Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠОРҘАР

ҠОРҘАР (Lyrurus), тауыҡ һымаҡтар отрядының ҡорҙар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар. Ҡ. (Lyrurus tetrix) һәм кавказ Ҡ. билдәле, Евразияла таралғандар. Башҡортостанда ҡор йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 40—50 см, ауырлығы 0,9—1,5 (ҡайһы берҙә 1,8‑гә тиклем) кг, инә ҡор бәләкәйерәк. Ата ҡош күкһел шәмәхә кеүек...

ҠОРҠОТ АТА

ҠОРҠОТ АТА, күп төрки телле халыҡтарҙың, ш. иҫ. башҡорттарҙың, легендар ырыу башы һәм изге ҡурсалаусыһы. “Башҡорттар ҡайҙан килгән” легендаһы б‑са, ул башҡорттарҙы Алтай яғынан алып килә һәм уларға хәҙ. йәшәгән урындарын күрһәтә; ҡырғыҙнәҫеле шәжәрәһенә ярашлы, Ҡ.а. уларҙың нәҫел башлығы була. Ҡ.а....

ҠОРМАЕВ Әхтәм Нурый улы

ҠОРМАЕВ Әхтәм Нурый улы [25.9.1906, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Баҡай а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.) — 21.12.1990, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Мәскәү сәнәғәт‑иҡт. ғәмәли ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) БАССР Финанс ХК‑нда эшләй. 1933 й. алып БАССР Дәүләт хеҙмәт һаҡлыҡ кассалары һәм дәүләт...

ҠОРМАЕВА Әлфиә Әхтәм ҡыҙы

ҠОРМАЕВА Әлфиә Әхтәм ҡыҙы (16.4.1945, Өфө), аллерголог, дерматолог. Мед. ф. д‑ры (1986), проф. (1990). Ә.Н.Ҡормаевтың ҡыҙы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй: 1979 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р, 1982 й. — лаб. мөдире, 1986 й. — бүлек мөдире; 1988—98 йй. БДПИ‑ның...

ҠОРМАНАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ

ҠОРМАНАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Оло Ҡорманай мәмерйәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ауырғазы р‑ны Ҡорманай а. көнсығыш ситендә Ауырғазы й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге ауыш үткел һәм каналдарҙан торған лабиринттан...

ҠОРМАНАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ҠОРМАНАЙ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Өршәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2069 кеше; 1920 – 2543; 1939 – 1776; 1959 – 757; 1989 – 417; 2002 – 324; 2010 – 306 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта...

ҠОРМАНАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ҠОРМАНАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Соҡаяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 768 кеше; 1920 – 781; 1939 – 680; 1959 – 569; 1989 – 481; 2002 – 434; 2010 – 428 кеше. Мариҙар...

ҠОРМАНАЙБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл

ҠОРМАНАЙБАШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Ҡорманай й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 381 кеше; 1920 – 551; 1939 – 404; 1959 – 327; 1989 – 175; 2002 – 209; 2010 – 194 кеше. Татарҙар йәшәй...

ҠОРМАНҒӘЛИЕВ Мөхәмәт Миңлеғәле улы

ҠОРМАНҒӘЛИЕВ Мөхәмәт Миңлеғәле улы (4.9.1916, Тубыл губ. Тара ҡ. — 18.9.1994, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Себер урман‑техника ин‑тын тамамлаған (1941, Красноярск ҡ.). 1945 й. алып Пижма урман комб‑тының (Горький өлк.) баш инженеры. 1950 й. башлап БАССР Урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте...

ҠОРМАНТАУ МӘҘӘНИӘТЕ

ҠОРМАНТАУ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты аҙағы — иртә тимер быуат башы археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 11—6 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. эргәһендәге торама исеме б‑са аталған. Башҡортостанда Ҡ.м. ҡомартҡылары (40‑ҡа яҡын) Ағиҙел й. урта һәм түбәнге ағымында тупланған (Иҫке Нуғай торалары, Касьянов тораһы,...

ҠОРМАНТАУ ТОРАҒЫ

ҠОРМАНТАУ ТОРАҒЫ, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 4—2 бб. ҡарай. Ғафури р‑ны Ҡормантау а. көньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта Ҡормантау һыртында урынлашҡан. 20 б. 20‑се йй. М.И.Касьянов тарафынан асыла, 1954—55 йй. Һ.В.Йосопов, 1979 й. А.Х.Пшеничнюк өйрәнә. Майҙаны яҡынса 27 мең м2, 56 м2...

