Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫЙМАҠ

ҠЫЙМАҠ, й ә м ә к, төрки ҡәбиләләр берләшмәһе. 7—8 бб. Иртыш й. эргәһендә барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. 9—11 бб. урта быуат авторҙары (Масуди, Гардизи һ.б.) хеҙмәттәрендә телгә алыналар. 9 б. аҙ. Ҡыймаҡҡағанатын ойошторғандар. 9—13 бб. Көньяҡ Себер, Урта Азия һәм Урал буйы терр‑яһында йәшәгәндәр....

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ, 9 б. аҙағында — 10 б. башында көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Алтайға һәм Иртыш й. тиклем, төньяҡта Көньяҡ Уралдан башлап көньяҡта Ете йылғаға тиклем ерҙе үҙ эсенә алған дәүләт. Көнсығыш төрки (ҡара: Төрки ҡағанаты) һәм Уйғыр ҡағанаттары тарҡалғандан һуң, төрки ҡәбиләләр берләшмәләре...

ҠЫЙЫҠТАЖ

ҠЫЙЫҠТАЖ (Oxytropis), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 360 төрө бар, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм арктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө үҫә: төклө Ҡ., башаҡлы Ҡ., ҡырҡсәскә Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ төклө үләндәр, бейеклеге 5—40 см. Япраҡтары ишһеҙ, ҡауырһын һымаҡ ҡатмарлы,...

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ

ҠЫЙЫШҠЫ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары типтағы мосолман уҡыу йорто. 1863 й. Ырымбур губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Ҡыйышҡы а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны) мәсет эргәһендә асыла. Нигеҙ һалыусыһы — М.Камалетдинов. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттең имам‑хатибы,...

ҠЫЙЫШҠЫ, күл

ҠЫЙЫШҠЫ, Аксаков күле, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Ҡыйышҡы а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны яҡынса 0,2 км2, оҙонлоғо 1,9 км, уртаса киңлеге 70 м (макс. — 120 м). Иҫке үҙән, неоген тоҡомдарында (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) барлыҡҡа килгән, соҡоро дуға...

ҠЫЛ ҠУМЫҘ, муз. ҡоралы

ҠЫЛ ҠУМЫҘ, һыҙма ҡумыҙ, башҡ. ҡыллы һыҙғыслы музыка ҡоралы. Ҡайындың бөтөн киҫәгенән соҡоп эшләнгән оҙонса сүмес рәүешендәге корпус ҡылдарҙы тарттырыу өсөн стержендәр ҡуйылған һырлы башлы грифҡа тоташтырылған. Боронғо замандарҙа инструмент тулыһынса бөтөн ағас киҫәгенән яһалған. Оҙонлоғо яҡынса 650—800...

ҠЫЛ СЕЛӘҮСЕНДӘР

ҠЫЛ СЕЛӘҮСЕНДӘР (Enterobius), нематодалар заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Приматтар, ш. иҫ. кеше эсәгендәге паразиттар. Башҡортостанда Enterobius vermicularis Ҡ.с. таралған. Ата селәүсендең оҙонлоғо яҡынса 3, инәһенеке 12 мм тиклем. Ауыҙы 3 ирен м-н уратып алынған. Ҡыҙыл үңәсенең...

ҠЫЛҒАН

ҠЫЛҒАН (Stipa), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ ҡуйы кәҫле үләндәр, бейеклеге 20—100 см. Япраҡтары нескә, тар, буйға бөкләнгән йәки яҫы, йәйенке тырпайып тороусан....

ҠЫЛЙЕБӘК

ҠЫЛЙЕБӘК, кускута (Cuscuta), ҡылйебәктәр ғаиләһенә ҡараған паразит үҫемлек заты. Яҡынса 170 төрө билдәле, тропиктарҙан алып уртаса бүлкәттәргә тиклем таралған. Башҡортостанда 7 төрө үҫә. Төрлө үҫемлектәрҙә(картуф, тал, әлморон һ.б.) паразит булып йәшәгән бер йыллыҡ үләндәр. Ҡ. тулыһынса тиерлек япраҡтарын...

