Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠЫРТАН ҺЫМАҠТАР

ҠЫРТАН ҺЫМАҠТАР (Onagraceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 25 заты, 700 төрө билдәле, бөтә ер шарында тиерлек таралған. Үләндәр, ярым ҡыуаҡтар, ҡыуаҡлыҡтар, һирәк осраҡта ағастар. Башҡортостанда 4 заттан 13 төр үҫә (цирцея, боланут, ҡыртан, ишәк ҡолағы). Күп, һирәгерәк ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары...

ҠЫРТҮТӘЛ, Шаран р‑нындағы ауыл

ҠЫРТҮТӘЛ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 376 кеше; 1920 — 393; 1939 — 405; 1959 — 401; 1989 — 272; 2002 — 221; 2010 — 176 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ерекле урта мәктәбе...

ҠЫРШАЛҠАН

ҠЫРШАЛҠАН (Barbarea), әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Европала, Азияның уртаса бүлкәтендә, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, аҙ тармаҡлы, яланғас йәки бер аҙ төклө, бейеклеге 20—100 см. Күп осраҡта аҫҡы...

ҠЫРЫБУЖАН, һырт

ҠЫРЫБУЖАН, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ғафури р‑ны буйлап Бискур, Ҡушйылға, Ҡарағаслы һәм Аралыҡ йй. (Еҙем й. басс.) араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 12 км яҡын, киңлеге 2—3 км, абс. бейеклеге 616 м. Рельефында 580—616 м бейеклектәге 6 түбә асыҡ күренә. Көньяҡ өлөшөндә...

ҠЫРЫМ ТАТАРҘАРЫ ТЕЛЕ

ҠЫРЫМ ТАТАРҘАРЫ ТЕЛЕ, ҡыпсаҡ төркөмөнә (ҡара: Ҡыпсаҡ телдәре) ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Украинаның (Херсон өлк.), Үзбәкстандың ҡайһы бер райондарында, ш. уҡ Болгарияла, Грузияла, Дағстанда, Румынияла, РФ‑та (Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ҡырым), Төркиәлә, Әзербайжанда таралған. Һөйләшеүселәр...

ҠЫРЫМ ҺУҒЫШЫ (1853—56)

ҠЫРЫМ ҺУҒЫШЫ (1853—56), Көнсығыш һуғышы, Яҡын Көнсығышта хаҡимлыҡ итеү өсөн Рәсәй м‑н Бөйөк Британия, Сардиния, Төркиә һәм Франция коалицияһы араһында була. Ҡоро ер ғәскәрҙәре — Балҡанда һәм Кавказда, Балтик буйында, Ҡара диңгеҙ буйында (башлыса — Ҡырымда) һәм Камчаткала, флот Ҡара диңгеҙҙә, Балтик,...

ҠЫРЫМ-ҺАРАЙ, ауыл, Нефтекама ҡ. составында

ҠЫРЫМ-ҺАРАЙ, ауыл, 1969—77 йй. һәм 90‑сы йй. башынан Нефтекама ҡ. составында, Ташкин а/с ҡарай. Нефтекама ҡ. һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Ҡайынлыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 356 кеше; 1920 — 313; 1939 — 365; 1959 — 361; 1989 — 256; 2002 — 244;...

ҠЫРЫМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҠЫРЫМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Әбдрәшит а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 122 кеше; 1920 — 259; 1939 — 263; 1959 — 108; 1989 — 582; 2002 — 566; 2010 — 529 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория,...

ҠЫРЫМ, Ҡырым Республикаһы

ҠЫРЫМ, Ҡырым Республикаһы, РФ субъекты. Европаның көньяҡ-көнсығышында, Ҡырым ярымутрауында урынлашҡан. Төньяҡта Украинаның Херсон өлк. м-н сиктәш, көнбайыштан һәм көньяҡтан — Ҡара диңгеҙ, көнсығыштан Азов диңгеҙе м-н йыуыла. Баш ҡалаһы — Симферополь. Юғары вазифалы кеше — башлыҡ. 1921 й. Ҡырым АССР-ы...

ҠЫРЫМҒУЖИН Ғилметдин Сәйфетдин улы

ҠЫРЫМҒУЖИН Ғилметдин Сәйфетдин улы (1.6.1927, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Иҫке Иләс а., хәҙ. БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Иләс а., — 1.2.1991, БССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Япарһаҙ а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1940 й. алып Хәйбулла р‑нында эшләй: “Яңы Юл" к‑зында, 1943—51 йй. МТС‑тың трактор бригадаһы бригадиры, 1952 й....

