Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҒӘЗИЗОВА Гүзәл Мостафа ҡыҙы

ҒӘЗИЗОВА Гүзәл Мостафа ҡыҙы (2.12.1954, Ырымбур ҡ.), цирк артисы, һауа гимнасы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1982). Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) 1997 й. тиклем Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт цирк компанияһында (1990 й. тиклем Башҡ. цирк коллективы составында) эшләй. Ю.Х.Ғәзизов...

ҒӘЗИЗОВА Рәйсә Рафаил ҡыҙы

ҒӘЗИЗОВА Рәйсә Рафаил ҡыҙы (7.4. 1953, Ҡурған-Түбә ҡ.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БДМИ- ны тамамлағандан һуң (1977) 1987 й. тиклем Өфөнөң 13‑сө ҡала дауаханаһында эшләй, 1989 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге гастроэнтерология проблемаларына арналған. Ғ. ҡатнашлығында нефть...

ҒӘЗИЗОВА Рейда Фәрүәз ҡыҙы

ҒӘЗИЗОВА Рейда Фәрүәз ҡыҙы (9.1.1933, Өфө ҡ. — 4.12.2020, шунда уҡ), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1995). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлағандан һуң (1954) 1958 й. тиклем Бөрө педагогия...

ҒӘЗИЗУЛЛИН Исмәғил Ҡорбан улы

ҒӘЗИЗУЛЛИН Исмәғил Ҡорбан улы (17.9.1946, Ишембай ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). П.П.Беньков ис. Респ. художество уч-щеһын (Ташкент) тамамлаған (1972). Ғ. ижадында 20 б. авангард сәнғәтенең йоғонтоһо һиҙелә, примитивлыҡ һәм кубизм һыҙаттарына өҫтөнлөк бирелә. Үҙенең эштәрендә рәссам көндәлек...

ҒӘЙЕТБАЙ Наил Әсхәт улы

ҒӘЙЕТБАЙ (Ғәйетбаев) Наил Әсхәт улы (20.6.1948, Баймаҡ ҡ.), драматург, прозаик. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011), БР‑ҙың атҡ. сәнғәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын (1972), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (1983), РСФСР‑ҙың...

ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы

ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы (6.1.1956, Октябрьский ҡ. — 7.5.2017, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2007). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). Хәҙ. һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлешенең күренекле вәкиле. Ассамбляж, станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика әҫ. авторы. Ғ....

ҒӘЙЗУЛЛИН Рәмил Мәүлит улы

ҒӘЙЗУЛЛИН Рәмил Мәүлит улы [25.9.1961, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Татлы а. (Межгорье ҡ.)], ҡурайсы. РФ‑тың атҡ. (2008), БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1994) артисы. ӨДСИ-не (1996; Р.Р.Рәхимов класы), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2002), Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт акад. (2010) тамамлаған. 1987...

ҒӘЙНАНОВ Адонис Ғарифйән улы

ҒӘЙНАНОВ Адонис Ғарифйән улы [27.1.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан районы) — 20.1.2012, Мәскәү ҡ.], геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1987). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1949) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге...

ҒӘЙНАНОВ Дамир Әхнәф улы

ҒӘЙНАНОВ Дамир Әхнәф улы (4.1.1956, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Урҙайбаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. иҡтисадсыһы (2002). ӨАИ‑ны тамамлаған (1978). 1981 й. тиклем һәм 1986 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта: 2000 й. башлап соц. һәм иҡт. системаларҙа идара итеү каф. мөдире, 2007 й. —...

ҒӘЙНАНОВ Риф Фәтҡелбаян улы

ҒӘЙНАНОВ Риф Фәтҡелбаян улы (14.5.1958, Октябрьский ҡ. – 14.11.2009, Таиланд, Мәскәүҙә ерләнгән), тренер. Пед. фәнд. канд (2002). Грек-рим көрәше б-са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991) һәм СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). РФ‑тың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2009). Физик культура үҙәк ин‑тын...

