Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҠУТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯҠУТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 35 км һәм Мораптал т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 527 кеше; 1920 — 847; 1939 — 430; 1959 — 357; 1989 — 291; 2002 — 344; 2010 — 343 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ЯҠШАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ЯҠШАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарат а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнб. табан 47 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 434 кеше; 1920 — 571; 1939 — 399; 1959 — 326; 1989 — 152; 2002 — 97; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯҠШЕМБӘТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

ЯҠШЕМБӘТ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ыҫ­майыл й. (Оло Юшатыр й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 581 кеше; 1920 — 808; 1939 — 732; 1959 — 800; 1989 — 743; 2002 — 837; 2010 — 835 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ЯҠШЕМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ЯҠШЕМБӘТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мораҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 249; 1939 — 239; 1959 — 281; 1989 — 243; 2002 — 230; 2010 — 190 кеше. Башҡорттар...

ЯҠШЫБАЕВ Роберт Әсғәт улы

ЯҠШЫБАЕВ Роберт Әсғәт улы [17.5.1952, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Үтәғол а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1992), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Урал ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) 1977 й. алып шунда...

ЯҠШЫБАЕВ Сабит Ғәбделбасир улы

ЯҠШЫБАЕВ Сабит Ғәбделбасир улы [1890, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Һөйәрғол а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 14.7.1930, Өфө], сценограф. 1912 й. Ҡазан художество мәктәбендә уҡыған. Әүжән‑Петровск­ заводтарында һәм алтын приискыларында, 1912 й. алып “Сәйяр” театр труппаһында, Граждандар­ һуғышы йылдарында ҡыҙылармеецтар...

ЯҠШЫБАЕВА Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы

ЯҠШЫБАЕВА Лира Миңлеәхмәт ҡыҙы (15.2.1947, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Сәйетбаба а.), яҙыусы. Яҙыу­сылар­союзы ағзаһы (2004). БДУ‑ны тамамлаған (1975). 1969—2002 йй. Баймаҡ р‑ны, Сибай ҡ. мәктәптәрендә уҡыта. “Һылыу ҡарағас” исемле тәүге китабы 2005 й. сыға. Шулай уҡ Лира Әхмәт‑Яҡшыбаева псевдонимы м‑н баҫыла....

ЯҠШЫҒОЛОВ Сафуан Суфиян улы

ЯҠШЫҒОЛОВ Сафуан Суфиян улы [1871 й. апр., Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Илсеғол а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) – 1931 й. июле, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Яңы Яппар а.], мәғрифәтсе‑шағир. Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән а. мәҙрәсәне­ тамамлағандан һуң (1895) мулла, Яңы Яппарҙа үҙе асҡан мәктәптә уҡытыусы булып эшләй....

ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВ Йәркәй Әнүәр улы

ЯҠШЫДӘҮЛӘТОВ Йәркәй Әнүәр улы (1.1.1943, Баймаҡ ҡ. – 8.9.2005, Өфө), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1989). Журналис­тар­ союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Баймаҡ һәм Ҡыйғы р‑ндары мәктәптәрендә эшләй. 1972–78 йй. (өҙөклөк м‑н) һәм 1987 й. алып “Башҡортостан пионеры” (ҡара:...

ЯҠШЫМБӘТОВ Малик Нәсих улы

ЯҠШЫМБӘТОВ Малик Нәсих улы (18.4.1944, Кемерово ҡ. — 18.2. 1993, Өфө, БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Асҡар а. ерләнгән), кинорежиссёр. Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлағандан һуң (1969; Г.Н.Чухрай оҫтаханаһы) “Казахфильм” к/ст, 1985 й. алып “Казахтелефильм” студияһында (Алма‑Ата) эшләй. 1991—93 йй....

ЯЛАЛОВ Фәрит Ғәбделғәзиз улы

ЯЛАЛОВ Фәрит Ғәбделғәзиз улы (11.4.1951, БАССР‑ҙың Илеш районы Һеңрән а.), педагог. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1973) Илеш районының Рсай урта мәктәбе директоры. 1983 й. алып 11‑се урта мәктәптең...