ҠЫЛЙЫЛАН

ҠЫЛЙЫЛАН (Gordius aquaticus), ҡылйыландар класына ҡараған селәүсен. Кәүҙә оҙонлоғо 5—20 см (ҡайһы берҙә 100 см тиклем), йыуанлығы 0,5—2 мм. Кәүҙәһе сәс һымаҡ, тығыҙ кутикулала. Төҫө аҡтан алып аҡһыл көрәнгә һәм ҡараға тиклем. Эсәктәре өлөшләтә редукцияға бирелгән. Нервы системаһы йотҡолоҡ яны ҡуласаһынан...

ҠЫЛЫМ

ҠЫЛЫМ, хәрәкәтте йәки хәл‑торошто процесс булараҡ аңлатҡан һәм һөйләмдә башлыса хәбәр функцияһын үтәгән һүҙ төркөмө. Башҡорт телендә Ҡ. лексик нигеҙе бойороҡ һөйкәлешенең берлектәге 2‑се зат формаһы менән тап килә, процестың нейтраль мәғәнәһен аңлата. Телмәрҙә үҙенең грамматик системаһы менән бәйләнешендә...

ҠЫЛЫМ ЗАМАНДАРЫ

ҠЫЛЫМ ЗАМАНДАРЫ, грамматик категория, эш, хәл‑торош, хәрәкәттең объектив ваҡыттың билдәле бер һөйләү моментында башҡарылыуын белдерә. Ҡ.з. категорияһының грамматик мәғәнәһе хәбәр һөйкәлеше формаһында ғына бирелә һәм ысынбарлыҡта реаль башҡарылған (үткән заман), йәки булып ятҡан (хәҙерге заман) йә булмаһа...

ҠЫЛЫСҮЛӘН

ҠЫЛЫСҮЛӘН (Cladium), күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 5 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ. үҫә. Йыуан оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы йомро, төҙ, ябай, эсе ҡыуыш, бейеклеге 100—150 см....

ҠЫЛЫСЪЯПРАҠ

ҠЫЛЫСЪЯПРАҠ, һ ы у һ ы н (Comarum), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 1 төрө — һаҙ ҡылысъяпрағы билдәле; Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Ағас һымаҡ, төйөндәрендә тамырланыусы оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән йәки ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән,...

ҠЫМЫҘ

ҠЫМЫҘ, башҡорттарҙың бейә һөтөнән яһалған традицион эсемлеге (ҡара: Башҡорт аш-һыуы). Евразияның малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп кенә халыҡтарында таралған. Башҡорттар Ҡ. һирәкләп кәзә һөтөнән дә әҙерләгән. Ҡур сифатында Ҡ. һауытында тороп ҡалған сүпрә, ҡатыҡйәки уға тиклем әсетелгән Ҡ. ҡулланылған. Ҡайһы...

ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ

ҠЫМЫҘ МЕНӘН ДАУАЛАУ, дауалау маҡсатында ҡымыҙҡулланыу. Ҡымыҙҙағы еңел үҙләштерелә торған аҡһымдар, витаминдар, микроэлементтар, туйындырылмаған май к‑талары һ.б. уның шифаһын билдәләй. Ҡ.м.д. аш һеңдереү, тын алыу, ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар, йөрәк‑ҡан тамырҙары, нервы һәм эндокрин системалары...

ҠЫМЫҘЛЫҠТАР

ҠЫМЫҘЛЫҠТАР (Polygonum), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 15 төрө үҫә: альп Ҡ., йәки башҡорт кәбеҫтәһе; кескәй Ҡ.; ауыш Ҡ.; һыу боросо; бәпкә үләне, йәки күгүлән һ.б. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, ҡайһы...

ҠЫНА

ҠЫНА (Impatiens), ҡына һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 900 төрө билдәле, башлыса Африка һәм Азияның тропик һәм субтропик бүлкәттәрендә, ҡайһы бер төрҙәре Евразия, Африка һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ваҡ сәскәле Ҡ. һәм ябай Ҡ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр,...

ҠЫҢҒЫР-МӘНӘҮЕЗ

ҠЫҢҒЫР-МӘНӘҮЕЗ, Ҡорған, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡыңғыр-Мәнәүез а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 10 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡорған й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1603 кеше; 1920 — 2042; 1939 — 1658; 1959 — 1658; 1989 — 1284; 2002 — 1344;...

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ

ҠЫҢҒЫРАУ СӘСКӘ (Campanula), ҡыңғырау сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 11 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, яланғас йәки ҡыҫҡа төклө, бейеклеге 15— 120 см. Япраҡтары сиратлы, киртләсле...