ҒӘЙНАНОВА Нурия Камалетдин ҡыҙы

ҒӘЙНАНОВА Нурия Камалетдин ҡыҙы (28.3.1942, Прокопьевск ҡ.), физиолог. Биол. ф. д‑ры (1992), проф. (1995). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2001). Семипалатинск зоотехния-ветеринария ин‑тын тамамлаған (1964). Фәнни тикшеренеүҙәре кеше һәм хайуандарҙың физиологияһы мәсьәләләренә арналған....

ҒӘЙНӘ

ҒӘЙНӘ, т а р х а н, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бисер‑Ғ., мул‑Ғ., түл‑Ғ., тор‑Ғ. Тамғалары: . Этник яҡтан Урта Азияныңтөрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ғәйнә” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар), ҡырғыҙҙарҙа, туваларҙа, удмурттарҙа, сыуаштарҙа билдәле. Ғ. формалашыуына уларҙыңбөрйән,...

ҒӘЙНЕТДИНОВ Дмитрий Валерьянович

ҒӘЙНЕТДИНОВ Дмитрий Валерьянович (19.6.1978, Өфө), спортсы. Велосипед спорты б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Урал физик культура акад. тамамлаған (2001). “Ағиҙел” олимпия әҙерлек үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары О.В.Комин, Р.Н.Латипов, А.С. Пасечников). Төркөмдәр уҙышында Донъя...

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мәүлетбай Сөләймән улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мәүлетбай Сөләймән улы [14.5.1938, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Үрге Этҡол а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 6.6.2014, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], йырсы. БР-ҙың халыҡ (1993) һәм БАССР- ҙың атҡ. (1984) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1971; М.Х. Хисмәтуллин класы) — Башҡ. филармонияһының...

ҒӘЙНЕТДИНОВ Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Миңләхмәт Ишмөхәмәт улы (22.4.1946, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Миҙәт а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Яңыбай а.), баянсы. БАССР-ҙың халыҡ (1987) һәм атҡ. (1977) артисы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1975; В.Ф.Беляков класы). 1967— 96 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, концертмейстеры, бер үк ваҡытта 1983—85 йй....

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мисбах Фәхри улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Мисбах Фәхри улы [8.5.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Бишкәзә а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 2.9.2011, Рязань ҡ.], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1980), проф. (1981). СССР Ауыл хужалығы техникаһы дәүләт ком‑ты отличнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1953). 1956 й. — Ҡазан ветеринария...

ҒӘЙНЕТДИНОВ Фазыл Минһаж улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Фазыл Минһаж улы (18.8.1946, ТАССР‑ҙың Аҡбаш а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999). БДМИ‑ны тамамлаған (1971). 1973 й. алып — Өфөнөң 8‑се, 1983 й. башлап 21‑се дауаханаһында эшләй. 1993 й. башлап БДМУ‑ла (2000 й. алып колопроктология курсы мөдире). Фәнни...

ҒӘЙНЕТДИНОВ Юлай Ишбулды улы

ҒӘЙНЕТДИНОВ Юлай Ишбулды улы (8.1.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Үрге Таулыҡай а.), ҡурайсы, фольклорсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (1994). РФ‑тың (2003), БАССР‑ҙың (1988) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Ҡурайсылар союзы ағзаһы (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй, 1978 й. алып БАССР‑ҙың Статистика идаралығы...

ҒӘЙНЕТДИНОВА Айһылыу Нәсих ҡыҙы

ҒӘЙНЕТДИНОВА Айһылыу Нәсих ҡыҙы (5.2.1977, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2004) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1994; педагогы Р.Ғ.Изгина) Ғәскәров Ф.исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Сәнғәтенә юғары оҫталыҡ, артислыҡ, һөйкөмлөлөк һәм камил техника хас,...

ҒӘЙНЕТДИНОВА Зәйнәб Нуретдин ҡыҙы

ҒӘЙНЕТДИНОВА (Чикреева) Зәйнәб Нуретдин ҡыҙы (16.8.1917, Өфө — 1.3.2007, шунда уҡ), йырсы (лирик-колоратуралы сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1941; М.В.Владимирова класы) 1967 й. тиклем БДОБТ солисы. 1969—95 йй. Башҡ. ҡурсаҡ...