Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠУНАФИН Марат Һәүбән улы

ҠУНАФИН Марат Һәүбән улы (1.6. 1963, БАССР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), хирург. Мед. ф. д‑ры һәм проф. (2001). Һ.Н.Хунафиндың улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1991 й. алып БДМУ‑ла: 2006 й. башлап Дипломдан һуң белем биреү ин‑ты дир., 2009 й. алып дауалау эштәре б-са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡорһаҡ...

ҠУНАФИНА Елена Рафаэлевна

ҠУНАФИНА Елена Рафаэлевна (26.5. 1965, Өфө), психиатр. Мед. ф. д‑ры (2009). РФ-тың (2012), БР‑ҙың (2010) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) шунда уҡ эшләй. 1989—92 йй. һәм 1994—2003 йй. 1‑се Респ. психиатрия дауаханаһында, бер үк ваҡытта 2001 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге...

ҠУҢҠАС СӘСӘН

ҠУҢҠАС СӘСӘН, Ҡоңҡаҫ сәсән (18 б. 2‑се ярт. — 19 б. башы), башҡ. шағир-импровизаторы. Сәсәндең тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр һаҡланмаған. М.Х.Иҙелбаев тарафынан Миәкә р‑ны Илсеғол а. З.Ғ.Төхвәтуллиндан яҙып алынған риүәйәт б‑са, Ҡ.с. уҡымышлы кеше булған, халҡының тарихын, фольклорын белгән,...

ҠУҢЫР ҠУҢЫҘ

ҠУҢЫР ҠУҢЫҘ (Osmoderma eremita), ҡаты ҡанатлылар отрядының суҡ мыйыҡлылар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Европала һәм Кавказ алдында таралған. Кәүҙәһе киң, яҫы, 24—30 мм оҙонлоҡта. Ҡуңыр төҫтә, йәшкелт металға оҡшаш ялтырауыҡлы. Башы йыйырсыҡлы, мыйығы ҡыҫҡа, япраҡ формаһында. Өҫкө ҡанаты ҡабарынҡы, даға...

ҠУПАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠУПАЙ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Рәсмәкәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 512 кеше; 1920 — 567; 1939 — 493; 1959 — 262; 1989 — 155; 2002 — 142; 2010 — 140 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

ҠУРАЙ

ҠУРАЙ (Pleurospermum), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда ҡырлы Ҡ. үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы нескә бураҙналы, ҡыуыш эсле, сатыр аҫтында ҡытыршы, ҡыҫҡа, бейеклеге 60—150 см. Япрағы өсмөйөш, ике, өс тапҡыр ҡауырһын һымаҡ теленмә;...

ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ

ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ (Rubus), рубус затына ҡараған төрҙәр төркөмө. Яҡынса 120 төрө билдәле, башлыса Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостан‑ да ҡырағай Ҡ.е. һәм ҡара төклө Ҡ.е. үҫә. Тамырһабаҡтары һәм күп һанлы ян тамырҙары булған ярым ҡыуаҡ, бейеклеге 50—200 см булған бер, ике йыллыҡ...

ҠУРАЙ, муз. ҡоралы

  ҠУРАЙ, башҡ. тынлы музыка ҡоралы. Ҡурай үләне һабағынан эшләнә. Оҙонлоғо 570—810 мм һәм диам. яҡынса 20 мм булған 5 тишекле (алғы яғында — 4, һыртында 1 тишек) көпшә рәүешендә. Ҡ. көйләнеше төп өндән кварта аралығындағы (доминантатоника нисбәтендә) ике мажор пентатониканың бәйләнешенән яһала һәм...

ҠУРАЙСЫЛАР СОЮЗЫ

ҠУРАЙСЫЛАР СОЮЗЫ, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар һәм фольклорсылар ижади берекмәһе. 1998 й. Өфөлә ойошторола, 2003 й. эшмәкәрлеген туҡтата, 2007 й. тергеҙелә. Төп маҡсаттары һәм бурыстары — милли‑мәҙәни һәм рухи мираҫты тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, Союз ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм...

ҠУРАМШИН Айрат Миңлеғаян улы

ҠУРАМШИН Айрат Миңлеғаян улы (10.11.1947, Өфө — 29.3.2012, шунда уҡ), тренер. Трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйгелә Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004), халыҡ‑ара категориялы судья (1990). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1996). Силәбе физик культура ин‑тын тамамлаған (1977). 1971 й....

ҠУРАМШИН Энс Мөбәрәк улы

ҠУРАМШИН Энс Мөбәрәк улы (5.2.1946, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Дәүләкән совхозының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Рассвет а.), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1986), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1996). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) Химия ин‑тында эшләй. 1977 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта....

ҠУРАМШИНА Наталья Георгиевна

ҠУРАМШИНА Наталья Георгиевна (21.6.1945, Монголия, Улан-Батор), зоолог, эколог. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1975 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй, 1978 й. башлап БДПУ‑ла уҡыта, 1994 й. — Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын...

ҠУРАС, Балтас р‑нындағы ауыл

ҠУРАС, Балтас р‑нындағы ауыл, Көндәшле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 33 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) 98 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1744 кеше; 1920 — 1706; 1939 — 1025; 1959 — 703; 1989 — 280; 2002 — 246; 2010 — 226 кеше. Урыҫтар...

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. 1943 й. 6 февр. ойошторола. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал федераль округына инә. Майҙаны — 71 мең км2. Халҡы — 0,9 млн кеше, ш. иҫ. 12,3 мең башҡорт...

ҠУРҒАШ

ҠУРҒАШ (Plumbum), Pb, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм химик элементы. Ҡ. — зәңгәрһыу‑һоро төҫтәге һығылмалы йомшаҡ, ауыр металл; tиреү 327,4°С; tҡайнау 1725°С, тығыҙлығы 11340 кг/м3. Химик яҡтан әүҙем түгел, ҡоро һауала окисланмай, дымлы һауала тоноҡлана, окисел плёнкаһы м‑н ҡап лана....

ҠУРҒАШ, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Оло Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 23 кеше; 1939 — 22; 1959 — 229; 1989 — 152; 2002 — 127; 2010 —...

ҠУРҒАШ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ләүйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 289 кеше; 1920 — 328; 1939 — 227; 1959 — 261; 1989 — 310; 2002 — 357; 2010 — 279 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар...

ҠУРҒАШЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШЛЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байназар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 120 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 136 кеше; 1989 — 316; 2002 — 341; 2010 — 307 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп‑балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠУРҒАШЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ҠУРҒАШЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ташбүкән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. табан 16 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 46 км алыҫлыҡта Ҡурғашлы й. (Егән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 30 кеше; 1959 — 118; 1989 — 503; 2002 — 429; 2010 — 280 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб, китапхана,...

ҠУРМАС

ҠУРМАС, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Бүрәт, ҡаҙаҡ, монгол, сыуаш, татар, үзбәк һ.б. халыҡтарҙың аш-һыуында осрай. Башҡорттар Ҡ. бойҙайҙан, арпанан, һирәкләп арыштан, борсаҡтан һ.б. яһай. Бөтөн орлоҡтарҙы майланған ҡаҙанда ҡуралар йәки ҡыҙҙыралар. Ҡоро килеш ашайҙар, һаҡлыҡҡа әҙерләйҙәр. Иҙелгән...