ҠЫРЫН ЙӨҘӨҮСЕЛӘР

ҠЫРЫН ЙӨҘӨҮСЕЛӘР, т ө р л ө а я ҡ л ы ҡ ы ҫ а л а һ ы м а ҡ т а р (Amphipoda), ҡыҫала һымаҡтар отряды. Яҡынса 4500 төрө, БР‑ҙа 4 төрө билдәле. Кәүҙәһе 15— 18 мм оҙонлоҡта, ян-яҡтан ҡыҫылған, дуға һымаҡ бөгөлгән: баштан, күкрәктән (6 йәки 7 сегмент) һәм ҡорһаҡтан (6 сегмент) тора. Күкрәк аяҡтары (уларҙың...

ҠЫРЫП ЭШКӘРТЕҮ

ҠЫРЫП ЭШКӘРТЕҮ, ҡ а й р а у, әйләнеш есеме формаһындағы деталдәрҙең өҫтөн ҡырҡыу юлы м‑н эшҒ. кәртеү. Ҡ.э. төрҙәре: тышҡы йөҙҙәрҙе ҡырып алыу, тишектәрҙе киңәйтеү, бурсалар киҫеү, канауҙар уйыу, тышҡы һәм эске һырҙар яһау (ҡара: Һырҙарҙы эшкәртеү), ҡырҡыу һ.б. Күсәр, тығын, дискы, ҡулса, муфта, фланецтар...

ҠЫҪАЛА ҺЫМАҠТАР

ҠЫҪАЛА ҺЫМАҠТАР (Crustacea), быуынтығаяҡлылар класы. 5 ярым класы (айғолағаяҡлылар, цефалокаридалар, максиллоподалар, ҡабырсаҡлылар, юғары төҙөлөшлө ҡыҫалалар), 17‑нән ашыу отряды, яҡынса 40 мең төрө билдәле; бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 4 ярым класҡа ҡараған 132 төрө бар. Кәүҙәһе мм өлөштәренән...

ҠЫҪҠА КӨЙ

ҠЫҪҠА КӨЙ, башҡ. муз. фольклористикаһында көй стиле (ҡара: Халыҡ музыкаһы). Термин әҙәбиәткә тәүге тапҡыр С.Г.Рыбаков тарафынан типтәрҙәрҙең халыҡ музыкаһын өйрәнгәндә индерелә, һуңынан Л.Н.Лебединский тарафынан Ҡ.к. башҡ. халыҡ йырҙары — оҙон көй стиле м‑н сағыштырыу маҡсатында ҡулланыла. Ҡ.к. етеҙ...

ҠЫҪҠАЙЫЛҒА, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠЫҪҠАЙЫЛҒА, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Уртакүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Ҡыҫҡайылға (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 876 кеше; 1920 — 985; 1939 — 953; 1959 — 600; 1989 — 488; 2002 — 495; 2010 — 509 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ҠЫҪТЫБЫЙ

ҠЫҪТЫБЫЙ, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Татарҙарҙа һәм байтаҡ Урта Азия халыҡтарында осрай. Башҡорттарҙа Ҡ. — сөсө ҡамырҙан әҙерләнеп, эсенә иҙелгән картуф йәки тары бутҡаһы һалынған бәләкәй генә бәлеш. Ҡамыр йоҡа итеп йәйелә, ҡыҙҙырылған ҡоро табала бешерелә. Йәймәнең яртыһына эслек һалып, икенсе...

ҠЫҪЫҠ, һырт

ҠЫҪЫҠ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Ҡоро Бермеш й. тамағынан Ҡыҫыҡтамаҡ й. (Инйәр й. ҡушылдыҡтары) тамағы киңлегенә тиклем Инйәр й. һул яры буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 2 км. Абс. бейеклеге 470 м (Яҙлау тауы). Рельефы тигеҙ, 3 түбәһе айырылып...

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ

ҠЫҪЫЛҒАН ҺАУА ГЕНЕРАТОРЫ, һауаны йәки газды ҡыҫыу өсөн (0,4—7,0 МПа баҫымға тиклем) үҙ аллы эшләүсе энергия ҡулайламаһы. Энергия сығанағынан һәм компрессорҙан тора. Компрессор күсергесе өсөн механик энергияны сығарыу ысулына ҡарап газ турбиналы (ҡара: Газ турбиналы ҡулайлама) һәм поршенле Ҡ.һ.г. айыралар....

ҠЫҪЫНДЫ, Архангел р‑нындағы ауыл

ҠЫҪЫНДЫ, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта Ҡыҫынды й. (Еҙем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 300 кеше; 1920 — 456; 1939 — 586; 1959 — 424; 1989 — 342; 2002 — 365; 2010 — 304 кеше. Башҡорттар...

ҠЫҪЫР СӘСКӘ

ҠЫҪЫР СӘСКӘ (Geum), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: аллеп Ҡ.с., ҡала Ҡ.с., йылға Ҡ.с. Күп йыллыҡ үҫемлектәр. Һабаҡтары төҙ, ҡытыршы, бейеклеге 60— 80 см тиклем. Һабаҡ япраҡтары өс бүлемле,...