ҠОРМАНТАУ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠОРМАНТАУ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 37 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 867 кеше; 1920 – 1074; 1939 – 867; 1959 – 837; 1989 – 494; 2002 – 489; 2010 – 420 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠОРО КӨРТМӘЛЕ

ҠОРО КӨРТМӘЛЕ (Arctostaphylos), арса һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм арктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ.к. үҫә. Түшәлеүсән үренделе мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡ, оҙонлоғо 25—130 см. Япрағы ваҡ, ҡалын, оҙонса кире йомортҡа формаһында,...

ҠОРО МАЛ АҘЫҠТАРЫ

ҠОРО МАЛ АҘЫҠТАРЫ, составында ҙур күләмдә күҙәнәклек булған ҡоро үҫемлек мал аҙыҡтары. Ҡ.м.а. бесән, һалам, кәбәк һ.б. инә. Ҡ.м.а. — үлән ашаған хайуандарҙың ҡышҡы рационының мотлаҡ компоненты. Был төркөмгә ҡараған мал аҙыҡтары аҙыҡ массаларының кәрәкле күләмен һәм кәүшәк консистенцияһын тәьмин итә,...

ҠОРОЛОҠ

ҠОРОЛОҠ, метеорологик күренеш, йыш ҡына һауа температураһы юғары, һауа дымлылығы түбән булып, оҙаҡ ваҡыт яуым‑төшөм булмауы м‑н билдәләнә. Атмосфера һәм тупраҡ Ҡ. айырыла. Атмосфера Ҡ. тотороҡло антициклондар өҫтөнлөк иткәндә барлыҡҡа килә. Тупраҡ Ҡ. атмосфера Ҡ. арҡаһында килеп сыға, парланыу көсәйеү...

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ

ҠОРОЛОҠҠА СЫҘАМЛЫЛЫҠ, ҡоролоҡта үҫемлектәрҙең һыуһыҙ һәм туҡымаларҙың үтә ҡыҙыу булыуына бирешмәү һәләтлеге. Үҫемлек төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәре (тамыр системаһының оҙонлоғо һәм ҡеүәте, йөнтәҫлеге һ.б.), ш. уҡ ҡоролоҡтоң интенсивлығы һәм оҙайлығы м‑н билдәләнә. Иң юғары Ҡ.с. ксерофиттар эйә. Культуралы...

ҠОРОЛТАЙ

ҠОРОЛТАЙ, 1) төрки һәм монгол халыҡтарында юғары вәкәләтле власть органы. Башҡорттар Ҡ. ҡәбиләһәм ырыу башлыҡтарын, аҡһаҡалдарҙы һәм ырыу-ҡәбиләнең башҡа абруйлы вәкилдәрен (ҡара: Батыр, Бей, Кенәз, Мырҙа, Тархан, Хан) һайлаған. Ҡ. ҡарамағына һуғыш һәм солох мәсьәләләре, йола хоҡуғы, шәриғәт нормаларын,...

ҠОРОС

ҠОРОС, тимерҙең углерод (0,02—2,14%) м‑н иретмәһе, составына марганец, кремний, көкөрт, фосфор ҡушылмалары, ш. уҡ легирлау элементтары (хром, никель, молибден, вольфрам, ванадий, баҡыр, кобальт һ.б.) инә. Үҙенсәлектәре химик составына, микротөҙөлөшөнә, эшкәртеү ысулдарына бәйле. Тәғәйенләнеше б‑са конструкция...

ҠОРОС АҒАС

ҠОРОС АҒАС (Fraxinus), зәйтүн һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70‑тән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, һирәгерәк субтропиктарҙа һәм тропиктарҙа таралған. Башҡортостанда ланцет, йәки йәшел Ҡ.а., һәм пенсильвания, йәки ялбыр Ҡ.а. үҫә. Япраҡ ҡойоусы ике өйлө ағас, 150— 350...

ҠОРОС‑ҠАРАН, һаҙлыҡ

ҠОРОС‑ҠАРАН, Маты й. (Сөн й. басс.)  басс. һаҙлыҡ. Баҡалы р‑ны Ҡорос‑Ҡаран а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 41 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,5 м, иң ҡалыны 2,5 м. Туйыныуы ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын, билдәһеҙ кәкүкбаш, дарыулы...