ЯЛАН БӨРКӨТӨ

  ЯЛАН БӨРКӨТӨ (Aquila rapax), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ Африкала, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 65— 86 см, ауырлығы 2,3—4,9 кг (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 175—260 см. Ҡауырһыны ҡуйы ҡуңыр төҫтә, арҡаһында...

ЯЛАН ЗАВОДЫ

ЯЛАН ЗАВОДЫ, 1724 й. Себер­ да­руғаһы Терһәк, Һалйот һәм Һеңрән улустары башҡорттарының ерҙәрендә Ялан й. (Кама й. басс.) буйында ҡаҙна тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: ҡаҙна, 1759 й. алып һәм 1864—1912 йй. Турчаниновтар (1832— 61 йй. һәм 1896—1912 йй....

ЯЛАН ЗАКАЗНИГЫ

ЯЛАН ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. Дүртөйлө р‑ны Әңгәсәк а. төнь­яҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң яр буйында урынлашҡан. Майҙаны — 3,9 мең га, терр‑яһының 70,1%‑ын урман, 9,0%‑ын һаҙлыҡ ҡаплаған. Заказникта тәби­ғәт­ ҡомартҡыһы булып торған Ҙур Ялан күле ята. Рельефы һыубаҫар туғайҙарҙан,...

ЯЛАН ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘГЕ

ЯЛАН ЗӘҢГӘР КҮБӘЛӘГЕ (Neolycaena rhymnus), күбәләктәр отрядының зәңгәр күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияла таралған. Ҡанат йәйеме 2,3—2,5 см, өҫкө яғы ҡуңыр төҫтә; аҫҡы яғы — ваҡ аҡ таплы көрән йәки аҡһыл көрән. Инә күбәләк йомортҡаларын ҡыуаҡ селектең бер йыллыҡ ботаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтарының...

ЯЛАН ЙӘРКӘЙ”, башҡорт халыҡ йыры

“ЯЛАН ЙӘРКӘЙ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон­көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. М.А.Буранғолов Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны Мерәҫ а. яҙып ала, варианттары “Башҡорт халҡ ­йырҙары” йыйынтығында (Х.Ф.Әхмәтов Ғ.Ғ. Ушановтан яҙып алған инструменталь варианты) һәм “Башҡорт халыҡ ижады” китабында (1‑се том, 1954;...

ЯЛАН ЙЫЛАЙЫРЫ, Крепостной Йылайыр, йылға

ЯЛАН ЙЫЛАЙЫРЫ, Крепостной Йылайыр, йылға, Һаҡмар й. уң ҡушылдығы. Баймаҡ р‑ны Шүлкә утарынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 12 км алыҫлыҡта башлана. Баймаҡ һәм Йылайыр р‑ндары буйлап төньяҡтан көньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Һаҡмар й. (тамағынан 584 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 100 км, басс. майҙаны 897 км2,...

ЯЛАН КАНТОНЫ

ЯЛАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. Кантонға Силәбе өйәҙенең­ Карасевка, Ҡатай, Һарт‑Ҡалмаҡ һәм Һарт‑Әбдрәшит улустары инә. Си­лә­бе­ өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Тәңрекүл ауылы. Майҙаны — 4620 км2. Халҡы: 1920 й. — 40921 кеше. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 14 июнендәге...

ЯЛАН КӨЙГӘНӘГЕ

ЯЛАН КӨЙГӘНӘГЕ (Circus macrourus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 43—53 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 300—500 г, инә ҡоштарҙыҡы — 370—600 г, ҡанат йәйеме 95—120 см. Ата ҡоштоң ҡауырһыны аҡһыл күк, түше, ян‑яғы, ҡорһағы аҡ төҫтә....

ЯЛАН ТӘГӘРЛӘГЕ

ЯЛАН ТӘГӘРЛӘГЕ, т ә г ә р ҙ ә к (Chettusia gregaria), сәпсәү һымаҡтар отрядының сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Волга буйында, Алтайҙа таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 22—30 см, ауырлығы 170—270 г, ҡанат йәйеме 65—70 см. Арҡаһындағы ҡауырһыны ҡыҙғылт һары һәм һоро төҫмөрлө ҡом төҫөндә, түше ҡыҙғылт...