Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒИЛМИ МЕДИЦИНА КИТАПХАНАҺЫ

ҒИЛМИ МЕДИЦИНА КИТАПХАНАҺЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1953 й. Өфө санитария мәғарифы йорто (ҡара: Медицина үҙәктәре) китапханаһы базаһында ойошторола, 2003 й. алып Медицина мәғлүмәт‑аналитика үҙәгенең Ғ.м.к. фондында 120 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. мед. б‑са 230 һирәк китап, 200‑ҙән ашыу периодик баҫма...

ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, фән һәм производствоны берләштереүҙе ойоштороу формаһы. Ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ, технологик ойошмаларҙы, тәжрибә производстволарын һәм заводтарҙы берләштергән берҙәм ғилми- производство һәм хужалыҡ итеү комплексы. ҒПБ‑ларҙа төп роль ғилми-техник йәмғиәттәргә...

ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ

ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Ҡомартҡыларҙы һаҡлау производство төркөмө булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү., 2001 й. — Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыуы...

ҒИЛМИ-ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР

ҒИЛМИ‑ТЕХНИК ЙӘМҒИӘТТӘР, инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең, производство новаторҙарының һәм ғалимдарҙың производствоны камиллаштырыуға һәм фәнни‑техник прогресты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүсе ирекле ойошмалары. Рәсәйҙә Ғ.‑т.й. 19 б. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. 1921 й. РСФСР Хөкүмәте тарафынан ғилми йәмғиәттәргә...

ҒИЛМИЙӘРОВА Софья Григорьевна

ҒИЛМИЙӘРОВА Софья Григорьевна (12.9.1951, Бөрө ҡ.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Өфөнөң 8‑се мәктәбе уҡытыусыһы, 1976 й. алып БАХИ‑ла эшләй. 1987 й. — БДПУ уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре экология б‑са белем биреү проблемаларына арналған....

ҒИЛМИЙӘРОВА Фрида Насир ҡыҙы

ҒИЛМИЙӘРОВА Фрида Насир ҡыҙы (5.6.1937, Өфө), биохимик. Мед. ф. д‑ры (1976), проф. (1979). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РСФСР- ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1984). БДМИ‑ны тамамлаған (1961). 1964 й. алып Һамар мед. ин‑тында эшләй (1985 й. башлап лаб. диагностика м‑н фундаменталь һәм клиник биохимия...

ҒИМАҘИЕВ Үзбәк Ибраһим улы

ҒИМАҘИЕВ Үзбәк Ибраһим улы [5.8.1920, АСБР‑ҙың Табын кантоны Яңы Ҡарамалы а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 13.8.1987, Өфө], әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1985). Журналистар союзы ағзаһы. ВКП(б)-ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбен (Өфө, 1949), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен...

ҒИМАЕВ Илдар Рәйес улы

ҒИМАЕВ Илдар Рәйес улы (14.2. 1962, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Айыт а. — 16.6.2008, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), хоҡуҡ белгесе, иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1997), юридик ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2002). БАХИ‑ны (1985), РФ ЭЭМ‑ының С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (2002). 1985 й. алып Бишбүләк...

ҒИМАЕВ Ирек Фәрит улы

  ҒИМАЕВ Ирек Фәрит улы (2.9.1957, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Һыуыҡҡул а.), спортсы. Шайбалы хоккей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1979), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1985). “Салауат Юлаев” СДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.М.Азаматов). Салауат Юлаев исемендәге...

ҒИМАЕВ Рәғиб Нәсретдин улы

ҒИМАЕВ Рәғиб Насретдин улы (1.1.1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Ибрай а. — 29.1.2016, Өфө), химик‑технолог. БР ФА академигы (1991), техник фәндәр докторы (1977), профессор (1978). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР-ҙың (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте...

ҒИМАЛЕТДИНОВ Ильяс Ҡадир улы

ҒИМАЛЕТДИНОВ Ильяс Ҡадир улы (20.5.1973, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ҡайынлыҡ а.), механик. БР ФА проф. (2016), физика-матем. ф. д‑ры (2007), проф. (2009). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1995) шунда уҡ эшләй. 2000 й. алып БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында: 2001 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 2007 й. — ғәмәли...

ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы

ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы [22.6.1922, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 24.9.2006, Өфө], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1961). РСФСР (1987) һәм БАССР (1969) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы...

ҒИМАЛОВА Фәниә Булат ҡыҙы

ҒИМАЛОВА Фәниә Булат ҡыҙы (15.10.1949, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Әжекәй а.), физик. РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2008). БР‑ҙың мәғариф алдынғыһы (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Өфөлә эшләй: 81‑се урта мәктәптә, 1974 й. алып Химия ин‑тында, 1985 й. — Геология ин‑тында, 1993— 2011 йй....

ҒИМАЛОВА Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы

ҒИМАЛОВА Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы (3.10.1957, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбирҙе а.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (2007), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Органик химия ин‑тында эшләй: 1993 й. алып — өлкән, 2008 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге 11‑дезоксипростагландиндарҙы, простагландиндарҙың...

ҒИМРАНОВ Вәлийән Вәлиулла улы

ҒИМРАНОВ Вәлийән Вәлиулла улы (26.2.1952, Чкалов өлк. Пилюгино а.), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (2006), проф. (2007). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ уҡыта: 2009 й. алып ветеринария ф‑ты деканы, 2012 й. — морфология, патология, фармация һәм йоғошһоҙ ауырыуҙар каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ҒИМРАНОВ Мансур Ғимран улы

ҒИМРАНОВ Мансур Ғимран улы [13.8.1917, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Күгәрсен-Бүләк а. (БР-ҙың Шаран р‑ны) — 8.1.2009, Өфө], микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949)...

ҒИМРАНОВ Эрнст Ғайса улы

ҒИМРАНОВ Эрнст Ғайса улы (22.11.1939, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1990), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1992). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) шунда уҡ эшләй (1988—95 йй. авиация двигателдәре ф-ты деканы). Фәнни тикшеренеүҙәре ғәмәли газ динамикаһы һәм осоусы аппарат двигателдәренең...

ҒИНИӘТУЛЛИН Марат Ғиндулла улы

ҒИНИӘТУЛЛИН Марат Ғиндулла улы (8.3.1953, Үзбәк ССР‑ының Балыҡсы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2005). БАХИ‑ны тамамлаған (1975). 1976 й. алып Нуриман р‑нында: а.х. идаралығында зоотехник‑умартасы, 1977 й. башлап ВЛКСМ‑дың район ком‑ты секретары. 1979 й....

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы

ҒИНИӘТУЛЛИН Талха Йомабай улы [(урыҫса баҫмаларҙа псевдонимы: Анатолий Генатулин) 20.4.1925, БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы районы) — 7.11.2019, шунда уҡ], яҙыусы. БР-ҙың халыҡ яҙыусыһы (2010). БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). Б.В....

ҒИНИӘТУЛЛИНА Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы

ҒИНИӘТУЛЛИНА Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы (17.10.1936, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Ямаҙы а. — 22.12.2019), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982). БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1986). 1955 й. алып “Коспашуголь” тресында (Пермь крайы), 1957 й. — Урал вагондар эшләү заводында (Түбәнге Тагил ҡ.) эшләй. 1964—87 йй. “Краснохолмскнефть”...