Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАТА

ҠАТА, башҡорттарҙың ҡаты табанлы, үксәле, киң башлы традицион күн аяҡ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар Ҡ. булған. Тәрән, шайтанашыҡҡа етеп торған (калуш ҡата, күн ҡата), ҡайһы ваҡыт ҡыҫҡа (12 см тиклем) ике ҡатлы киндер йәки тула ҡуныслы Ҡ. кейгәндәр. Ҡунысһыҙ Ҡ. тула, кейеҙ йәки...

ҠАТАЙ

ҠАТАЙ, ҡытай, 1) башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәһе. Бәкәтин, ҡалмаҡ, Ҡ., терһәк, һалйот, һеңрән ҡәбиләләренән торған. 14—15 бб. барлыҡҡа килгән. 17—19 бб. төп таралыу терр‑ялары — Ағиҙел, Өфө йй. үрге ағымы, Оло һәм Кесе Эйек йй. үҙәндәре, Синара һәм Тинес (Исәт й. басс.) йй. араһы. 18 б. ҡәбиләләр...

ҠАТАЙ, һаҙлыҡ

ҠАТАЙ, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Әшит а. төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күтәренке һаҙлыҡ, ситендә күсмә һәм уйһыу, дөйөм майҙаны 1769 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,9 м, иң ҡалыны — 4,5 м. Туйыныуы ҡатнаш. Аҡ ҡайын, бүленгән эт дегәнәге, ҙур сөйәл үләне, урман ҡолонғойроғо,...

ҠАТИЛ, эпос персонажы

ҠАТИЛ (ғәр. – үлтереүсе), “Урал батыр” эпосы персонажы. Ерҙәре тау‑тау кеше һөйәктәре м‑н ҡапланған һәм ҡан м‑н һуғарылған илдең аяуһыҙ, ҡан эскес батшаһы; тыуына ҡоҙғон һүрәте төшөрөлгән (башҡорттарҙың һәм байтаҡ башҡа халыҡтарҙың инаныуҙары б‑са, ҡоҙғон — үлем символы). Ҡот осҡос ҡиәфәтле (“Бураланған...

ҠАТЛАМ

ҠАТЛАМ, сословие, нәҫел б‑са бирелгән хоҡуҡ һәм бурыстарға (улар йола йәки закон м‑н раҫланған) эйә булған соц. төркөм. Ҡатламлы ҡоролошта иерархия була, ул хоҡуҡ һәм өҫтөнлөктәрҙең тиңһеҙлегендә сағыла. Ҡайһы бер Ҡ. бер ни тиклем сикләнгәнлек, айырым йәшәү рәүеше һәм әхлаҡ хас. 16 б. уртаһынан Рәсәйҙә...

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ

ҠАТЛАМДАРҘЫҢ НЕФТЬ БИРЕҮСӘНЛЕГЕ, ер аҫтын һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау талаптарына ярашлы, нефть сығарыуҙа иҡт. рентабеллектең сигенә тиклем заманса технологиялар ҡулланып, ятыштарҙы үҙләштереүҙә ҡатламдан нефть запастарын (дөйөм, геол.) сығарыу дәрәжәһе. Һан м‑н баһалау өсөн Ҡ.н.б. коэф. (сығарылған...

ҠАТМАРЛЫ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР

ҠАТМАРЛЫ ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР, үҫемлектәр донъяһының ике ярым батшалығының береһе. Ҡ.т.ү. яҡынса 300 мең төрө билдәле, улар түбәндәге бүлектәргә берләшкән: мүк һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, псилот һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, абаға һымаҡтар, яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәр. Ҡ.т.ү. — ер...

ҠАТЫ ЕСЕМ

ҠАТЫ ЕСЕМ, матдәнең форма тотороҡлолоғо һәм тигеҙләнеш торошо тирәһендә ҙур булмаған тирбәлеүҙәр башҡарған атомдарҙың йылылыҡ хәрәкәте характеры м‑н айырылып торған агрегат хәле. Төҙөлөшө б‑са кристалл хәлендәге (миним. эске энергиялы тотороҡло хәл, атомдарҙың кристалл рәшәткәһе узелдарында урынлашыуының...

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ

ҠАТЫ ЕСЕМДӘР ФИЗИКАҺЫ, физиканың яңы материалдар алыу маҡсатында ҡаты есемдәрҙең үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге; бик күп өлөшсәләрҙән (1 см3 яҡынса 1022) торған конденсирланған системаларҙың квант физикаһы булараҡ үҫешә. Ҡ.е.ф. тикшереү объекттары б‑са металлофизика, ярым үткәргестәр,...

ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР

ҠАТЫ ҠАНАТЛЫЛАР, ҡуңыҙҙар (Coleoptera), бөжәктәр отряды. 140‑тан ашыу ғаиләһе, яҡынса 300 мең төрө билдәле; БР‑ҙа 1,2 меңдән ашыу төрө бар. Туҡланыу тибы б‑са 3 ярым отрядҡа бүләләр: архостематтар (Cupedidae һәм Micromaltidae ғаиләләре), йыртҡыстар (бызылдауыҡтар, йөҙгәләктәр, ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар, һыу...

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ

ҠАТЫ ФАЙҘАЛЫ ҠАҘЫЛМАЛАР ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, Ер аҫтынан мәғдәнле файҙалы ҡаҙылмалар (ФҠ), металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар, яна торған ҡаты ФҠ (күмер, торф) сығарыу б‑са ойоштороу‑техник саралар системаһы. ФҠ есемдәре формаһының ҙурлығы һәм ятышының тәрәнлеге, физик үҙенсәлектәре һәм уларҙы һыйҙырған...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ, янған ваҡытта ҙур күләмдә йылылыҡ бүлеп сығарыусы, энергия сығанағы сифатында ҡулланылыусы янар углеродлы матдә. Сығышы б‑са тәбиғи (нигеҙҙә, каустобиолиттар — органик сығышлы файҙалы ҡаҙылмалар; ш. уҡ үҙағас, үҫемлек ҡалдыҡтары — һалам, ҡабыҡ һ.б. инә) һәм яһалма (тәбиғи яғыулыҡтарҙы...

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ

ҠАТЫ ЯҒЫУЛЫҠ ХИМИЯҺЫ, ҡаты яғыулыҡтың килеп сығышын, составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен, эшкәртеү ысулдарын (механик, термик, химик) һәм ҡулланылышын өйрәнеүсе фән. Органик химия, коллоидтар химияһы, юғары молекуляр берләшмәләр химияһы, геология, геохимия, петрография һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Өйрәнеү...

ҠАТЫҠ

ҠАТЫҠ, ойотҡан, башҡорт аш-һыуының традицион һөт аҙығы. Евразияның күп халыҡтарында осрай. Башҡорттар Ҡ. ҡуйы йәки айыртылған һөттән эшләй; һөттө ҡайнаталар, һыуыталар һәм ныҡ әсегән Ҡ., әсегән ҡаймаҡ, айран йәки май айраны ҡушып ойоталар. Өлгөрһөн өсөн бер нисә сәғәткә йылы урынға ҡуялар. Яңы Ҡ. (сөсө...

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР СОЮЗЫ

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР СОЮЗЫ, республиканың ижт.-сәйәси, иҡт., соц. һәм мәҙәни тормошонда ҡатын-ҡыҙҙың ролен күтәреү, уның хеҙмәт һәм ижади ҡеүәтен арттырыу, ғаиләне нығытыу һәм уның мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында ойошторолған ижт. хәрәкәт. Өфөлә урынлашҡан. 1987 й. алып Башҡ‑н респ. ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы булараҡ...

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. Башта ирҙәр м‑н тиң хоҡуҡлылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡт., хоҡуҡи һәм соц. хәлен үҙгәртеү өсөн сығыш яһай. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. майы) һәм 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 й. июле) ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе б‑са резолюциялар...

ҠАУАРҘЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠАУАРҘЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 61 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 76 км алыҫлыҡта Ҡауарҙы й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1067 кеше; 1920 – 1480; 1939 – 1628; 1959 – 928; 1989 – 877; 2002 – 908; 2010 – 818 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАУҘЫ БАШЫ

ҠАУҘЫ БАШЫ, торна үләне (Erodium), яран һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 80‑дән ашыу төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда торна үләне, йәки грабельки үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы күтәрелеүсән, төбөндә төклө, ныҡ тармаҡлы, 10—40 см бейеклектә....

ҠАУҘЫ ҺЫМАҠТАР

ҠАУҘЫ ҺЫМАҠТАР, оҙон сираҡлылар (Ciconiiformes), ҡоштар отряды. 6 ғаиләһе, 118 төрө билдәле. Башҡортостанда ҡауҙылар һәм селәндәр ғаиләләренә ҡараған 4 төрө осрай. Эре (ҡара ҡауҙы, кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (бәләкәй күл буғаһы, 33 см һәм 145 г) күсәр ҡоштар....

ҠАУЫН-ҠАРБУЗ КУЛЬТУРАЛАРЫ

ҠАУЫН-ҠАРБУЗ КУЛЬТУРАЛАРЫ, аҙыҡ, мал аҙығы итеп ҡулланыу һәм техник маҡсаттарҙа үҫтерелгән ҡабаҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр. Ҡ.‑ҡ.к. ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын инә. Йылы яратыусандар, үҫемлектәрҙең үҫеүе һәм емеш биреүе өсөн иң ҡулай т‑ра 23—28°С, ҡоролоҡҡа сыҙамлылар. Башҡортостанда башлыса ҡабаҡ...