Список материалов
ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Хәбибулла Ғөбәйҙулла улы
ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Хәбибулла Ғөбәйҙулла улы [23.2.1930, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 4.11.2010, Өфө], агроном. А.х. ф. канд. (1967). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Мәсетле МТС‑ында агроном булып эшләй, 1956 й. алып БНИИСХ‑ла: 1964...
ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Зәйтүнә Хатип ҡыҙы
ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Зәйтүнә Хатип ҡыҙы (2.1.1936, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Аҙау а.), хор дирижёры. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1975). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1961), Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктын (1966; икеһе лә — М.П.Фоменков класы) тамамлаған. 1961—69 йй. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында,...
ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы
ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14.10.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Мәзит а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) “Октябрь байрағы” (ҡара: “Зианчуринские зори”) гәз....
ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы
ҒӨЗӘЙЕРОВ Ғарифулла Вәли улы (14.8.1911, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а., хәҙ. БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Иҫке Ибрай а., — 2.11.1993, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1958). ВКП(б) ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1942) тамамлаған. 1935 й. алып — “Йәш төҙөүсе” (ҡара: “Йәншишмә”)...
ҒӨЗӘЙЕРОВ Морат Баҡый улы
ҒӨЗӘЙЕРОВ Морат Баҡый улы (22.10.1950, Силәбе ҡ.), инженер-электромеханик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй: 1980 й. алып...
ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы
ҒҮМӘР (Ғүмәров) Ғариф Мортаза улы [10.12.1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 18.8.1974, Өфө], яҙыусы, тәржемәсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1971). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡый (1904—...
ҒҮМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ
ҒҮМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ, б.э.т. 8—3 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ырымбур өлк. Ғүмәр а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан. Стәрлетамаҡ ҡ. Пионерҙар һарайы экспедицияһы (етәксеһе Р.Б.Исмәғилев) тарафынан 1979 й. асыла һәм 1979—80 йй. өйрәнелә. Таш‑ер өйөмлө 5 ҡурғандан тора....
ҒҮМӘР ТОРАҺЫ II
ҒҮМӘР ТОРАҺЫ II, Ағиҙел мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5—4‑се мең йыллыҡтарға ҡарай. Мәсетле р‑ны Ғүмәр а. янында Әй й. бейек уң ярында урынлашҡан. 1968 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1972 й. ҡабат тикшерелә. 60 м2 ер ҡаҙылған. Керамика слюда һәм тальк ҡушылған балсыҡтан яһалған...
ҒҮМӘР, Ауырғазы р-нындағы ауыл
ҒҮМӘР, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Таштамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 171 кеше; 1939 — 116; 1959 — 100; 1989 — 109; 2002 — 103; 2010 — 85 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҒҮМӘР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл
ҒҮМӘР, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 27 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Батҡаҡлы й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 264 кеше; 1920 – 277; 1939 – 109; 1959 – 179; 1989 – 290; 2002 – 344; 2010 — 367 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ҒҮМӘР, Ишембай р-нындағы ауыл
ҒҮМӘР, Ишембай р-нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.-Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 442 кеше; 1920 – 658; 1939 –705; 1959 – 771; 1989 – 421; 2002 – 369; 2010 — 379 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...
ҒҮМӘР, Кушнаренко р-нындағы ауыл
ҒҮМӘР, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 86 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 920 кеше; 1920 — 1108; 1939 — 750; 1959 — 844; 1989 — 226; 2002 — 208; 2010 — 184 кеше. Башҡорттар,...
ҒҮМӘР, Мәсетле р-нындағы ауыл
ҒҮМӘР, Һарыса, Мәсетле р-нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 35 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 146 кеше; 1920 – 263; 1939 – 179; 1959 – 203; 1989 – 203; 2002 – 216; 2010 – 166 кеше. Башҡорттар...
ҒҮМӘРОВ Айытбай Әхмәт улы
ҒҮМӘРОВ Айытбай Әхмәт улы (26.11.1942, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны Сындәүләт а.), хирург. Мед. ф. д-ры (1987), проф. (1987). РФ-тың (2007) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. фән эшмәкәре, РФ-тың (2002) һәм БССР-ҙың (1991) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1973 й. тиклем Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында эшләй...
ҒҮМӘРОВ Әсғәт Ғәлимйән улы
ҒҮМӘРОВ Әсғәт Ғәлимйән улы (15.8.1937, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р-ны Иҫке Байыш а.), инженер-механик. БР ФА акад. (1991), техник ф. д-ры (1984), проф. (1986). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре, РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы...
ҒҮМӘРОВ Илдар Ибраһим улы
ҒҮМӘРОВ Илдар Ибраһим улы (23.9.1958, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Илсеғол а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (1999) һәм атҡ. (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) Сибай башҡ. драма театры, 1986 й. алып БАДТ актёры. Лирик-драматик пландағы актёр. Ғ. сәнғәтенә...
ҒҮМӘРОВ Кәбир Мөхәмәт улы
ҒҮМӘРОВ Кәбир Мөхәмәт улы (1.9. 1947, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Күгәрсен а.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2003), проф. (2006). Ташкент политехник ин‑тын тамамлаған (1970). 1974—79 йй. ӨНИ‑нең Салауат филиалында, 1982 й. алып Силәбе политехник ин‑тында уҡыта, 1988 й. — ИПТЭР‑ҙың бүлек мөдире. Фәнни...
ҒҮМӘРОВ Наил Әсғәт улы
ҒҮМӘРОВ Наил Әсғәт улы (18.1.1960, Өфө ҡ. — 18.1.2022, Вашингтон ҡ.), механик, математик. Физика‑математика фәндәре докторы (1992). Ә.Ғ.Ғүмәровтың улы. МДУ-ны тамамлағандан һуң (1981) 1983 й. тиклем СССР ФА‑ның Башҡортостан филиалында эшләй. 1987 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһе Төмән фәнни үҙәгенең...
ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы
ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы (24.12.1911, Өфө — 15.8.2003, шунда уҡ), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1962). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932—35 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыған (педагогтары Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин). 1936—41 һәм 1945—71 йй. Башҡ-н китап...
ҒҮМӘРОВ Риф Сәйфулла улы
ҒҮМӘРОВ Риф Сәйфулла улы (25.8.1950, ТАССР‑ҙың Урыссу ҡсб — 22.2.2010, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (2000). Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) Ҡаҙаҡ ССР‑ының Нефть сәнәғәте пр‑тиеларын...