр донъяһы объекттарын файҙаланыу үҙенсәлектәрен, этник мәҙәниәт үҫешенең экосистемалар м‑н бәйләнешен асыҡлау. Башҡортостан Э. б‑са иң тәүге мәғлүмәттәр 18 б. ғалим‑сәйәхәтселәре...

ЭТНОГЕНЕЗ

ЭТНОГЕНЕЗ (этнос һәм ...генез), этник берлектәрҙең барлыҡҡа килеү һәм үҫеү процесы; этностың этник тарихының башланғыс этабы. Этник процестар барышында төрлө этник компоненттар ассимиляциялана йәки этнографик төркөмдәр һәм этник төркөмдәр бүленә. Э. барышында тәбиғи‑геогр. шарттар, соц.‑иҡт. үҫеш кимәле...

ЭТНОГРАФИК КОЛЛЕКЦИЯЛАР

ЭТНОГРАФИК КОЛЛЕКЦИЯЛАР, этностың матди мәҙәниәте предметтарын һәм этнографик төркөмдәрҙә уның урындағы варианттарын үҙ эсенә ала. Башҡорттарҙың Э.к. Академик экспедициялар, этнографик экспедициялар барышында, 18 — 21 бб. ғалимдары тарафынан тупланған. Рәсәй этнография музейында (С.‑Петербург) башҡорт...

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР

ЭТНОГРАФИК ТӨРКӨМДӘР, этностың билдәле терр‑яла тупланып йәшәгән, тел үҙенсәлектәрен һәм мәҙәниәтенең айырым компоненттарын һаҡлаған өлөшө. Э.т. оҙайлы ваҡыт дауамында тәбиғи‑геогр., хужалыҡ, тарихи, этник, демографик, сәйәси һ.б. факторҙар йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Башҡорттарҙа көньяҡ‑көнсығыш,...

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

ЭТНОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, этностың традицион мәҙәниәте материалдарын йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. Башҡорттар, уларҙың таралыу терр‑яһы, көнкүреше, дини ҡараштары, йолалары һ.б. т‑да тәүге мәғлүмәттәр Ибн Фаҙлан, Ибн Хордадбех, Сәлләм Тәржемән һ.б. хеҙмәттәрендә тупланған. 18 б....

ЭТНОГРАФИЯ, ҡара: Этнология.

ЭТНОГРАФИЯ, ҡара: Этнология.

ЭТНОКОНФЕССИОНАЛЬ ТӨРКӨМДӘР

ЭТНОКОНФЕССИОНАЛЬ ТӨРКӨМДӘР, ағзалары дин б‑са бүленгән этник төркөмдәр. Э.т. этностыңбер өлөшөнөң икенсе дин ҡабул итеүе йәки башҡа этник һәм дини мөхиткә күсеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, ул Э.т. этник үҙаңдың, мәҙәни, хужалыҡ итеү, тел һ.б. үҙенсәлектәрҙең үҙгәреүенә булышлыҡ итә. 16—18 бб. Башҡортостанда...

ЭТНОЛИНГВИСТИКА

ЭТНОЛИНГВИСТИКА, телде мәҙәниәткә булған мөнәсәбәтендә, телдең йәшәүендә һәм эволюцияһында тел, этномәҙәни, этнопсихологик факторҙарҙың бәйләнешен өйрәнгән тел ғилеме йүнәлеше. Тел тарихы мәсьәләләре, унда матди һәм рухи мәҙәниәттең сағылышы башҡорт тикшеренеүселәре тарафынан әүҙем өйрәнелә. Башҡорт...